+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июль 2023, 12:05

Бәрәкәтле йәй

Ауыл халҡы: "Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай", – тип кинәнеп китеп еләген, ҡарағатын йыйҙы, муйылын тирҙе, баланын һындырып, баулап элде, ҡомалағын бәйләне, төрлө үлән – мүләнен әҙерләне.

Бәрәкәтле йәй
Бәрәкәтле йәй

Быйылғы һыйыр йылындағы йәй, айырыуса былтырғы ҡоролоҡтан һуң, бигерәк тә "мул ҡуллы" булды. Хоҙайҙың бер кирәмәте: нәмәне генә алма, ғәжәп ныҡ уңды. Ауыл халҡы: "Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай", – тип кинәнеп китеп еләген, ҡарағатын йыйҙы, муйылын тирҙе, баланын һындырып, баулап элде, ҡомалағын бәйләне, төрлө үлән – мүләнен әҙерләне. Кемгә генә кермә: йә ҡайнатма ҡайнаталар, йә ҡаҡ ҡоялар, йә, һис булмаһа, еләҫ урынға еләк-емеш киптерергә һалалар. Шунан ҡыш буйы Эстәрле баҙарына барып, артығын һатып, бала-сағаларына кейем-һалым, өйөнә ваҡ-төйәк алып ҡайта улар.

Был егәрле ауылды урман кейендерә, ашата, шуға кешеләре лә тәбиғәткә рәхимле, рәхмәтле була белә: йыл да күмәкләп ағас ултырта, яҙ һайын тирә-яҡ йылға-күлдәрҙе ылымыҡтан таҙарта. Бесән ваҡыты етһә, бер соҡор-саҡыр, урман эсе ҡалмай, сабып, ялтыратып ҡуялар.

Бер көн шулай бесәндән ҡайтып килгәндә, Миңлегөл килен, әлморондоң иҫ китерлек уңғанын күреп, хайран ҡалды. Күпме ғүмер йәшәп, бындай "ожмах байлығын" күргәне юҡ ине әле ул. Ҡыуаҡтар тик емештән генә торамы ни, алыҫтан уҡ ут кеүек яна. Һатыу – алыу эшенә оҫтарып алған йүнсел ҡатын тиҙ арала күрше Ҡаран ауылы дарыуханаһына барып, кипкән емештең хаҡын белешеп ҡайтты. Торғаны – аҡса бит ул әлморон!

Беренсе көн, ике ҡыҙын эйәртеп, үҙе лә сыҡты: ағасты һындырмай ғына нисек тоторға, сәнселмәй таҙа итеп йыйырға күрһәтте.

Шул көндән алып, Нурзидә менән Наҙгөлгә был эш йөкмәтелде лә инде. Ике үҫмер ҡыҙ, көн дә иртән берәр ҡыйырсыҡ әпәй, бер-ике ҡыяр алып, урманға китәләр. Тәүҙә Арал башын, шунан Аҡбалсыҡ буйын, аҙаҡ йыраҡтағы Йәймәр урмандарын иңләп – буйлап бер айлап йөрөнөләр ҙә, йөрөнөләр.

– Ямғыр ҙа яумай бит, исмаһам! – тип зарланып та ала ине улар, ялҡып киткән саҡтарында.

Ҡыҙҙар бер ҡыуаҡ төбөнә килеп баҫалар ҙа, йә яңы сыҡҡан йырҙарҙы йырлай-йырлай, йә уҡыған китаптарын, йә ҡараған фильмдарын, йә үҙҙәренең хыялдарын һөйләй-һөйләй, әлморон тирә. Урманда еләҫ, көндөң ҡыҙыулығы ла артыҡ һиҙелмәй. Асығып – һыуһап китһәләр, Иҙел буйына төшөп, өйҙән алған әпәйҙәрен һыуға манып, ҡыярға ҡушып ашап алалар, услап тороп һыу эсәләр. Ә инде көн ныҡ ныҡ эҫе булһа, һыу инәләр. Кем шәберәк йөҙә, кем Иҙелдең аръяғына йөҙөп сығырға йөрьәт итә, кем һыу төбөнә сумып таш алып сыға, кем ағымға ҡаршы йөҙә ала – төрлөсә ярышып, ҡомда ҡыҙынып та алалар.

Көн дә Әлфинур биштәренә – 3 биҙрә, ни тиһәң дә өс йәшкә апай ҙа инде, ә Наҙгөл 2 биҙрә әлморон йыйып һала, ҡулдарындағы биҙрәләрҙе лә тултырып, кискә генә әйләнеп ҡайталар.

Кисен йыйылған емештең моронон таҙартыу эше бәләкәй һеңлеләре иңенә төшә. аласыҡтағы өҫтәлгә йәйеп һалалар ҙа, кемуҙарҙан шаяра – көлә:

– Эш бөткәс, уйнарға ярай, – тип, тиҙерәк таҙарта башлайҙар.

Миңлегөл еңгәй бер ваҡытта ла балаларын әрләмәй:

– Эшләгәнегеҙ кеше өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ – үҙегеҙ өсөн, – тип, кинәйәләп кенә әйтә лә үҙе башлап күрһәтеп бирә.

Әсәйҙәре күп балаға көн дә ҡомалаҡ башына ғына баҫып, мейес тултырып әпәй, бәлеш һала, аҙаҡ шул йылы мейескә алты табаны тултырып, емештәрҙе киптерергә ҡуя. Улар таң атыуға алһыуланып, матур итеп, тигеҙ генә булып кибеп сыға.

Миңлегөл апай тоҡ-тоҡ, гәрәбә кеүек емештәрҙе дарыуханаға килтергәс, мөдирҙең күҙе дүрт булды, йөҙө яҡтырып китте.

– Былай булғас, хөкүмәт планы артығы менән үтәлде, премияһы ла мул буласаҡ, – тип шатлығы эсенә һыймай, йүгерә-атлай йөрөнө. Үлсәп, алыш-биреш иткәс, мөдир Миңлегөл апайға аҡсаһын да күп итеп бирҙе, бер арба итеп мамығын да тейәшеп ебәрҙе.

Эш рәтен белгән булдыҡлы ҡатын тиҙ арала әллә нисә юрған, түшәк һырып та ҡуйҙы. Магазинда кәштәләр буп-буш, ә уның һәр балаһы түшәк-юрғанлы булды, әле бирнәгә лә өс еткән ҡыҙына ла арттырҙы. “Ғәзиздәрем, хан һымаҡ, иҙерәп рәхәтләнеп йомшаҡта йоҡлаһындар әле!” – тип ҡыуанды ул. Әлморондан килгән аҡсаға ул 1 сентябргә балаларын сынъяһау итеп, өр – яңынан кейендерҙе. Шулай итеп, быйыл да был ауыл халҡы тәбиғәт биргән байлыҡ менән башы – күҙе асылып, хәл алды...

 

Гөлназ Нафикова – Ғәбитова,

Ғафури районы, Урта Үтәш–Ябалаҡ ауылы.

Элиза Сөлйәмәнова фотоһы

Автор:
Читайте нас: