+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июль 2023, 12:10

Тилебәрән бәләһе

–Ярар, етер, асыҡтырҙы. Анауында ашай торған емеш ултыра, – тип Вадимдарҙың баҡсаһына төртөп күрһәтте. Етмәһә тағы: –Һинең баҡсаңда үҫкәс, беҙгә алып ашатаһыңмы? – тине. Йылғыр Вадимыбыҙ баҡсаһына керә һалып, шул үләнде алып сыҡты

Тилебәрән бәләһе
Тилебәрән бәләһе

Бала саҡта мажаралы саҡтар күп була торғайны. Күҙ алдына төрлө мәлдәр иҫкә төшә. Ҡайһы берҙәрен иҫләһәң, тән эҫеле–һыуыҡлы булып китә. Беҙ, Берғат урамында йәшәүсе балалар, уйнап урамдан инмәй инек.

4-5-селәрҙә уҡыған ваҡыт. Бер көндө кисен уйнап, хәлдән тайып арығас, ял итергә ултырҙыҡ. Шул саҡ арабыҙҙан өлкәнерәк Рәмилә:

–Ярар, етер, асыҡтырҙы. Анауында ашай торған емеш ултыра, – тип Вадимдарҙың баҡсаһына төртөп күрһәтте. Етмәһә тағы:

–Һинең баҡсаңда үҫкәс, беҙгә алып ашатаһыңмы? – тине. Йылғыр Вадимыбыҙ баҡсаһына керә һалып, шул үләнде алып сыҡты. Бөтөнөбөҙ ҙә тәмләп, ашап сыҡтыҡ. Вадимдың баҡсаһында үҫкәс, уны күберәк һыйланыҡ. Хатта ниндәй емеш икәнен дә белмәнек. Атай–әсәйҙәр бесәндән ҡайтып, йоҡларға ятҡас, башланды беҙҙең мажаралар. Бер яҡта апайым ҡоҫа. Ә мин йоҡламай, өйҙәгеләрҙе ҡаңғыртам. Шул арала башымды әллә нисә тапҡыр урындыҡҡа төкөй һалып алам икән. Апайым менән булышып, өйҙәгеләр аңғармай ҡалған: йәһәт кенә кейенеп, ҡулыма бесәнгә йөрөгән ҡоромло ҡара сәйнүкте эләктереп, еләк йыйырға сығып киткәнмен. Уныһын бик асыҡ хәтерләйем. Ҡыҙарып торған шыршы миңә оҙон һаҡаллы бабай һынына оҡшаған ине. Мин уға ҡарап:

– Һин ниңә миңә улай ныҡ ҡарайһың, миңә еләк йыйырға мишәйт итәһең бит!?– тип, уға йоҙроҡ күрһәтеп киткәнмен. Сәйнүк төбөнә 5–6 бөртөк еләк тә йыйып һалғанмын. Ҡайтып киләм икән еләктән. Өйҙәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә күҙе тәҙрәлә. Мине күҙәтәләр. Иртәнге сәғәт 6–7 тирәһе булғандыр. Саф һауала йөрөп, йоҡларға ятҡанмын. Инәйем, минең өсөн ныҡ ҡайғырып, илаған, апайымды ла әрләп бөткән. Йоҡом туйып, иптәштәрем янына сыҡһам, күрше апай–әбейҙәр кисәге хәлде һөйләйҙәр. Баҡтиһәң, беҙҙе төнө буйы илерткән үлән емеше – тилебәрән булған икән. Ә күрше Вадимыбыҙ сәпсим ныҡ ҡаңғыртҡан. Бынан һуң уның әсәһе тилебәрәнде башҡа үҫмәҫлек итеп, тамыры менән йолҡоп, баҡсаһынан бөтөнләйгә алып ташлаған. Бына шундай хәлдәр ҙә була торғайны беҙҙең бала саҡта.

Был хәл-ваҡиғаны мәктәптә уҡығанда география уҡытыусыһы айырыуса иҫемә төшөрөргә ярата торғайны. Дәрес ваҡытында берәй нәмә тураһында һөйләшһәк, мотлаҡ, ошо хәл иҫенә төшөп китә ине хәҙер мәрхүм Хәлим Әхмәт улының. Ул миңә ҡарай ҙа:

–Был тилебәрән ашау түгел, Гөлсөм, – тип көлөмһөрәй торғайны.

Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА,

Белорет районының Шығай мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас: