Помидорҙы уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә бүлергә, петрушканы турарға. Краб таяҡсаһын түңәрәктәргә, сырҙы уртаса ҙурлыҡтағы шаҡмаҡтарға киҫкеләргә. Һарымһаҡты иҙгес аша иҙергә.
Шунан зәйтүн майына лимон һуты, тоҙ, борос һалып һәйбәт итеп болғатырға.
Бөтә әҙерләнгәнде туҫтаҡҡа һалып, өҫтөнә шыйыҡ әҙерләмәне ҡойорға (урынына майонез ғына һалһаң да була).
Яңы әҙерләнгән турама тәмлерәк була, шуға бер ашарлыҡ ҡына эшләгеҙ.