+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2024, 11:41

БЕҘ ДҮРТӘҮ ИНЕК

"Пионер"ҙың элекке баш мөхәррире Шәриф Биҡҡолдоң тыуыуына — 100 йыл

БЕҘ ДҮРТӘҮ ИНЕК
БЕҘ ДҮРТӘҮ ИНЕК

Эйе, дүртәү инек. Күрәһең, яҙмыштар шулай бер һуҡмаҡҡа тап килтергәндер. Атаҡлы Дәүләкән Башҡорт педагогия училищеһы ине беҙҙең ул һуҡмағыбыҙ... Беҙ дүртәү (Ғилемдар Рамаҙанов, Шәриф Бикҡол, Хәким Ғиләжев һәм мин фәҡирегеҙ), һис нәмәгә ҡарамай, дәртләнеп, бер-беребеҙгә һыйынып, дуҫ-кәңәштәш булып, шиғриәт толпарында елдерә белдек.
Дәүләкәндә сыҡҡан «Колхозсы» гәзите беҙҙең өсөн торғаны бер нәшриәт ролен үтәне. Унда беҙҙең шиғырҙар берәмләп тә, шәлкем-шәлкем булып та баҫылды. Ҡайһыбыҙҙыҡы баҫылып сыҡһа ла, ул көн бөтәбеҙ өсөн дә байрам килтерә торғайны.
Дәүләкән осорондағы Шәриф Бикҡол минең хәтеремә һыу һөлөгөндәй йылғыр, дәртле һәм ҡупшыраҡ та егет булып уйылып ҡалған. Уның зәңгәр күҙҙәренән, сөм-ҡара сәстәренән шау шуҡлыҡ һәм дәрт сатҡылары ғына һибелә һымаҡ ине. Шул уҡ ваҡытта йәш шағирҙың уңған, йор һәм эшһөйәр заттан булыуы ла һәр саҡ күҙгә салынып торҙо. «Колхозсы»ла сыҡҡан шиғыр шәлкемдәренең иң күләмлеһе лә Шәрифулланыҡы була торғайны...
Унан — дүртебеҙҙе дүрт яҡҡа айыр­ған фронт юлдары. Дүрт йыл буйы барған рәхимһеҙ һуғыш һәр ҡайһыбыҙға ла тән һәм йән йәрәхәттәре һалып ҡайтарҙы. Инде беҙҙең донъяға ҡараштарыбыҙ ҙа аныҡлана, шиғриәттәге алымдар ҙа айырмалыраҡ, үҙенсәлерәк була барҙы. Әммә төрлөбөҙ төрлө булыуға ҡарамаҫтан, рәхимле яҙмыштарыбыҙ беҙҙе осрашыуҙарҙан мәхрүм итмәне. Дүртебеҙ дүрт яҡҡа китеп, төрлө фронт юлдарын үтһәк тә, ниһәйәт, иҫән-аман ҡайтып, ҡайтанан осраштыҡ. Артабан беҙҙе Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты үҙ ҡуйынына алды.
Шәриф Бикҡол менән минең иң тығыҙ аралашыуым 1952 йылда республикабыҙҙа балалар өсөн «Пионер» журналы сыға башлауға тура килде. Бындай журналдың сығыуы үҙе үк ижади йәштәр өсөн оло бер байрамға әүерелде. Был эшкә беҙҙең ниндәй дәрт, ниндәй илһам менән керешеүебеҙҙе һөйләп тораһы ла юҡ.
Яуаплы сәркәтип итеп тәғәйенләнгән атаҡлы журналист Баян Гәрәй менән беҙ (мин бүлек мөдире инем) журналдың тәүге һанын тиҙ үк эшләп тә ҡуйҙыҡ. Оҙаҡ та үтмәй, беҙгә баш мөхәррир сифатында Шәриф Бикҡол килде. «Пионер»ҙа эшләү осоро беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә, моғайын, иң бәхетле йылдарыбыҙ булғандыр. Мин унда 1955 йылға хәтлем эшләнем.
Тап ошо осорҙа ла инде башҡорт балалар әҙәбиәте үҙенең бөтә жанрҙары менән бығаса күрелмәгән тиҙлектә үҫә башланы. Беҙҙең редакциябыҙ ғаиләһендә йәнә Фәүзиә Рәхимғолова, Ғабдулла Байбурин, рәссам Ғиндулла Хәйретдиновтар эшләне. Кем генә яҙышманы ла, кем генә килмәне Ленин урамындағы редакцияға. Ә иң күп килгәне, моғайын, Шәриф Бикҡол менән бергә йырҙар яҙған композитор Рәүеф Мортазин булғандыр.
Авторҙар табыу, башлап яҙыусылар менән эшләү беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе ине. Бөгөнгө көндөң байтаҡ яҙыусылары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын «Пионер»ҙан башлап ебәрҙе. Быға миҫал итеп талантлы шағир Рәшит Назаровты атап күрһәтеү генә лә етәлер, тип уйлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, журналист, рәссам, йәки шағир булараҡ беҙ үҙебеҙ ҙә «Пионер» менән бергә үҫтек.
Бөтә ихласлығым менән шуны әйтергә теләйем. Шәриф Бикҡол, ҡайһы бер ҡоро вазифа үтәүсе һымаҡ, уҡыр-уҡымаҫ көйө ҡул ҡуйырға ашығып барған мөхәррир булманы, Ҡулъяҙмаларҙы уҡыуҙан, уларҙы һайлап алыуҙан үҙенә бер ләззәт таба ине һымаҡ. Ә күпме йән елкеткән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында уйланыу, күпме ижади бәхәстәр ойошторҙоҡ беҙ ул осорҙа!

Муса Ғәли, шағир.
("Яҙылмаған китап"тан).

Автор:
Читайте нас: