Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы Пионерҙар һарайын төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты итеп раҫланы. Бина шулай уҡ ХХ быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
Пионерҙар һарайы неоклассика стилендә “Башпроект” институтының баш архитекторы В. Кондрашков проекты буйынса төҙөлә. 3-сө төҙөлөш тресы һала уны. 1958 йылдың 30 авгусында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев балалар өсөн төҙөлгән һарайҙы тантаналы шарттарҙа аса.
1967 йылда Пионерҙар һарайына В. М. Комаров исеме бирелә һәм ул В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы тип йөрөтөлә башлай. Космонавт Өфөгә килгән саҡтарында был һарайҙа 1964 һәм 1965 йылдарҙа булған, балалар менән осрашҡан.
Пионерҙар һарайы – күп балаларҙың һәләттәрен асҡан урын ул.
Данлыҡлы балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев ошо һарайҙа балет түңәрәгенә йөрөгән.
Билдәле рок-йырсы Юрий Шевчук һарайҙың һүрәт төшөрөү түңәрәгендә шөғөлләнгән, һүрәттәре төрлө конкурстарҙа призлы урындар алған. Шуға ул Башҡортостан дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетына уҡырға ингән. Уҡыуын тамамлағас, Иглин ҡасабаһындағы мәктәптә өс йыл рәсем уҡытҡан.
Әле лә Балалар ижады һарайы гөрләп тора. Секциялар, түңәрәктәр эшләй. Тәрбиәләнеүселәре конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, концерттарҙа, ярыштарҙа ҡатнаша.
Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгәндә Балалар ижады йортоноң «ЦУНАМИ традицион каратэ балалар клубы» берекмәһенең 100 тәрбиәләнеүсеһе өҫтәмә белем биреү педагогы Антон Жанович Емелин етәкселегендә Өфө-Арена алдындағы майҙанда асыҡ күрһәтмә күнекмә күрһәтте.
Фотолар Пионерҙар һарайының ВК сәхифәһенән.