1929 йылдың мартында, Башҡортостан балалары оло тарихи ваҡиға шаһиты була. Республикала тәүге тапҡыр үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә журналдың беренсе һаны донъя күрә башлай. “Керпе” тип атала ул. 1931 йылдан Башҡортостан пионерҙар ойошмаһы мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Пионер” журналы булып таныла. Журналдың иң беренсе мөхәррире башҡорт шағиры Хәй Ғабдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында журналды нәшер итеү ваҡытлыса туҡтатылып торһа ла, яңынан 1952 йылда баҫыла башлай. Ул замандарҙа башҡорт телендә китаптар етешмәүе айҡанлы журнал-әсбап булып, аң-белем таратыуҙа ҙур ярҙам итә. Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Фәүзиә Рәхимғолова кеүек күренекле әҙиптәр үҫмер саҡтағы тәүге әҫәрҙәрен дә “Пионер” журналында баҫтыра.
1991 йылдан алып, баҫма “Аманат” исеме аҫтында нәшер ителә. Журналдың исемендәге “аманат” һүҙе — “васыят” тигән мәғәнәлә яңғырай. Бөгөнгө көнгә тиклем “Аманат” ата-бабаларының изге васыяттарына тоғро ҡалып, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәрен үҙенең девизы итеп алған.
Беҙҙең быуын өсөн мәктәп йылдарында “Пионер” журналы иң ҡәҙерле баҫма булды. Һәр йортта 6-10-ар бала. Беҙҙең туғыҙ балалы ғаиләлә лә һәр беребеҙ “Пионер”ҙы уҡып үҫтек. Айҙың ниндәй көнөндә журнал килә икәнлеген алдан белеп торабыҙ, почтаны көтөп йөрөйбөҙ. Ҡулға алыу менән баштан аҙағынаса, тәфсирләп, уҡып сығабыҙ. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат уҡып, эстәлеген кемгәлер һөйләп, шиғырҙарын ятлап уҡ алабыҙ.
80-се йылдарҙа яратҡан баҫмам “Пионер” журналы редакцияһында эшләү бәхете тейҙе миңә лә. Матур хәтирәләр һаҡланған ғүмеремдең иң сағыу осоро булды ул. Әҫәрҙәрен әсбаптарҙа уҡып, фотоларын гәзит-журналдарҙа ғына күргән билдәле шәхестәр, бөйөк яҙыусылар, шағирҙар менән бер коллективта эшләүе ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та, мәртәбә лә ине. “Пионер”ҙың баш мөхәррире, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанға мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Динис Мөҙәрис улы Бүләков коллективҡа эшкә алды мине. Телде һәйбәт белгән, редакция талаптарына яуап биргән машинистканы ярты йыллап таба алмаған булғандар. Эш тәжрибәм дә, хеҙмәт кенәгәм дә юҡ. Өфөнөң 78-се училищеһында секретарь-машинистка-стенографистка һөнәренә уҡып ҡына сыҡҡанмын. Электрон яҙыу машинкаһында ун бармаҡ менән баҫмаҡтарға (клавиатура) ҡарамай минутына 180 хәреф кенә йыя беләм. Редакцияның ябай механик яҙыу машинкаһының төймәһенә етәрлек көс менән баҫмаһаң, хәрефтәр сыҡмай. Ныҡ баҫһаң, йоҡа ғына эш ҡағыҙы ҡағыҙ үтәнән-үтә тишелеп сыға. Яуаплы сәркәтип булып, һуғыш ветераны Зиннәт ағай Әминев эшләй торғайны. Ағай ҡалын тауышлы Белорет башҡорто ине. Таяҡҡа таянып, аҡһап йөрөнө. Хәрефтәре үтәнән-үтә тишелеп бөткән, мин баҫҡан ҡағыҙҙарҙы тотоп, ҡабулбүлмәгә килеп инә лә:
“Зөбәржәт, бармаҡтарың көслө икәнен белдек инде. Хәрефтәрҙе улай сәпәп китмә. Күрәһеңме, ҡағыҙ тишкесләнеп бөткән. Типографияға нисек тапшырабыҙ инде был эште?” – тип борсолоп, миңә иҫкәртмә яһап сыға. Ул тексты яңынан баҫыуы миңә бер ни тормай. Йәһәтләп, яңынан эшләп бирәм. Ҡағыҙҙы тишкесләмәй генә.
Ул замандарҙа коллективта һуғыш осоро һәм унан һуңғы ауыр тормошта сыныҡҡан изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр эшләне. Һәр береһен оло хөрмәт менән әле лә һағынып иҫкә алам. Күптәре был яҡты донъяларҙа юҡ инде. Йәндәре йәннәттә булһын! Атай-әсәй хәстәрлеге күрһәтеп, хәл-әхүәлде һорашып, һәр ваҡыт матур теләктә торҙолар. Мине бәләкәй балалай күреп, күңелде төшөрмәй генә аҡыллы кәңәштәре менән эшкә өйрәттеләр.
Рәссамдар Хәмит Насыров, һуңынан Искәндәр Ниғмәтйәнов – журналдың биҙәлеш, Венер ағай Йәнбәков – мәктәп тормошо, ә Факиһа апай Туғыбаева әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррирҙәре, Рита Мөхәмәҙиева техник редактор вазифаһында эшләне. Был бүлектәр, элек нисек эшләгән әле лә үҙ бурысын теүәл үтәй.
Ул заманда журналдың тиражы 20-30 мең булды. Уҡыусыларҙан көн дә тоҡлап хаттар алабыҙ. Яуап хаттары Советтар Союзының почта маркаһы йәбештерелгән “Пионер”ҙың фирма конверттарында китә. Үҫмерҙәр шиғырҙары, һүрәттәре, мөхәббәт серҙәре менән дә бүлешә. Шуғалыр ҙа, йәй етһә, ҡайһы бер ҡыҙҙар һыу инеү кейеме һорап хат яҙа башлай. Купальниктарҙың моделен һыҙмаҡлап, ниндәй төҫтә булыуын заказлайҙар. Ундай кейем алып ебәрергә редакцияның аҡсаһы булмағандыр. Ул замандарҙа әлеге кеүек кейем-һалым тулып ятмай ине шул. Ә бер хатты әле һаман хәтерләйем: “Ҡәҙерле редакция! Мин урыҫ телен бик насар беләм. Һәйбәт итеп өйрәнгем килә. Ҡайһы уҡыу йортонда уҡыталар икән ул. Адресын яҙып ебәрегеҙ әле, зинһар!?.”
“Пионер”ҙар Башҡортостан райондары буйлап, мәктәптәргә йыш сыҡты. Факиһа апайҙың ҡыҙы Зөлфиә бәләкәй генә. Ә уға командировкаларға сығырға, журналға материалдар тупларға кәрәк. Хәҙерге кеүек, интернет аша эшләү юҡ инде. “Атаһы эштән ҡайтҡансы ҡыҙымды ҡараштырып, тамағына ашатып тороғоҙ инде, ҡыҙҙар” - тип ике-өс көнгә Рита менән мине өйөндә ҡалдырып китә. Мансур ағай ҡайтҡансы Зөлфиәгә иптәш булып ултырған булабыҙ.
“Пионер” һәм “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзите коллективы менән бик татыу, берҙәм булдыҡ. Әһәмиәтле байрамдар ҙа гел бергә үтте. Профсоюз комитеты ойошмаһында ике редакция бергә тупланды. Мин – казначей – ойошманың аҡсаларын һаҡлаусы. Профсоюз аҡсаһы ҡайҙа тотонолған, йылына ике тапҡыр отчет бирәм. План төҙөйбөҙ. Ул замандарҙа “Башҡортостан пионеры”ның баш мөхәррире булып шағир Сафуан Әлибаев эшләй ине.
1986 йылда Динис ағайҙы Башҡортостандың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп эшкә алғас, баш мөхәррирҙәр Даларис Ғабдуллин, һуңынан Юлай Кәримовтар менән бергә эшләргә насип булды. Әйткәндәй, Динис Бүләковҡа быйылғы йылдың 18 майында 80 йәш тулған булыр ине.
Матбуғат йортоноң 7-се ҡатында “Пионер”ҙан тыш “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакциялары һәм Башҡортостан Журналистар Союзы урынлашҡайны. Ҙур портфелдәрен тотоп, иртәнге туғыҙ тулыр-тулмаҫтан, редакцияға яҙыусылар килеп тула. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Шәкир Янбаев, бер туған Әниф һәм Шәриф Бикҡолдар, Яҡуп Ҡолмой, Ғәлим Дәүләтов, Рауил Шаммас һәм башҡа яҙыусылар һәм шағирҙар “Пионер”ға үҙҙәренең өр-яңы әҫәрҙәрен алып килә. Редколлегия ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. композитор Данил ағай Хәсәншин редакцияға буш ҡул менән килмәй. Яңы йырын килтерә һәм “мәскәү күстәнәсе,” - тип, ул ваҡытта төштә лә күрмәгән, йылтыр тышлы, тәмле-тәмле кәнфиттәрҙе барыбыҙға ла таратып сыға.
Элекке “Пионер” менән сағыштырғанда, бөгөнгө “Аманат”тың эстәлеге бик бай, темалар төрлө, биҙәлеше сағыу, ҡағыҙ сифаты яҡшы. Элек балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәргә, пионерҙар тормошона күберәк урын бирелде. Ә хәҙерге “Аманат”ты энциклопедик журнал тип атар инем. Балалар зауығын үҫтерер, уның күңел талаптарына яуап бирер һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, тарих, мәҙәниәт, һаулыҡ, тәбиғәт, дин тураһында ла темалар бик күп. Конкурстарыбыҙ ҙа бихисап. “Аманат”тың https://amanat.su/ сайтында, https://vk.com/amanatrb төркөмөндә ҡыҙыҡлы материалдар уҡып, төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға була. Иң боронғо рубрикабыҙ “Тиҫтерҙәр ижады” әле лә бик популяр. Шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр йыллыҡ конкурстарын бергә туплаған ул. Һәр йыл аҙағында иң яҡшы әҫәрҙәргә йомғаҡ яһала. “Аманат”та ниндәй генә конкурс үтһә лә, журналдың үҙендәме, сайттамы һәр бер еңеүсе йәки ҡатнашыусы “Аманат”тың иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау билдәләре менән бүләкләнә. Шулай итеп, “Аманат” тиҫтәләгән йылдар дауамында үҫмерҙәр һәм балалар өсөн ижади оҫтахана булып тора. Мин эшләгән замандарҙағы “Пионер”ҙың йәш хәбәрселәре – әлеге көндә билдәле яҙыусы, шағир, журналистар һәм төрлө өлкәлә билдәле шәхестәр булып, уңышлы эшләп йөрөй.
Йылдар дауамында журналдың баш мөхәррирҙәре, хеҙмәткәрҙәре алынышынып тора. Берәүҙәр китә. Икенселәр килә. Тик “Аманат” журналы үҙенең эстәлегенә, аманатына һәр ваҡыт тоғро. Аң-белем таратыусы, ижадҡа дәртләндереүсе, тормошта дөрөҫ юл күрһәтеүсе балаларҙың яратҡан журналы булып ҡала!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА, “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе.