-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август , 14:50

Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә

«Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара удмурт ижади лагерында белгестәр балаларға эстрада оҫталығы, милли фольклор, туҡыусылыҡ, удмурт әҙәбиәте, информацион технологиялар, журналистика, ҡайын туҙы һәм һалам менән эш итеү сәнғәте серҙәренә төшөндөрә. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр удмурт телендә шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәрен яҙырға өйрәнә.

Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә
Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә

Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә

1-нән -10 августҡа тиклем Тәтешле районының Вязовка ауылында «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара удмурт ижади лагеры үтә.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың бер нисә район хакимиәттәре ярҙамында Комаров исемендәге балалар сәләмәтләндереү лагеры нигеҙендә лагерь 2003 йылдан алып туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә.

Лагерға Башҡортостандың Ҡалтасы, Яңауыл, Борай, Балтас, Кушнарен, Тәтешле һәм Йәрмәкәй райондарынан, Пермь крайынан, Удмуртиянан балалар килде.

Белгестәр лагерь тәрбиәләнеүселәрен эстрада оҫталығы, милли фольклор, туҡыусылыҡ, удмурт әҙәбиәте, информацион технологиялар, журналистика, ҡайын туҙы һәм һалам менән эш итеү сәнғәте серҙәренә төшөндөрә. Балалар портатив компьютерҙар (ноутбуктар, нетбуктар, планшеттар) ярҙамында, презентациялар күрһәтә. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр  удмурт телендә шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәрен яҙырға өйрәнә. Балаларҙың иң яҡшы әҫәрҙәре Тәтешле районында удмурт телендә сыҡҡан «Ошмес» гәзитендә баҫтырыласаҡ.

Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә
Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә
Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә
Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә
Тәтешле районында “Усточикар” балалар удмурт лагеры үтә
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: