-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

йәйге ял оҡшай

Йылайыр районының иң матур ерендә урынлашҡан “Дуҫлыҡ” ял лагерында төрлө тарафтарҙан килгән балалар ял итә, сәләмәтлеген нығыта.

йәйге ял оҡшай
йәйге ял оҡшай

Себер малайына Йылайыр оҡшай Йылайыр районының иң матур ерендә урынлашҡан “Дуҫлыҡ” ял лагерында төрлө тарафтарҙан килгән балалар ял итә, сәләмәтлеген нығыта. Мәҫәлән, лагерҙың тәүге сменаһында бында Ханты-Мансы автономия округының Нефтеюганск ҡалаһынан ял итеүсе балалар булды. - Мин бында ҡустым Бәхтинур менән бергә ял итергә килдем. Бындай лагерь барлығын әсәйем интернет селтәренән белде һәм беҙгә путевка алды. Быға тиклем мин Төмән ҡалаһындағы бер йәйге ял лагерында ғына булғаным бар ине. Йылайыр районында бигерәк тә оҡшаны. Һәр иртәбеҙ йыуыныуҙан һәм зарядка эшләүҙән башлана. Шунан көндәлек построение, сәләмләү башҡарыла. Миңә бигерәк тә кис оҡшай бында. Беҙ дуҫтарым менән волейбол йәки футбол уйнап рәхәтләнәбеҙ, – тип һөйләй Бәхтийәр.

Сығанаҡ: "Ауыл уттары"

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Автор:Ауыл уттары
Читайте нас: