+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Июль 2023, 12:23

Тауҙан трактор арбаһында шыуып төшә яҙҙыҡ

"Беҙҙең ауыл тау башында ята, ә Әбеш – Һаҡмар буйында аҫтараҡ.  Шул ауылдан ҙур арбаһын  тағып, Айрат ағай, елдереп, беҙҙе  килеп  ала ине. Эй, күңелле ине шул саҡтар", ти популяр йырсы Сәйет Билалов.

Тауҙан трактор арбаһында шыуып төшә яҙҙыҡ
Тауҙан трактор арбаһында шыуып төшә яҙҙыҡ

Был мажараға ла әлеге лә баяғы Хәйбулла районының Әбеш мәктәбендә 7-се, 8-се синыфтарҙа уҡыған саҡта тарыным.

Ҡыш осоро ине. Беҙҙең бала саҡта буран ныҡ көслө була торғайны, ҡарҙы өй бейеклек итеп һырып һала ине. Күрше ауылға йөрөп уҡығас, мәктәп автобусы йөрөттө, әммә бер көн, юлға ҡар һалғанға күрә, беҙҙең Үрнәк ауылына  тиклем килеп етә алманы. Бындай осраҡта беҙҙе алып ҡайтырға тип трактор ебәрәләр. Беҙҙең ауыл тау башында ята, ә Әбеш – Һаҡмар буйында аҫтараҡ.  Шул ауылдан ҙур арбаһын  тағып, Айрат ағай, елдереп, беҙҙе  килеп  ала ине. Эй, күңелле ине шул саҡтар.

Бер ваҡыт шулай бөтөн балалар, трактор арбаһына тейәлеп, мәктәптән ҡайтып барабыҙ. Текә генә тауҙы менеп бара инек, бер заман арбабыҙ тракторҙан ысҡынып китмәһенме! Етмәһә, арба тулы балалар. Ысҡынған арба тау аҫтына ҡарай шыуа башланы. Беҙ, өлкәнерәк синыф уҡыусылары булараҡ, юғалып ҡалманыҡ, арбабыҙ барып сәнселмәҫ борон, тиҙ генә башланғыс синыф балаларын берәм-һәрәм көрткә ырғыта башланыҡ. Аҙаҡ үҙебеҙ ҡарға һикереп төшөп ҡалдыҡ.

Ә беҙҙең шофер ағай, арбаның сиселеп ҡалғанын да һиҙмәйенсә, ауылға табан юлын дауам итте. Балалар шау-гөр килә. Бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, артына әйләнеп ҡараһа – беҙ юҡ. Тиҙ генә кире боролоп, арбаны ныҡлап тағып, беҙҙе көрттән сығарып, ҡағып-һуғып, кире тейәп, алып ҡайтты. Аллаға шөкөр, беребеҙгә лә бер нәмә лә булманы.Әллә ни ҙур булмаһаҡ  та үҙенә күрә ҙур батырлыҡ эшләгәнбеҙҙер, тип уйлайым. Хәҙер инде был мажара тураһында көлөп иҫкә алабыҙ.

 

Сәйет Билаловтың һөйләгәндәрен

Рифат Йәмлеханов яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: