-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ике баҫаһын бер баҫып

Уны эҙләп, таба алмай, уҡыу йортон бер нисә ураныҡ.

Ике баҫаһын бер баҫып
Ике баҫаһын бер баҫып

Мәктәп кенә тиһәң дә, ныҡ ҙур, завод биләмәһе тиерһең, аҙаша яҙҙыҡ хатта.

Мортаза Рәхимов исемендәге БРГИ-ла ремонт эштәре бара. Гимназия директорын шунда уҡ тап итмәүебеҙҙең бер яҡшы яғы ла булды: барыһын «сит»  ҡараш менән күҙҙән үткәрҙек. Шулай ҙа барыһын аңлап бөтөп булманы, уңға китһәң дә, һулға боролһаң да эштәр бара, ҡапыл ғына нимә, нисек икәненә төшөнөрлөк түгел. Төшөнмәгәнен Шайморат Тимербулатов аңлатты (ул, ысын хужаларса, биләмәһен ҡарап-тикшереп йөрөгән икән, саҡ тап булыштыҡ):- Ремонтты март айында ғына башланыҡ, әммә эштәр тиҙ бара. Әле яртыһынан күбеһе бөттө. Ремонтҡа һәммәһе 50 миллион һум аҡса бүленде, быныһынан тыш, йыһазландырыуға, ишек алдын тәртипкә килтереүгә йәнә 20 миллион һум аласаҡбыҙ.

- Яңы уҡыу йылын һәйбәт кенә ҡаршы алаһығыҙ тип күҙаллайбыҙ. Ремонттан һуң яңырған уҡыу йорто бер яҡтан, икенсе яҡтан, балалар ҙа һеҙгә күпләп килә тип ишеттек, репутацияғыҙ, тимәк, яҡшы.

- Уныһы шулай. М. Исҡужин исемендәге прогимназияны 56 бала уҡып бөтһә, шуларҙың илеһһе беҙгә килә. Йыраҡ район балаларының да беҙҙә уҡырға теләге ҙур, хәйбуллалар, баймаҡтар күпләп килә... – эштәрҙең тап ошолай барыуы, әлбиттә, директорҙың кәйефендә сағыла, мәктәп буйлап,  аҙымдарының ике баҫа торғанды бер баҫып, дәртле йөрөй.

Күңелле яңылыҡтар бының менән генә бөтмәне, быйыл гимназия-интернатта Мортаза бабайыбыҙҙың бюсы ла ҡуйыласаҡ.  

- Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәлдең эскизы әҙер тиһәм дә була, уны ла ҡойоп, урынына ултыртып (урыны – гимназияға ингән ерҙә генә була) өлгөрөрбөҙ. Был изге эшкә аҡсаны «Урал» фонды бирә.

Алда, бик тиҙҙән, һине һөйөнөслө ваҡиғалар көтөп торғанын белеү кешелә йәшәүгә дәрт уята. Бөгөнгө булған дәртте һүндермәй, киләсәктә лә, ике баҫаһын бер баҫып, йәшәргә-эшләргә яҙһын һеҙгә, Шайморат Азамат улы!  

 

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров:

"Рәсәй президенты тәҡдим иткән федераль программа буйынса беҙ 140 мәктәп бинаһына капиталь ремонт менән индек — ә был — яҡшы, лайыҡлы шарттарҙа уҡырға мөмкинлек алған тағы 37,6 мең бәхетле бала. Һәм был беҙҙең төп бурысыбыҙ - балалар өсөн йылы, уңайлы мөхит булдырыу, заманса алымдар һәм ҡорамалдар ҡулланып белем алыу, үҫешеү һәм үҙ иленең ысын патриоттары булыу».

https://youshatir.ru/news/m-arif/2024-06-26/ike-ba-a-yn-ber-ba-yp-3823674 

Малик Ильясов

Ике баҫаһын бер баҫып
Ике баҫаһын бер баҫып
Автор:"Юшатыр" гәзите
Читайте нас: