+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август 2023, 12:07

Мәктәптәрҙә үҙгәрештәр көтөлә

Йәйҙең оҙағыраҡ булыуын ни тиклем ныҡ теләһәк тә, бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. 1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә ниндәй яңылыҡтар көтөлә?

Мәктәптәрҙә үҙгәрештәр көтөлә
Мәктәптәрҙә үҙгәрештәр көтөлә

Хеҙмәт тәрбиәһе, башланғыс хәрби әҙерлек һәм көмөш миҙалдар тергеҙелә

Ата-әсәләр балаларын физик хеҙмәткә йәлеп итергә теләйме-юҡмы, әммә 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе индерелә башлай. Бынан һуң уҡыусыны ниндәйҙер эшкә, мәҫәлән, класс бүлмәһен биҙәү йәки дөйөм өмәгә йәлеп итеү өсөн уҡытыусыға ата-әсәләрҙән рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тейешле аңлатма бирҙе: бер кем дә балаларҙы ниндәйҙер ауыр, ҡатмарлы эш башҡарырға мәжбүр итмәйәсәк, уҡытыусылар мотлаҡ балаларҙың йәшен, башҡа үҙенсәлектәрен иҫәпкә аласаҡ. Бындай тәрбиә алымы уҡыуға ҡамасауламаясаҡ, йәғни мәктәп тарафынан һалынған артыҡ йөк булмаясаҡ.

– Уҡыусыларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү мәктәптә тәртип һәм таҙалыҡ урынлаштырыу, баҡсала эшләү, берәй сара алдынан белем усағын биҙәү, мәктәптең музейында, театрында, китапханаһында ниндәйҙер эштәрҙе башҡарыуға ҡайтып ҡала, – тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Педагогтар фекеренсә, бындай тәрбиә алымы уҡыусыларҙы хеҙмәтте хөрмәт итергә, башҡарған эштән ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ кисерергә өйрәтәсәк.

Шулай уҡ мәктәптәрҙә Башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) курсы тергеҙелә. Уҡыусылар тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, урын-ерҙә ориентир алырға, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Былтыр ғәмәлгә ашырыла башлаған “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеү” проекты өлгөһөндә профориентация буйынса “Рәсәй – минең офоҡтарым” тип аталған күнекмәләр өҫтәләсәк. Ул аҙнаһына бер тапҡыр, һәр кесаҙнала, дәрестән тыш эшмәкәрлек булараҡ үтәсәк.

Тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ – 2023/2024 уҡыу йылының сығарылыш уҡыусылары “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” көмөш миҙалын алыу мөмкинлегенә эйә. Уны мәктәпте ике
генә “дүртле”гә тамамлаған уҡыу алдынғыларына бирәсәктәр. Белеүегеҙсә, көмөш миҙал тапшырыу традицияһы 2014 йылда туҡтатылды. Шул осорҙан алып уҡыуҙағы уңыштар өсөн гел “бишле”гә уҡыған уҡыусыларға ғына миҙал тапшырылып килде.

Башҡортостанда тарих буйынса яңы уҡыу әсбаптары алынды
Өлкән кластар өсөн тарих буйынса әсбапта 1970 йылдарҙан 2000 йылдарға тиклем арауыҡ яңыртылды һәм Украиналағы махсус хәрби операция тураһында бүлек өҫтәлде. Быға тиклем, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, уҡытыусылар үҙ эшендә төрлө авторҙарҙың һәм баҫмаларҙың китаптарын ҡулланды. Уларҙың һәр береһенең тарихҡа үҙ ҡарашы ине. Ниһайәт, берҙәм дәүләт статусындағы әсбап барлыҡҡа килде.
Рәсәй тарихы һәм дөйөм тарих буйынса уҡыу китаптарын һатып алыуға республиканың резерв фондынан 51 миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ Башҡортостан шефлыҡҡа алған Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы өсөн дә әсбаптар һатып ала.


Һаҡсыллыҡ серҙәре
Бөтә кәрәк-яраҡты алдан һатып алмайынса, август аҙағына ҡалдырыу отошло аҙым түгел, сөнки был ваҡытта мәктәп әйберҙәренә һорау ҙа, хаҡтар ҙа ярайһы уҡ арта. Шуға күрә, әгәр бығаса алмаған булһағыҙ, иң кәрәклеләрен генә һатып алып, ҡалғанын сентябргә ҡалдырырға мөмкин.

Былтырғы запастарҙы ҡарағыҙ. Бәлки, пенал, линейка, дәфтәр, китап тышлыҡтарын ҡулланырға мөмкиндер. Әгәр бала һәр ваҡыт яңыны ғына теләй икән, уның менән әйберҙәрҙе файҙалы ҡулланыу, ҡалдыҡтарҙан күп ҡатлы йорт бейеклегендәге сүплектәр барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләшергә мөмкин.

Кейем-һалым һатыу тураһында иғландар сервисы менән файҙаланығыҙ һәм үҙегеҙгә кәрәкмәгән бар нәмәне әүҙем һатығыҙ. Ғәҙәттә, балалар байрамса кейемде 1 сентябрҙә кейә лә, һуңынан күпкә уңайлыраҡ жакеттарға һәм жилеткаларға күсә. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер әйберҙәр яңы килеш ятып ҡала.

Яңы уҡыу бүлмәләре
Быйыл республикала 70 мәктәп тулыһынса яңыра. Был бик ҙур күрһәткес! Ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса беҙ Рәсәйҙә икенсе урындабыҙ. Белем усаҡтарын яңыртыуға һәм йыһазландырыуға 4,3 миллиард һум аҡса бүленгән, уның күп өлөшө – 3,6 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Алдағы өс йылда төбәгебеҙҙә тағы 400 самаһы мәктәп бинаһын ремонтларға иҫәп тотола. Улар буйынса заявкалар әҙер, әле федераль үҙәк тарафынан ҡарала.

 

ФЕКЕР
Мәктәп туҡланыуына – етди иғтибар

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәп туҡланыуына контролде көсәй-
тергә ҡушты.
– Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойош-
торған операторҙарға ҡәтғи талаптар ҡуйылырға тейеш! Балаларға һыуы-
ған аш бирмәһендәр, срогы сыҡҡан ризыҡтар өсөн урында уҡ “атырға” була. Ситтән килтерелгән итте алмаҫҡа, барыһы ла үҙебеҙҙеке, яҡшы сифатлы булырға тейеш, – тине Башлыҡ.
Быйыл да мәктәптәрҙә социаль ярҙам саралары һаҡлана. Элеккесә башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгәндәр, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары бушлай туҡланасаҡ.

 

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА...
Мәктәпкә әҙерләнеү ҡиммәтләнә төштө 


Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләүгә сығымдар 7 процентҡа артҡан. Бындай мәғлүмәтте һатып алыу әүҙемлеген тәьмин иткән аналитик ресурс – “Чек индекс” килтерә. Байтаҡ ата-әсә кәрәкле әйберҙәрҙе июлдә һатып ала башлаған һәм ярайһы уҡ ҙур сығым талап иткән рюкзак, кроссовкалар, канцелярия кәрәк-ярағын алдан алып ҡуйырға тырышҡан. Аналитиктар асыҡлауынса, һатып алыуҙарҙың 60 проценты самаһы онлайн маркетплейста үткән.

Иң нығы беренсе класс уҡыусыһына тәғәйен йыйылманың – ҡәләм, ручка, альбом кеүек кәрәк-яраҡтан торған комплекттың хаҡы артҡан. Ул 30 процентҡа ҡыйбатланған һәм хәҙер ата-әсәләргә уртаса 1272 һумға төшә. Мәктәп формаһына сығымдар 20 процентҡа артҡан, бында уртаса һатып алыу чегы 2909 һум тәшкил итә. Рюкзак 8 процентҡа ҡиммәтләнгән, күпселек ата-әсә уны уртаса 1890 һумға һатып ала. Ә бына малайҙар өсөн салбар, ҡыҙҙар өсөн итәктәр һәм кроссовкаларға хаҡ аҙ ғына булһа ла – 2-3 процентҡа төшкән. Кроссовканың уртаса чегы – 1265 һум, салбар һәм итәктеке – 1135 һум.

 

 

https://ashkadar.com/

 

Автор:
Читайте нас: