+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

#МинБашкортсаҺөйләшәм2024

Байрамда балаларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр етештереү, мини-түшелдеректәр һәм сулпылар эшләү, тәрилкә эшләү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә.

#МинБашкортсаҺөйләшәм2024
#МинБашкортсаҺөйләшәм2024
  • #МинБашкортсаҺөйләшәм2024
  • ФЕСТИВАЛЬ ТУРАҺЫНДА ТУЛЫРАҠ

    Дата: 1 июнь
    Сәғәт 12:00-17:00 - Тел лабораторияһы;
    17:00 - ОPEN-AIR фестиваль.

    Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана. Арт-квадрат биләмәһендә түбәндәге зоналар эшләйәсәк:
    - Башҡорт телендәге музыкаль/шиғри баттлдар зонаһы;
    - Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйын зонаһы;
    - Ата-әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;
    - Милли уйындар менән уйын зонаһы;
    - Башҡортса уйындар, уйынсыҡтары, дидактик материалдар һәм китаптар зонаһы;
    - Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар күргәҙмәһе.

    «Тел лабораторияһы»ның бөтә зоналары бер тематикаға берләштерелгән, унда ойоштороусылар килеүселәр менән бергә башҡорт телен төрлө тәжрибәләр аша өйрәнеп ҡараясаҡ. Кескәй тамашасыларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр етештереү, мини-түшелдеректәр һәм сулпылар эшләү, тәрилкә эшләү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә.

    Киске сәғәт 17:00 оло сәхнә фестивалдең төп майҙансығына әүерелә, унда башҡорт эстрадаһының бойондороҡһоҙ йәш артистарының концерты үткәрелә. Фестивалдең хедлайнерҙары - Тимур Ямалов, RENA RNT һәм BURELAR төркөмө. Уларҙан тыш Nail Bashstyle, Q-Yan, Радмир Исмагилов, 911th, BABY Ti, Raush, Айдар Исхаков, Аlbiona & Марат Тaturas, Лилиә Сәғитова, Lovil, Toolkyn, HANQYZY һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

    Сараға инеү бушлай. Проект Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

    Фестиваль группаһы: https://vk.com/minbashkortsahoilasham202

    #ФСГОРБ#Башҡортостан #БашҡортТеле #МинБашкортсаҺөйләшәм2024
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: