+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Октябрь 2023, 16:27

“Аманат”лы уҡыусылар!

Телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, спортты үҙ иткән Ишембай районы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты менән журнал уҡыусыларыбыҙ журналдың 5-се һанынынан яҡшы таныш. Гимназия уҡыусылары “Аманат”тың конкурстарында әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулай!

“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!

“Аманат”лы уҡыусылар!

 

Телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, спортты үҙ иткән Ишембай районы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты менән журнал уҡыусыларыбыҙ журналдың 5-се һанынынан яҡшы таныш. Гимназия уҡыусылары “Аманат” менән  һәйбәт бәйләнештә тора. Улар төрлө конкурстарыбыҙҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.

 Гимназияның 5-се синыфы бөтөн синыф менән “Аманат” журналын алдыра. Уҡытыусы-китапханасы Әлмира Ғариф ҡыҙы Ибраһимова һәм синыф етәксеһе Гүзәл Ғаян ҡыҙы Камалова “Аманат”ты яҙҙырыуҙы ойоштороп ҡына ҡалмай, журналды дәрестә ҡулланып, балаларға ҡыҙыҡлы дәрестәр бирә.

8-се синыфта ижади балалар йыйылған. Улар йырлай-бейей, һүрәт төшөрә, шиғыр-әкиәттәр ижад итә. Уҡыусылар “Аманат”тың “БелемКөнөАманатМенән” конкурсында еңеүсе булғайны. Уларға редакцияның яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһен тапшырҙы. Әүҙем авторыбыҙ, төрлө конкурстарыбыҙ еңеүсеһе Илнур Ғөбәйҙуллин кеүек ижадсы егеттәребеҙ уҡығанда гимназия һәр ваҡыт  алдынғылар рәтендә булыр тип өмөтләнәбеҙ.

(Һүрәттәрҙе Зарина Булатов эшләгән)

Фотола Ишембай районы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 5-се “А”, “Б”синыфы уҡыусылары.

“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
“Аманат”лы уҡыусылар!
Автор:аманат
Читайте нас: