-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь , 12:30

136-сы лицейға – 30 йыл. Тамырҙар

Быйыл Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы 30 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан сайтыбыҙҙа лицейға бағышланған мәҡәләләр һәм һүрәтләмәләр баҫа башлайбыҙ. 1994 йылда яңы Сипайлов биҫтәһендә 136-сы башҡорт мәктәбе асыла. Уның барлыҡҡа килеүендә мәктәпкә исеме бирелгән йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Исҡужиндың өлөшө ҙур була.

136-сы лицейға – 30 йыл. Тамырҙар
136-сы лицейға – 30 йыл. Тамырҙар

Йәмәғәтсе Мөхәмәт Исҡужиндың “йондоҙо” шул мәлдә ҡабынды тиһәк, моғайын, бигүк дөрөҫ булмаҫ, сөнки быға тиклем ул Өфөнөң 20-се мәктәбен астырыуға ла күп көс һала. Мөхәмәт Исҡужин юллап астырған башҡорт мәктәптәренең береһенә – 136-сы лицейға – уның исеме бирелеүе ғәжәп түгел (2008 йыл). Халыҡ үҙенең батырҙарын белергә һәм хәтерендә һаҡларға бурыслы.

Мәктәп асылыр алдынан иҫ киткес талапсан, хатта еңмеш һәм үҙһүҙле тигән дан алған Мөхәмәт Ғәли улы Сипайловта йәшәгән башҡорт ғаиләләренең адрестарын табып, өйҙән-өйгә йөрөп, балаларын 136-сы мәктәпкә бирергә өгөтләп сыға. Фатирҙарға хатта ҡат-ҡат килә. Быны һис оноторлоҡ түгел.

***

Мөхәмәт Исҡужин 1927 йылдың 23 мартында Көйөргәҙе районы Урта Мотал ауылында тыуа. Ул заманда был ауыл Стәрлетамаҡ кантонына ингән була.

Ғаиләне яҙмыш юлдары Үзбәкстанға алып китә. Мөхәмәт Ғәли улы Сәмәрҡәнд ҡалаһында университет тамамлай. Башҡортостанға ҡайтҡас, 1960 йылдан Өфөлә 1-се мәктәп-интернатта уҡыта. Унан һуң заводтарҙа инженер булып эшләй.  1972 йылдан Өфөлә 20-се башҡорт мәктәбендә физика уҡыта. Артабан уның эшмәкәрлеге йәмәғәт ойошмалары менән бәйле. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгендә эшләй, “Аҡтамыр” ағартыу үҙәгенә етәкселек итә.

Мөхәмәт Исҡужин 2000 йылда мәрхүм була.

Мөхәмәт Исҡужиндың һәм уның фекерҙәштәренең тырышлығы, властар алдында юллауы, халыҡты ҡыҙыҡһындырып, өгөтләп, өйҙән-өйгә йөрөүе һөҙөмтәһендә Өфөлә 136-сы мәктәп-лицей, 140-сы башҡорт гимназия-интернаты, Күмертауҙа 13-сө башҡорт мәктәбе, «Айгөл» балалар баҡсаһы, Салауат ҡалаһында 25-се башҡорт гимназияһы һәм «Йәншишмә» балалар баҡсаһы асыла.

2000 йылда  Күмертауҙағы 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбенә Мөхәмәт Исҡужин исеме бирелә.

2007 йылда 136-сы башҡорт лицейы ла Мөхәмәт Исҡужин исемен йөрөтә башлай.

Лицейҙың 1-се ҡатында Мөхәмәт Исҡужинға бағышлап  киң мәғлүмәтле стенд биҙәлгән. Унда йәмәғәтсенең эшмәкәрлеге, тормош юлы күҙҙән үтә. Шәжәрәһе бирелгән. Исҡужин ағайҙың йөрәген ярып сыҡҡан өгөт-нәсихәт һүҙҙәре яҙылған:

“Кешенең туған теле кешенең иң яҡшы белгән теле булырға тейеш”.

“Кешенең нисек йәшәүе, һәләте уның ниндәй телдә уҡыуында түгел, ә нисек уҡыуы һәм нимәгә өйрәнеүендә”.

“Беҙҙең милләт киләсәге – балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә”.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: