+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар , 13:20

Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!

Мәктәбебеҙҙә үҙ эшен һөйгән, балалар, үҫмерҙәр тормошо менән ҡайнап йәшәгән, оло йөрәкле уҡытыусылар эшләй. Улар барыһы ла тәжрибәле, күптәре хеҙмәт ветерандары. Атай-әсәйҙәребеҙ кеүек үк беҙҙе ҡайғыртып, хәстәрләп тороусы хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Мәктәптәге уҡытыусыларҙың береһен дә айырып ҡарап булмай, барыһын да берҙәй хөрмәт итәбеҙ.

Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!
Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!

Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!

Ялҡынлы сәләмдәр менән хат яҙа Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары.

Бына, ниһайәт, ҡулыбыҙға журналдың 1-се һанын да көтөп алдыҡ. “Аманат” менән бергә редакциянан бүләк тә килеп төштө. Ул да булһа, “Минең остазым” конкурсында еңеүселәр рәтендә икәнбеҙ. Бик ҡыуандыҡ.

“Аманат”тан беҙ бер ваҡытта ла айырылғаныбыҙ юҡ. Мәктәп менән дәррәү яҙылабыҙ. Төрлө конкурстарында ҡатнашабыҙ. Бүләктәр отабыҙ. Үҙебеҙ һәм мәктәп тормошо тураһында редакцияға мәҡәләләр ҙә ебәреп торабыҙ.
Мәктәбебеҙҙә үҙ эшен һөйгән, балалар, үҫмерҙәр тормошо менән ҡайнап йәшәгән, оло йөрәкле уҡытыусылар эшләй. Улар барыһы ла тәжрибәле, күптәре хеҙмәт ветерандары. Атай-әсәйҙәребеҙ кеүек үк беҙҙе ҡайғыртып, хәстәрләп тороусы хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Мәктәптәге уҡытыусыларҙың береһен дә айырып ҡарап булмай, барыһын да берҙәй хөрмәт итәбеҙ.

Мәктәбебеҙ йылы, яҡты, бөхтә. Уҡыуы ла күңелле. Көҙгә тиклем мәктәп биләмәһе күҙҙең яуын алып торған аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Былар барыһы ла директорыбыҙ Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселегендәге уҡыусылар һәм уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр коллективының оло хеҙмәт емеше.

Әлеге мәлдә беҙҙең төп бурысыбыҙ –  тырышып уҡыу, аң-белемгә эйә булыу, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыу. Киләсәктә Тыуған илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫеп етербеҙ, уның сәскә атыуында, тормошобоҙ алға китеүендә үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ тип ныҡлы ышанабыҙ.

Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары.

Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!
Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!
Һаумыһығыҙы, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: