-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь , 15:50

Әсә һөйөүе (Мәҫәл)

Донъяға тыуыр алдынан сабый АллаһТәғәләгә мөрәжәғәт иткән: –Иртәгә мине Ергә ебәрәләр, тип әйтәләр. Унда мин нисек йәшәрмен һуң? Әле шул тиклем бәләкәймен, үҙ-үҙемде яҡлай ҙа алмайым, таянысым да юҡ?

Әсә һөйөүе (Мәҫәл)
Әсә һөйөүе (Мәҫәл)

Донъяға тыуыр алдынан сабый АллаһТәғәләгә мөрәжәғәт иткән:

–Иртәгә мине Ергә ебәрәләр, тип әйтәләр. Унда мин нисек йәшәрмен һуң? Әле шул тиклем бәләкәймен, үҙ-үҙемде яҡлай ҙа алмайым, таянысым да юҡ?

Аллаһ Тәғәлә яуап биргән:
– Унда һағынып көтөп, ҡайғыртып, хәстәрләп торор фәрештә бүләк итәм һиңә.

Сабый уйланып торған да:
– Бында, күк йөҙөндә, мин йырлайым да, көләм дә. Бәхет өсөн миңә ошо ла етә, – тип яуап биргән.

Хоҙай уға:
– Һинең фәрештәң тик һинең өсөн генә йырлар ҙа, йылмайыр ҙа. Һин уның сикһеҙ һөйөүен тоясаҡһың һәм бик бәхетле буласаҡһың.
– Ә мин уны нисек аңлармын һуң? Уның телен белмәйем бит?  – тип һораған сабый, Хоҙайға мөлдөрәп ҡарап. – Һинең Үҙеңә мөрәжәғәт итергә теләһәм, ни эшләргә һуң миңә?
Аллаһ Тәғәлә сабыйға әйткән:
– Һинең фәрештәң доғалар аша миңә табынырға өйрәтер.
Сабый тағы ла һорай ҡуйған:
– Мин ишеткәйнем Ерҙә яуызлыҡ барлығын. Кем һуң мине яҡлар?

–Һинең фәрештәң яҡлар! Үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла!
– Мин һине башҡаса күрә алмаясаҡмын бит, шуның өсөн миңә бик тә күңелһеҙ...
– Һинең фәрештәң минең турала барыһын да һөйләр. Мин һәр саҡ һинең йәнәшәңдә булырмын.
Шул мәлдә  Ерҙән тауыштар ишетелә башлай, сабый ҡабаланып:

– Эй, Аллам, әйт әле миңә, фәрештәмдең исеме нисек һуң?– тип тағы ла Хоҙайға ялбарған.

– Уның исеменең ниндәй булыуы мотлаҡ түгел. Һин уны ябай ғына һүҙ менән “Әсәй” тип атарһың.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА тәржемәһе.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: