+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июнь 2023, 13:08

Ауылыбыҙҙа парк асылды

Мәктәп уҡыусылары ла парк асыу көнөн шатланып-көтөп алдыҡ. Паркҡа төрлө ағастар ултыртылды. Мәктәп биләмәһенә лә беҙ ветеран-уҡытыусыларға арнап, ағастар ултырттыҡ. Беҙҙең синыф етәксебеҙ Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранованың ағасы ла ултыртылды. Ул хәҙер 42 йыл башланғыс синыфтарға белем бирә.

Ауылыбыҙҙа парк асылды
Ауылыбыҙҙа парк асылды

Ауылыбыҙҙа яңыраҡ бик ҙур ваҡиға булды.  “Яугирҙар паркы” асылды беҙҙә. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тарафтарынан күп ҡунаҡтар килде.

Мәктәп уҡыусылары ла парк асыу көнөн шатланып-көтөп алдыҡ. Паркҡа төрлө ағастар ултыртылды. Мәктәп биләмәһенә лә беҙ ветеран-уҡытыусыларға арнап, ағастар ултырттыҡ. Беҙҙең синыф етәксебеҙ Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранованың ағасы ла ултыртылды. Ул хәҙер 42 йыл башланғыс синыфтарға белем бирә.

Парктағы һәм мәктәп биләмәһендәге ағастарға, сәскәләргә көн дә һыу һибеп торабыҙ.

Ауылыбыҙҙы тағы ла йәмләп, гөрләп үҫеп китерҙәр әле улар бер көн!

Абдуллах Сәйетов,

Белорет районы Манышты мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы.

Ауылыбыҙҙа парк асылды
Ауылыбыҙҙа парк асылды
Ауылыбыҙҙа парк асылды
Ауылыбыҙҙа парк асылды
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: