+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август , 11:38

Йырла ла, бейе, студент!

1 сентябрь, 18:00 сәғәттә СОВЕТ МАЙҘАНЫна килегеҙ! Студенттар өсөн «ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!» тип исемләнгән күңелле сара буласаҡ!  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнаша!

Йырла ла, бейе, студент!
Йырла ла, бейе, студент!

1 сентябрь, 18:00 сәғәттә СОВЕТ МАЙҘАНЫна килегеҙ!

Студенттар өсөн «ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!» тип исемләнгән күңелле сара буласаҡ!


Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, баш ҡала студенттарына шәп концерт программаһы әҙерләгән. 85-се ижад миҙгеленең иң яҡшы хиттары, популяр музыка, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө менән барған тамашала интерактив уйындар, күңелле дискотека ла буласаҡ!

Һеҙҙең яратып тыңлаған артистарығыҙ: Тимур Рамаҙанов, Айтуған Ғәйзуллин, Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилов (Rody Dillon) һәм «Әйе» төркөмө сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары: Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Фәриҙә Ғаззалова, Гөлнур Мансурова һеҙгә онотолмаҫлыҡ байрам бүләк итәсәк!
Талантлы музыканттар Аурика Уршеева (саксофон), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), мультиинструменталистар: Миңдеғәфүр Зәйнетдинов һәм Илнур Хәйруллиндың дәртле көй - моңдарына рәхәтләнеп бейеү форсаты ла буласаҡ!

Алып барыусылар: Элмира Юлдашева һәм Зилиә Сәфиуллина студенттарға сессияларҙы уңышлы биреү серҙәрен асасаҡ.
Концерттың режиссерҙары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова һәм Дилбәр Фәйзиева.
Яңы башланасаҡ яуаплы, тыңғыһыҙ уҡыу йылын шатланып, дәртләнеп, илһамланып башлағығыҙ килһә, 1 сентябрь Совет майҙанына ашығығыҙ! Филармония артистары һеҙгә дәрт, илһам, ыңғай энергетика бүләк итәсәк! Осрашҡанға тиклем! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

Йырла ла, бейе, студент!
Йырла ла, бейе, студент!
Автор:Аманат
Читайте нас: