Беҙ - “Аманат”лы!
Республика башлығы Радий Хабиров иғлан итеүенсә Башҡортостанда быйылғы йыл “Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы" исемен йөрөтә.
Был йыл сиктәрендә Республиканың ҡала-ауылдарында бик күп саралар, осрашыуҙар, изге эштәр эшләнде һәм эшләнеп килә.
Манышты ауылында ла был йылға ҡарата бихисап саралар уҙғарылды. Бар сараларҙа әүҙем ҡатнашып барған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүҙә оло эштәр алып барған "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһына рәхмәт һүҙҙәремде әйтеп үткем килә. “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһының Манышты бүлексәһе ойошторолоуға йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо бәләкәй генә ваҡыт арауығында ойошма ағзалары, республика кимәлендә бик ҙур изге эштәр башҡара. Улар ҡатнашлығында ауылда бер генә ваҡиға ла, байрам да ситтә ҡалмай. Әүҙем егеттәр ойоштороуында атайсалыбыҙ күҙгә күренеп матурлана, рухи яҡтан байый.
Улар ауыл эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙарынан тыш, Манышты ауылы китапханаһы һәм мәктәбе тормошона ла ҙур өлөш индереүселәр. Мәктәп уҡыусыларына 23 дана “Аманат” журналына яҙҙырып, бүләк итте. Был изге эшкә “Аманат” журналы коллективы ла ҡушылып, тағы ла ете дана өҫтәне. Йәмғеһе 30 дана “Аманат” ғәҙел бүленеп, һигеҙ уҡыу алдынғыһы, бер нисә дананан мәктәптең туғыҙ синыфы июль айынан журналды уҡый. Шулай уҡ өсәр дана “Аманат” ауыл китапханаһына һәм балалар баҡсаһына юлланды. “Ирҙәр ҡоро” бүләк иткән унар дана “Аҡбуҙат” менән “Йәншишмә” һәм бишәр дана “Бәрәкәт” журналы менән “Урал” гәзитен дә балалар яратып уҡый.
Ай һайын балалар “Аманат”тың яңы һанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Журнал редакцияһы ойошторған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙәр яулап, бүләктәрен ота.
Манышты мәктәбенә Башҡортостан матбуғатын бүләк итеүсе, таратыусы дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ!
Гөлфиә Шайхитдинова, Манышты ауылы китапханаһы мөдире.