+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август , 13:31

Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте

Башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы, мәғариф сифаты менән идара итеүҙең төбәк механизмдарын баһалау буйынса төбәктәр рейтингында республика 71-се урындан (2020 йыл) 17-се урынға (2022 йыл) күтәрелде, тип билдәләне.

Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте
Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте

17 августа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 23-сө полилингваль күп профилле мәктәп базаһында үткән Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһаны. Педагогтарҙың традицион «август кәңәшмәһе»нең темаһы – «Төбәк мәғариф системаһының стратегик йүнәлештәре».

***

Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы республика мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне.

Мәҫәлән, педагогик берләшмә эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.

– Уҡытыусылар өсөн был, тәү сиратта, йәштәребеҙҙең аҡылы һәм рухы өсөн көрәш, сөнки махсус хәрби операция, асылда, илебеҙ һәм Көнбайыш цивилизацияһы араһында барған глобаль конфликт күренештәренең иң юғары нөктәһе булып тора, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Беҙ башланғыс хәрби әҙерлек һәм патриотик тәрбиә биреүҙең ярайһы уҡ киң инфраструктураһын булдырҙыҡ. Был, әлбиттә, ошо эштең мөһим инструментына әүерелеүсе «Патриот» паркы. Быйыл Стәрлебаш районындағы «Орленок» балалар лагеры базаһында уның филиалын сафҡа индерәсәкбеҙ. Киләһе йылда – Ҡыйғы районында, ә һуңыраҡ Баймаҡ районының Күлтабан ауылында тағы бер филиал асырға ниәтләйбеҙ. Бурысыбыҙ – барлыҡ юғары класс уҡыусылары һәм колледж студенттары «Патриот» паркында биш көнлөк курстарҙы үтһен, тейешле күнекмәләргә эйә булһын, һәм был уларҙың аҡылында һәм йөрәктәрендә үҙ урынын алһын.

Башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы, мәғариф сифаты менән идара итеүҙең төбәк механизмдарын баһалау буйынса төбәктәр рейтингында республика 71-се урындан (2020 йыл) 17-се урынға (2022 йыл) күтәрелде, тип билдәләне. 2024 йылда Башҡортостан уҡыусылар араһында Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса өс лидер иҫәбенә инде, ә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алтынсы булды.

2024 йылда Башҡортостандан Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса йөҙ балл менән билдәләнгән эштәр һаны рекордлы күрһәткескә етте – 155 эш иң юғары балға лайыҡ булды. Был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Шуныһы мөһим: һуңғы биш йылда республика Берҙәм дәүләт имтиханын объектив ойоштороуҙың «йәшел зонаһында» үҙ урынын һаҡлап ҡала.

– Барлыҡ тырышлығыбыҙ мәктәптәрҙә белем биреү сифатының яҡшырыуына килтерә, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Был шул иҫәптән мәғариф системаһының матди базаһын үҫтереү буйынса һеҙҙең менән бергә алып барған ҙур эш һөҙөмтәһе. Биш йыл эсендә 22 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 мәктәп сафҡа индерелде. Берләштерелгән объекттарҙы иҫәпкә алғанда, 9 173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл тағы өс мәктәпте – Өфөләге «Йондоҙ» белем биреү үҙәген, Иглин районының Иглин ауылында 1 225 урынлыҡ мәктәпте һәм Туймазыла 500 урынлыҡ 5-се урта мәктәпте – тапшырасаҡбыҙ. Концессия килешеүҙәре сиктәрендә ете ҙур мәктәп төҙөйбөҙ. Президент программаһы ярҙамында ике йыл эсендә 53 мең балаға иҫәпләнгән 140 мәктәп бинаһын капиталь ремонтланыҡ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йүнәлтелде, тағы ла 1 миллиард һумдан ашыуы – республика ҡаҙнаһынан. Быйыл беҙ 31 мәктәпте ремонтлай башланыҡ, шуларҙың алтыһы – быйылғы уҡыу йылында, ә 25-е киләһе йылда асыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар баҡсаларын ремонтлау буйынса федераль программаға старт бирҙе, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Республика унда ҡатнашыуға, 159 балалар баҡсаһын индереп, ғариза юллаған да инде.

– Башҡортостандың 19 колледжы «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнаша. Проектҡа ярашлы, ҙур сумма бүленә, һәм уҡыу йорто тулыһынса үҙгәрә – экосистема, экстерьер, интерьер, уҡыу базаһы яңыртыла, яңы оҫтаханалар, лабораториялар барлыҡҡа килә, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Сәнәғәткә эшсе ҡулдар етмәй. Ә колледждар – иҡтисадыбыҙҙы кадрҙар менән туранан-тура тәьмин итеүсе. Шуға күрә хәҙер был стратегик мөһим йүнәлеш.

Республика Башлығы шулай уҡ Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү тураһында һөйләне. 2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында кампустың беренсе сираты сафҡа индерелде. Йыл аҙағына тиклем икенсе сираттың беренсе объектын – «Сбер»ҙың 21-се мәктәбе менән берләштерелгән Геном үҙәген – файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла, унда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белгестәр әҙерләнәсәк. Ә 2025 йыл дауамында 4 300 студентҡа иҫәпләнгән 120 мең квадрат метр майҙанлы икенсе сираттағы төп бинаны төҙөү бурысы ҡуйыла.

Республика етәксеһе полилингваль белем биреүҙе үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлде. Башҡортостанда уҡытыу рус, башҡорт, татар һәм мари телдәрендә алып барылған һигеҙ полилингваль мәктәп эшләй, шулай уҡ сыуаш һәм удмурт гимназияларын асыу планлаштырыла. Нефтекамалағы полилингваль күп профилле мәктәбендә, уҡыусылар тулы урта белем алһын өсөн, төбәк Башлығы республиканың Финанс министрлығына мәктәп эргәһендә интернат булдырыуҙы финанслау сараһын күрергә ҡушты.

Уҡытыусыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдан алып уҡытыусыларға берлектә финанслау шарттарында республиканың шифахана-курорт учреждениеларына ике аҙналыҡ юлламалар бүлергә тәҡдим итте. Республика етәксеһе профилле министрлыҡтарға был мәсьәләне тикшерергә һәм бер ай эсендә тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

– Ҡәҙерле уҡытыусылар, барығыҙға ла рәхмәт әйтергә теләйем! Беҙ һеҙҙең менән ауыр ваҡыттар кисерәбеҙ – коронавирус пандемияһы, санкциялар, махсус хәрби операция. Һәм һеҙ үҙ эшегеҙҙе бик лайыҡлы башҡараһығыҙ. Ҙур рәхмәт! – тине республика Башлығы. – Тыныслыҡ һәм именлек теләйем!

***

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова мәғариф өлкәһен үҫтереү буйынса мөһим закондар сығарыу башланғыстары хаҡында белдерҙе, ә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин тармаҡ үҫешенең йомғаҡтары менән таныштырҙы, шул иҫәптән «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында һөйләне. Пленар ултырышта шулай уҡ педагогтарға телефон аша халыҡтың аҡсаһын урлаусы мутлашыусыларға ҡаршы тороу тураһында Башҡортостандың эске эштәр министры вазифаһын Башҡарыусы Артур Сәйфуллин сығыш яһаны. Республика педагогтары исеменән Өфө дәүләт нефть техник университетының 83-сө инженер лицейы директоры Алла Цыбина федераль үҙәккә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм муниципалитет хакимиәттәренә төбәктең мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уңышлы уҡыу йылы теләне.

***

Кәңәшмә аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров педагогтар берләшмәһенә йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт белдерҙе, дәүләт наградалары, шулай уҡ «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттарына һәм финалсыларына премиялар тапшырҙы.

Фекер алышыу барышында әйтелгән барлыҡ йөкләмәләр йомғаҡлау протоколында сағылдырыласаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе һәм мәғариф буйынса киләһе кәңәшмәне Бөрөлә үткәрергә тәҡдим итте.

– Асылда, беҙ хәҙер күптәнге традицияны тергеҙәбеҙ һәм төрлө райондарҙа йыйыласаҡбыҙ. Был муниципалитеттарға билдәле бер этәргес бирә. Ә беҙгә урындағы кимәлдә белем биреү мөхитендә ниндәй үҙгәрештәр барлығын күреү ҡыҙыҡлы, – тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Һәм, әлбиттә, уҡытыусыларҙың һәм район мәғариф бүлектәре етәкселәренең муниципалитеттарҙың уңышлы тәжрибәһе менән танышыуы, уны таратыуы мөһим.

glavarb.ru сайтынан

Автор:Аманат
Читайте нас: