“Аманат” журналының “Сәләмәт бул!” рубрикаһы
Энергетиктар организмға зыянлы!
Энергетик эсемлектәр йәш организм өсөн зыянлы. Даими рәүештә уларҙы ҡулланыу тештәр, матдәләр алмашыныуы боҙолоу, һимереү, шәкәр диабеты башланыу ҡурҡынысын арттыра. Ул йөрәк тибешен йышайта, ҡан баҫымын күтәрә, йоҡоһоҙлоҡ, ҡалтыраныу, көҙән йыйырыуға сәбәпсе була. Бауыр, бөйөрҙәр эшмәкәрлеген насарайта, психик ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә.
Энергетик эсемлектең организмдан кальцийҙы тиҙ генә йыуып сығарыусы төп компоненты – кофеин. Был минерал беҙгә һөйәктәр, тештәр, тырнаҡтар, сәс өсөн кәрәк. Организмға кальций етмәгәндә кеше тиҙ арый, аяҡтарын көҙән йыйыра, йөрәге ҡаға, тырнаҡтары кителеп төшә, тештәре боҙола, остеопороз башлана. Кальций ҡытлығы өлкәнәйгәс ныҡ беленә башлай. Һөйәк тиҙ генә һыныусанға әйләнә, һыҙлай, арҡа бөкөрәйә.
Организмда кальцийҙы үҙләштерергә D витамины булышлыҡ итә. Ул балыҡта бар. Организм уны тән тиреһе аша ҡояш нурҙарынан синтезлай. Битте һәм ҡулдарҙы ун минут дауамында ҡояшта тотһаң да ошо витаминды алырға мөмкин.
Энергетик эсемлектәрҙе, шулай уҡ кофены йыш ҡулланғанда баш ауырта, ҡанда шәкәр кимәле, ҡан баҫымы күтәрелә, йоҡо режимы боҙола. Эсемлектең ингредиенттарына аллергия булыуы ихтимал.
Башҡортостанда энергетик эсемлектәр бәлиғ булмаған балаларға һатыу тыйылған. Тонус биргән энергетик эсемлектәрҙе ҡулға төшөрөргә теләгән балалар административ рәүештә хоҡуҡ боҙоусылар рәтенә инә.
Зөбәржәт Яҡупова әҙерләне.