+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июль 2023, 12:15

Юғалған аҡсалар (апайым һәм ағайым менән булған хәл)

Фаил ипләп кенә, шылтыратмаҫҡа тырышып, тауышҡа ҡолаҡ һала-һала, һанай башланы. “Теүәл! 1 һум да 35 тин!” - тип шатланды ул. Шунан 15 тинлек аҡсаны алды ла, “Бер ҡапҡа етә”, - тип һөйләнә-һөйләнә ҡалғандарын тип-тигеҙ итеп бер-береһенең өҫтөнә һалып, киренән төрөп, баяғы салбар кеҫәһенә тығып ҡуйҙы.

Юғалған аҡсалар (апайым һәм ағайым менән булған хәл)
Юғалған аҡсалар (апайым һәм ағайым менән булған хәл)

Бөгөн өйҙә "хужа" булып ҡалған ун йәшлек Нурзидәгә бер үҙенә бик күңелһеҙ. Атай-әсәй эштә, апайҙары урманға ҡарағатҡа китте, туғандары көн оҙоно Ҡажат буйынан ҡайта белмәй.

- Ултыр инде өйҙә яңғыҙы! Алабарман! Ҡайҙан ғына шул ҡаҙаҡҡа баҫтым, - тип үртәнде ҡыҙ.

Яңғыҙына ҡыйын булғас, өй башына, дөрөҫөрәге, ҡыйыҡ аҫтына менеп уйнарға булды Нурзидә. Унда балаларҙың үҙ донъяһы бар: бер бәләкәй генә балаҫ, тәрилкәләре менән иҫке патефон, ҙур ватыҡ радио, төрлө кәнфит ҡағыҙҙары, шәшке ватыҡтары. Ҡыҫҡаһы, өй эшләп уйнайҙар шунда. Әлбиттә, атаһы тупраҡты ҡояһығыҙ, тип рөхсәт итмәй, хатта баҫҡысты ла келәткә сығарып ҡуйғайны, ләкин сос балалар рәтен-сиратын таба. Нурзидә лә үҙен йәлләп, аяғым ауырта тип торманы: солан эсендәге сығып торған бүрәнә баштарына баҫып, өй башына менеп тә китте.

Шул саҡ солан ишеге шығырланы, кемдер элгестең бауын шым ғына тартып асты ла һаҡ ҡына япты. Нурзидәгә был хәл бик шикле тойолдо һәм аралыҡтан башын тығып, аҫҡа ҡараны. Үҙенән ике йәшкә бәләкәй Фаил ҡустыһы ингән икән. Уйнарға иптәш килеп сығыу шатлығынан уны эргәһенә саҡырырға уйлаһа ла, ҡыҙыҡай, башта күҙәтергә булды.

Ҡустыһы, бесәй һымаҡ ҡына баҫып үтте лә, ҡаҙаҡта эленеп торған кейемдәр янына килде. Ул атаһының ҡышҡы ҡалын бер салбарынан ниҙер килтереп сығарып, карауатҡа ипләп кенә һалып, тағата башланы. Нурзидә муйынын нығыраҡ алға һуҙҙы: ҡулъяулыҡта бер нисә көмөш аҡса ята. Ҡайҙан ундай аҡса? Ниндәй аҡса? Әәә, теге көн күрше бабайға ҡустыһы көтөү көтөшкәйне бит әле, тип иҫенә төшөрҙө ул.

Фаил ипләп кенә, шылтыратмаҫҡа тырышып, тауышҡа ҡолаҡ һала-һала, һанай башланы. “Теүәл! 1 һум да 35 тин!” - тип шатланды ул. Шунан 15 тинлек аҡсаны алды ла, “Бер ҡапҡа етә”, - тип һөйләнә-һөйләнә ҡалғандарын тип-тигеҙ итеп бер-береһенең өҫтөнә һалып, киренән төрөп, баяғы салбар кеҫәһенә тығып ҡуйҙы.

Нурзидә быны шым ғына күҙәтте: көлөп ебәрмәҫ өсөн ауыҙын усы менән ябып ятты. Фаилдың нисек ингән, шулай тауышһыҙ ғына сығып китеп, магазин яғына атлауын ҡыҙ фронтондың таҡта ярығынан ҡарап торҙо ла, баяғы ауыртҡан аяғын да иҫләмәй, аҫҡа төшөп тә китте.

Нишләргә? Нисек ҡыҙыҡ итергә? Нурзидә оҙаҡ уйлап торманы: билдәле салбарҙан ҡулъяулыҡты килтереп сығарҙы ла аҡсаларын алып, эргәлә торған шифоньерҙағы кейем араһына тыҡты. Шунан тәҙрә төбөндәге пластмасса шешә ҡапҡасын алып, ҡулъяулыҡҡа төрөп, салбар кеҫәһенә сумдырҙы ла кире ҡыйыҡ аҫтына үрмәләне. Ул һылтаңлай - һылтаңлай фронтонға барып етеп, урам буйына ҡараһа, туғаны ҡулын һелтәп ҡайтып та килә. Тимәк, ҡустыһының яратҡан вафлийы магазинда бөткән икән.

Фаил тағы ла һаҡ ҡына атлап соланға инде, туп-тура салбарға килеп ҡулын тыҡты ла, ҡулъяулыҡты килтереп тә сығарҙы. Ул шаңҡып ҡалды: шул арала ни нимә булған? Ҡулъяулы еп-еңел, дәүмәле лә ҙурайғансы?! Иҫәңгерәп, аптырап ҡарап торҙо ла, ытырғанып, ҡапыл карауатҡа ташланы. Фаил тағы кейемдәр янына килеп, бөтә салбарҙарҙың кеҫәләрен тикшереп сыҡты, буп-буш. “Мөмкин түгел! Улай булмай ҙа инде!” - тип сикһеҙ ғәжәпләнде. Теләр-теләмәҫ кенә карауатҡа яйлап ҡына ултырҙы ла, шөбһәләнеп аҡ ҡулъяулыҡты, ошо тап үҙе булырға тейеш тип, һәрмәп тотҡоланы - йомшаҡ ҡына, һелкетеп ҡараны - шылтырамай. Бик сәйер, һис тә аңларлыҡ түгел! Уйланып торғас, ҡурҡыуын еңеп, ҡулъяулыҡты тағатты: унда ... шешә ҡапҡасы ята!

- Әстәғәфирулла! Тәүбә, тәүбә! - Был нимә? Аҡса ҡапҡасҡа әйләнгәнме!?

Иҫ аҡылы китеп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, башын сайҡап, ҡапҡасты тегеләй-былай әйләндереп бер булды. Инде барыһын да күҙәтеп ятҡан Нурзидә түҙмәне, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Фаил өҫкә ҡараны һәм, бөтәһен дә аңланы. Ул, апаһы менән тыйыла алмай, күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы, көлдө лә көлдө.

Гөлназ Нафикова-Ғәбитова,

Ғафури районының Урта Үтәш ауылынан.

Нурия Хәйбуллина фотоһы

Автор:
Читайте нас: