0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2024, 11:54

Прививка яһатырғамы?

Балаға йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцинаны сабый донъяға килгәс тә эшләй башлайҙар. Вакцинацияның төп маҡсаты – йоғошло ауырыуҙар үҫешен булдырмау, йәки уның билдәләрен кәметеү. Кеше сәләмәтлегенә зыян килерҙәй йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививкалар, прививка яһағандан һуң була торған реакциялар һәм вакцинация үтмәгән осраҡта ниндәй көтөлмәгән хәлдәр булыуы мөмкин, вакцинацияның балалар өсөн ниндәй дәрәҗәлә мөһим һәм кәрәкле булыуын беҙгә педиатр, аллерголог-иммунолог, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, атҡаҙанған фән эшмәкәре, мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы Резеда Мансаф ҡыҙы Фәйзуллина аңлата.

Прививка яһатырғамы?
Прививка яһатырғамы?

— Резеда Мансаф ҡыҙы, Рәсәйҙә балаларға ниндәй инфекцияға ҡаршы прививка яһала?
— Профилактик прививкаларҙың милли календары бар. Әлеге схема буйынса, сабый донъя килгәс тә, балалар табыу йортонда уҡ, туберкулездан һәм В гепатитынан тәүге прививкаларҙы яһайҙар.
Артабан балаға бер йәш тулғанға тиклем ауыр эҙемтәгә килтереүе ихтимал булған бик ҡатмарлы инфекцияларға ҡаршы вакцина яһайҙар. Был прививкалар баланың билдәле бер йәшендә яһала һәм ҡурҡыныс инфекцияларҙан һаҡлай торған мәжбүри прививкалар иҫәпләнә.
— Уларға ҡаршы көрәштә иң яҡшы сара вакцинация булған йоғошло ауырыуҙарҙы һанап китегеҙ әле, зинһар?
— В гепатиты — бауырҙы зарарлаған йоғошло сир ул. Кеше организмы вирусты еңергә һәләтле, әммә ҡайһы бер осраҡта ул хроник сиргә әйләнеүсән. Ауырыуҙың, бик оҙаҡ йылдар бауырҙы зарарлап, һиҙелмәй генә дауам итеүе мөмкин. Йыл һайын В гепатиты вирусынан барлыҡҡа килгән бауыр ауырыуынан донъяла 600 меңдән ашыу кеше вафат була. Уға ҡаршы көрәштә иң яҡшы сара — вакцинация. Уға ҡаршы беренсе вакцинаны 1981 йылда уйлап табалар.
Туберкулез — йоғошло ауырыу. XX быуатҡа тиклем ул дауалап булмай торған сир иҫәпләнгән. Йыш ҡына ул үпкәне зарарлай.
Уға ҡаршы вакцина БЦЖ тип атала, ул яңы тыуған балаға эшләнә. Шулай уҡ антибиотиктар ҙа туберкулезды еңергә булышлыҡ итә.
Әммә әлеге мәлдә дауалауға ауыр бирелгән, антибиотиктарға ла бирешмәгән туберкулез ауырыуын барлыҡҡа килтереүсе штамм бик йыш осрай. Шуға унан бик һаҡланырға кәрәк.
Дифтерия – тамаҡ, ҡурылдай, тире һәм башҡа ағзаларҙы зарарлаусы киҫкен инфекция. Дифтерия таяҡсаһы бүлеп сығарған ағыулы токсин арҡаһында ауырыу яй үтә. Тын алыу юлында тығын барлыҡҡа килтереүе мөмкин.
Уға ҡаршы вакцинация алымдарын Рәсәйҙә 1902 йылда врач Семен Дзержиковский уйлап таба. Иң тәүҙә ул үҙендә тәжрибә үткәрә. Кешеләргә күпләп прививка эшләгәндән һуң ғына ауырыу сигенә.
Хәҙер беҙҙең илдә АКДС, АДС һәм АДС-м вакциналары һәм уларҙың аналогтары ҡулланыла.
Тартышыу, һын ҡатыу ауырыуы (столбняк) — нервы системаһын зарарлаусы киҫкен йоғошло сир. Уның төп билдәһе — тәндә тартышыу, ҡорош­ҡаҡ тотоу.
Столбняк таяҡсаһы тупраҡта “йәшәй”, ул организмға яра аша эләгә. Уны планлы вакцинация менән генә иҫкәртергә мөмкин.
Быума йүтәл (коклюш) — һауа-тамсы юлы аша йоғошло был киҫкен бактериаль инфекция тын юлын зарарлай, кешелә көслө йүтәл барлыҡҡа килтерә. Быума йүтәл ике йәшкә тиклемге балалар өсөн хәүефле.
Был ауырыуға ҡаршы вакцина 1914 йылда барлыҡҡа килә һәм ауырыусылар һаны ҡырҡа кәмей.
Ҡыҙылса – һауа-тамсы юлы менән таралған был сирҙе Measles вирусы барлыҡҡа килтерә. Уның менән башлыса балалар ауырый. Үлем осрағы яҡынса 1–20 процент тәшкил итә. Әлегә тиклем унан дауаланыу ысулы табылмаған.
Йөклө ҡатындар өсөн ҡыҙылса вирусы айырыуса ҡурҡыныс. Шуға ла буласаҡ әсәләрҙе вакциналау мөһим һәм мотлаҡ.
Был ауырыуға ҡаршы препаратты 1960 йылда совет микробиологтары уйлап таба. Халыҡҡа күпләп прививка эшләгәндән һуң ғына ауырыу юҡҡа сыға. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ер шарында көн һайын вакцина һалдырмаған 400–ләгән бала үлә.
Ҡолаҡ яны биҙе шешеүе (паротит) – киҫкен инфекцион ауырыу. Бигерәк тә мәктәп йәшендәге балалар ауырый.
Башлыса һауа аша йоға. Инкубация осоро — 18 (11-21) көн. Төп билдәләре: юғары температура, ҡолаҡ эргәһендәге шайыҡ биҙе өлкәһенең шешеп тороуы, ауыҙҙы асҡанда һәм сәйнәгәндә ауыртыныу.
Паротит вакцинаһы менән әүҙем иммунизация үткәреү ауырыуҙан һаҡлай.
Полиомиелит вирусы эсәктәрҙе, һирәк осраҡта ҡанға үтеп инеп, арҡа мейеһен зарарлай. Һөҙөмтәлә кешене үлемгә дусар итә.
Башлыса уның менән балалар ауырый. Тәүге вакцина 1950 йылда уйлап табылып, 1959-1961 йылдарҙа халыҡ күпләп вакцинаға йәлеп ителгәс кенә ауырыу сигенә. Әлеге ваҡытта инфекция Африка һәм Азияның ҡайһы бер илдәрендә осрай.
Сәсәк ауырыуының төп билдәләре — тәнгә сабыртма сыға.
Элек ул сирҙән һауыға алғандар өлөшләтә йәки тулыһынса һуҡырайған. Тирелә бик күп йөйҙәр ҡалған. Төрөнә ҡарап, уның менән ауырығандарҙың 90 проценты тиерлек вафат булған. Сир бер нисә мең йыл буйы кешелеккә хәүеф менән янаған. Урта быуаттарҙа унан йыл һайын 1,5 миллион кеше үлгән.
Совет медиктарының 1958 йылда күпләп прививка эшләй башлауынан һуң ғына ғына сир сигенә.
Ваба сире (холера) – киҫкен эсәк инфекцияһы. 20 процент осраҡта эс китә, ҡоҫтора. Ул һыу аша һәм сирле кеше менән бәйләнештә булғандан һуң йоға.
Иң киң таралған һәм үлемесле боронғо сир­ҙәрҙең береһе. Бөтә донъя буйынса тиҫтәләгән миллион кеше ғүмерен өҙгән. Рәсәйҙә уның менән 1848 йылда 1 772 439 кеше ауырый, шуның 690 150-һе вафат була. Уны бактериаль вакцина ярҙамында еңәләр.
Планетала бөгөн дә ваба менән ауырыған осраҡтар теркәлә. Сирҙе прививка ярҙамында ғына еңеп булыуы билдәле.
Тағун сире (чума). Тағундың ике төрө бар. Бубон тағунында — лимфа төйөндәре, икенсеһендә үпкә эшлектән сыға. Тейешенсә дауаланмаған осраҡта биҙгәк тота, сепсис башлана, күп осраҡта ул үлемгә килтерә.
“Ҡара үлем” тип аталған сирҙән элек 50 миллион тирәһе кеше гүр эйәһе булған.
Чуманан беренсе вакцинаны XIX быуат аҙағында Рәсәй ғалимы Владимир Хавкин уйлап тап­ҡан. Препараттың тиҫтәләгән миллион дозаһы XX быуаттың 40-сы йылдарына тиклем бөтә донъяла ҡулланылған. Вакцина ауырыуҙы тулыһынса юҡ итмәһә лә, уны 2-5 тапҡырға, ә үлем осрағын 10 тапҡырға кәметкән.
Тиф – дөйөмләштерелгән исем. Ул сир кешенең психикаһы боҙолоуы фонында биҙгәк һәм көслө ағыуланыу менән барған инфекцион ауырыуҙарҙы берләштерә.
1917-1921 йылдарҙа Рәсәйҙә ул 3 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән. 1942 йылда СССР-ҙа уға ҡаршы вакцина уйлап табыла, ә йоғошло сирҙе антибиотиктар ғына тулыһынса еңергә ярҙам итә.
Менингококк инфекцияһы – баш һәм арҡамейеһен зарарлаған киҫкен йоғошло сир. Кешегә һауа-­тамсы юлы менән йоға. Ваҡытында дауаланған осраҡта ла ауырыусыларҙың 30 проценты тирәһе вафат була.
1960 йылда уйлап табылған вакцина – әлеге көндә лә унан һаҡланыуҙың берҙән-бер сараһы.
Ҡотороҡ – вирусы кешегә ауырыу йәнлек тешләгәндән һуң күсә. Ул башлыса нервы күҙәнәктәрен зарарлай һәм дауаланмаған осорҙа 20-90 көндән һуң ауырыуҙа һыуҙан ҡурҡыу, галлюцинация һәм фалиж күҙәтелә, үлем менән тамамлана.
1885 йылда вакцина ярҙамында ҡотороҡ ауырыуы менән сирләгән кешенең иммунитетын нығытыу мөмкинлеге асыҡлана. Рәсәйҙә ҡотороҡҡа ҡаршы вакцинаны 1886 йылдан алып эшләйҙәр.
— Аңлатып китегеҙ әле, прививка яһағандан һуң бала үҙен нисек тоя?
— Вакцинация үтеү алдынан баланы педиатр ҡарай. Ул балаға прививканы ҡасан һәм нисек дөрөҫ яһарға икәнен яҡшы белә. Әйтәйек, ОРВИ менән ауырғандан һуң, һауығып, бер ай уҙғас ҡына вакцинация үтергә ярай.
Прививканан һуң баланың еңелсә генә ауырып алыуы ихтимал. Вакцинаның ниндәй төрө булыуына ҡарап, 2-3 тәүлек дауамында температура күтәрелеүе мөмкин. Был осраҡта балаға күберәк ятып торорға, күп итеп һыу эсерергә кәрәк. Төрлө процедуралар, мунса инеү, физик күнегеүҙәр яһау, экскурсия­ға сығыуҙы ла бер аҙнаға кисектереп торорға кәңәш ителә.
— Резеда Мансаф ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, үҙегеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: