-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алдағы көндә боҙ-борсаҡ яуасаҡ

Ә һауа температураһы ниндәй булыр икән?

Алдағы көндә боҙ-борсаҡ яуасаҡ
Алдағы көндә боҙ-борсаҡ яуасаҡ

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шишәмбе, 18 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +27,+32°. Шаршамбы, 19 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә +17,+22°, көндөҙ +29,+34°. Кесаҙна, 20 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көндөҙ +23,+28°, көньяҡ-көнсығышта +32°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-prognoziruetsya-zharkaya-pogoda-3812500

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: