Һыуҙа батыусыларға беренсе ярҙам
Йәйге каникул мәлендә күңелһеҙ хәлдәр килеп тыумаһын өсөн, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бер ваҡытҡа ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, балалар! Сөнки һыу инеү өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә хәүефле урын. Күпселек балалар йөҙә белмәй, хатта тәрән булмаған урындарҙа ла, өйҙәге бассейнда ла һыуға батыу осраҡтары бар.
Шаңҡыу хәлендә кешене кинәт ҡурҡыу тойғоһо биләп ала. Ҡурҡҡанда, бала үҙе лә аңламай ҡала, ауыҙын асып илай башлай. Һөҙөмтәлә һыу тын юлына, үпкәгә эләгә, быуылыу барлыҡҡа килә.
Һыуҙа батыусыларға беренсе ярҙам ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
-Махсус йыһазландырылған урындарҙа, пляждарҙа ғына һыу инергә ярай. Билдәһеҙ һыу ятҡылығында һыу өйөрмәһе, тәрән соҡорҙар, ҡуйы ылымыҡтар, һалҡын шишмәләр, ағас төмзәләре, көслө ағымдар, сүп-сар булыуы мөмкин. Бындай урында йәрәхәтләнергә, аяҡҡа сүп йәки үҫемлектәр уралып батырға мөмкин. Һыуға батыусыны яҡшы йөҙә белгән, беренсе ярҙам ҡағиҙәләрен белгәндәр ҡотҡара ала. Улар ҡотҡарыусылар тип атала.
Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
-“Һыу инеү тыйыла!” билдәһенең булыу-булмауына иғтибар итергә.
Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин.
Таныш булмаған урындарҙа һыу инеү тыйыла.
Һыуҙа йөҙгәндә бер-берегеҙҙең аяҡ-ҡулдарын тотоп, ҡамасауламағыҙ.
Йөҙөргә белмәгәндәр ярға яҡын урында, өлкәндәр менән генә һыу инергә тейеш.
Һыуҙа батып барған кешене күреп ҡалыу менән:
Шунда уҡ ярҙам һорап “Кеше бата!”, тип һөрәнләргә.
Ҡотҡарыусыларҙы һәм “Ашығыс медицина ярҙамы”н саҡырырға, ярҙам итә алмаҫтай булһаң, үҙ именлегеңде ҡайғырт.
Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем һыуға инмәйенсә батыусы кешене ҡотҡарырға тырышырға кәрәк: уның менән туҡтауһыҙ һөйләшергә, уға ҡотҡарыу түңәрәген, таяҡтар, таҡталар һуҙырға кәрәк.
Зыян күреүсене һыуҙан сығарғандан һуң уның хәл-торошон самаларға кәрәк:
1.Һеҙҙе ишетә, һорауҙарығыҙға баш ҡағып йәки башҡа билдәләр менән яуап бирә икән, тимәк ул үҙ аңында. Уны ҡоро кейем менән ябырға, йылындырырға, тынысландырырға. Йүтәлләп, һыуҙы ҡоҫоп сығарғанда, тонсоғорға мөмкин, шуға уның хәлен күҙәтеп торорға.
2.Әгәр зыян күреүсе аңһыҙ булһа, әҙ генә ҡоҫа һәм үҙаллы тын ала икән, был осраҡта уны бер яҡ ҡабырғаһына һалырға кәрәк, ул ашҡаҙан эсендәге матдәләрҙең тын юлына эләгеүен булдырмаясаҡ һәм үпкәләргә һауаның ирекле килеүен тәьмин итәсәк.
Һыу тын юлына эләкһә, зыян күреүсенең хәле насарайыуы ихтимал.
3.Әгәр зыян күреүсе аңһыҙ, үҙаллы тын ала алмай икән, бармаҡты бинт йәки яулыҡ менән урап, уның ауыҙ ҡыуышлығын сит нәмәләрҙән тиҙ генә таҙартырға. Шунда уҡ йөрәк-үпкә реанимацияһын (сердечно-лёгочная реанимация) башларға кәрәк. Үпкәнән һыуҙы сығарыу өсөн кәүҙәне тубыҡҡа һалып ваҡыт сарыф итеү кәрәкмәй, был осраҡта умыртҡаны зыянлатырға мөмкин.Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юғарынан һыуға һикергәндә, тыу төбөндә күренмәгән таштарға бәрелеп, сумыусының баш һөйәге йәки муйыны һынырға мөмкин. Был осраҡта зыян күреүсенең муйын өлөшөнә таҫтамал йәки кейемдәр һалып, хәрәкәтһеҙ ҡалдырығыҙ.
Йөрәк-үпкә реанимацияһын биш яһалма һулыш менән башларға кәңәш ителә. Әгәр һулыш алғандан һуң үҙаллы тын алыу тергеҙелмәһә, реанимация сараларын дауам итергә: ҡулдарҙы күкрәк уртаһына ҡуйырға, ҡул бармаҡтарын “йоҙаҡ”ҡа “үреп” күкрәккә минутына 100 —120 баҫым йышлығында 5-6 см тәрәнлеккә 30 баҫым яһарға.
30 баҫым яһағандан һуң зыян күреүсегә ике яһалма һулыш алдырыу (искусственная вентиляция лёгких) үткәрергә: зыян күреүсенең ауыҙына ике мәртәбә һулыш өрөргә. Һулыш өргәндә зыян күреүсенең күкрәк ситлеге күтәрелергә тейеш. Бер секундта бер һулыш эшләргә.
Яһалма һулыш алдырғанда үҙ хәүефһеҙлегегеҙҙе онотмағаҙ: зыян күреүсенең ауҙына һулышты ҡулъяулыҡ, башҡа туҡыма аша өрөгөҙ. Автомобиль аптечкаһында бының өсөн махсус “изо рта в рот” тип аталған маскалар бар.
Ашығыс ярҙам бригадаһы килгәнсә йөрәк-үпкә реанимацияһын дауам итергә.
Ашығыс медицина ярҙамына 112 йәки 103 телефон номеры буйынса хәбәр итегеҙ.
Әгәр зыян күреүсе аңына килмәйсә тын ала, йүтәлләй, аяҡ-ҡулдарын хәрәкәтләндерә башлаһа:
Һыуҙа хәүефһеҙлек—һәр кемдең эше! Әгәр һеҙ балаларҙың һыу инеү йәки һыу ятҡылығы янында өлкәндәрһеҙ йөрөүен күрһәгеҙ, битараф ҡалмағыҙ. Ата-әсәләре ҡайҙалығын һорағыҙ, мөмкин булһа, телефондан шылтыратығыҙ. Һыубуйында ял итһәгеҙ ҙә, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Һыуҙа һаҡ булығыҙ, һыу инеүҙән ләззәт алығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!
Вера БЫКОВА,
Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт автономиялы учреждениеһы квалификацияны күтәреү үҙәге уҡытыусыһы, табип анестезиолог-реаниматолог.