-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ашау – уйын уйнау түгел

Был арала һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ҡазаға тарыу осраҡтары булғыланы. Мәләүездә бер ҡыҙ тын юлына ҡыяр киҫәге китеп һәләк булды. Кисә генә Өфөлә тағы бер ҡыҙ, эсәгенә ит тығылып, табиптар операция яһап, саҡ ҡотолоп ҡалды. 3х4 см ҙурлыҡтағы киҫәктәрҙе сәйнәп тормайынса ашыҡ-бошоҡ йотҡан икән.

Ашау – уйын уйнау түгел
Ашау – уйын уйнау түгел

Табиптар әйткәнен тыңларға кәрәк, улар бушты һөйләмәй:

*ашаған саҡта ауыҙҙа аҙыҡ булғанда һөйләшергә, көлөргә ярамай;

*аҙыҡты ентекле сәйнәргә кәрәк (ҡаты аҙыҡ урт эсендә 30 тапҡыр өйрөлөп, теш араһында ваҡланып йөрөһөн) – сәйнәлмәгән эре киҫәктәр нәҙек эсәккә тығылырға  мөмкин.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Гүзәл Лашина ашаған саҡта бәләгә тарыған кешенең ни хәлдә икәнен аңларға өйрәтә.

Әгәр кеше, тамағына берәй нәмә тороп, тын ала алмай башлаһа, иң элек шуны асыҡлағыҙ, ти ул,  өлөшләтә үтмәүсәнлекме был, тулыһынса томаланыумы?

Өлөшләтә томаланыуҙың билдәләре шул: кеше һөйләшә ала, өн-ауаз сығара ала, һулышы ла бар, тәненең төҫө ҡәҙимге, күгәрмәй, ағармай.

Ә тын юлдары тулыһынса томаланһа, кеше тын алмай, тәне күгәрә йә ағара.

Ә бына ашығыс медицина ярҙамы табибы Людмила Денисова тәүге ярҙам алымдарын аңлата.

 Тын юлына аҙыҡ киҫәге киткән йә тамағына аҙыҡ төйөлгән кешенең елкәһенә һуғырға ашыҡмағыҙ, ти ул.

"Бына кеше ашҡа төйөлгән, йүткерә ала, һөйләшә ала. Йүткерһен әйҙә. Хәл-торошон күҙәтәм, йүткерә-йүткерә ул тын юлынан ят киҫәкте сығарып ебәрә ала. Уға ярҙам итәм тип, киреһенсә, ҡамасаулауым бар: киҫәктең төпкәрәк төшөп китеүе ихтимал. Әгәр ҡазалаған кеше минең һорауға яуап бирә алмайынса баш ҡына ҡаҡһа, йүткермәһә, тын ала алмаһа, тимәк, уның тын юлы тулыһынса томаланған.  

Уның кәүҙәһен алға эйҙерергә лә ҡул усының төбө (беләҙек яғы) менән ҡалаҡ һөйәктәре араһына биш тапҡыр ныҡ итеп һуғырға кәрәк. Әгәр аҙыҡ һаман  ҡуҙғалмаһа, кешенең артына баҫырға, кәүҙәһен ике ҡул менән уратып, өорһағының өҫкө тапҡырында ҡулыңды ҡулға тоторға ла, ҡапыл-ҡапыл үҙеңә тартып, ҡыҫырға кәрәк. Быныһы ла биш тапҡырға тиклем эшләнә. Һимеҙ кешеләргә һәм ауырлы ҡатындарға ҡарата техника саҡ ҡына башҡараҡ. Уларҙың ҡорһағының өҫкө яғына түгел, ә күкрәгенең аҫтына баҫалар".

Был да ярҙам итмәһә, йөрәк-үпкә реанимацияһын башларға тура килә.

Һәр осраҡта ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк.

Ә эргәңдә бер кем дә булмаһа? Тын юлы тулыһынса ҡапланған осраҡта, ҡорһағыңдың өҫкө тапҡыры менән карауат башынамы, ултырғыс арҡаһынамы – шуның ише ҡаты әйбергә бәрелеү кәрәк, ти табиптар. Һис юғында эскә ятып, ҡуш йоҙроғоңдо ҡорһаҡтың өҫкө тапҡырына һалып,  кәүҙә ауырлығын төшөрөү. Тамаҡҡа торған киҫәк сыҡҡансы тырышырға инде, башҡа юлы юҡ.

Тын юлы тулыһынса ҡапланған осраҡта күп тигәндә 4 минут ваҡыт бар. Шунан һуң кеше аңын юғалта. Унан йөрәк туҡтай.

Шуға тамаҡ туйҙырғанда һаҡ булығыҙ, ашау – уйын уйнау түгел. Бәләгә тарыған кешегә ярҙам күрһәтеү алымдарын белеп ҡуйыу насар түгел, бәлки, һеҙгә кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға тура килер.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: