+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2024, 12:02

Телде боҙмай ғына һөйләш

Үҙ-ара һөйләшкәндә телмәребеҙгә рус һәм башҡа телдәрҙән ингән һүҙ­ҙәр килеп ҡыҫылыр­ға ғына тора. Бер бөгөнгө генә кәмселек түгел инде, элек-электән килә. Әммә торған һайын телебеҙҙә сит һүҙҙәр күбәйә генә бара.

Рус йәнһүрәттәре "тәрбиәләгән" бәпәйҙәребеҙҙең теле русса асыла. Балалар баҡсаһына инде улар туған теленә ҡарағанда русса яҡшыраҡ һөйләшеп килеп инә. Шыр башҡорт ғаиләһендә тыуып, башҡорт телле мөхиттә йәшәү ҙә ярҙам итмәй башланы, үкенескә күрә.
Күп блогер-юмористарыбыҙ ҙа роликтарында боҙоҡ башҡорт телендә һөйләшеп, насар үрнәк күрһәтә. Видеояҙмалар герой­ҙарын ғәйепләп тә булмай, сөнки улар – тормошобоҙҙоң, булмышыбыҙҙың көҙгөһө. Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә үпкәләмә, тиҙәр бит.
Бәлки, төҙәлергә ваҡыт еткәндер? Әйҙәгеҙ әле һәр кем үҙенән башлап ҡараһын. Бына бәләкәй генә һүҙлек. Был һүҙҙәрҙе күптәребеҙ даими файҙалана. Эргәһендә башҡортсаһын бирәбеҙ. Иҫтә ҡалдырыуы әллә ни ҡатмарлы булмаҫ. Ятлап алайыҡ, ҡағыҙға яҙып алып, кеҫәгә һалып йөрөйөк, ваҡыт булған һайын алып ҡарайыҡ, файҙаланайыҡ. Аңын, зиһенен, иҫен юғалтҡан маңҡорттар түгелбеҙ ҙә инде.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, балалар: башҡорт теленең яҙмышы һеҙҙең ҡулда, көндә һөйләшһәгеҙ, йәшәр, һөйләшмәһәгеҙ — юҡ!

Башҡортса дөрөҫ һөйләшәйек
А как же — шулай шул, әлбиттә, бүтәнсә булыуы мөмкин түгел
Вапшы, упшым, упсым (вообще, в общем) – бөтөнләй, бер ҙә, ғөмүмән
Вис (весь) – бөтә, бөтөнләй, бөтәһе
Давлинйә (давление) – ҡан баҫымы
Дажы (даже) – хатта
Зато — уның ҡарауы
Или – ә, йәки
И так – былай ҙа (и так сойдёт – былай ҙа бара)
Итак – тимәк, шулай итеп
Ишшеү (ещё) – тағы, тағы ла
Кәнишнә (конечно) – әлбиттә, шулай шул
Латны (ладно) – ярай, ярар
Лутсы (лучше) – яҡшыраҡ, арыуыраҡ
Мужыт (может) – бәлки
Ничё не стоит (ничего не стоит сходить) – бер ни тормай (барып ҡайтыу бер ни тормай)
Ну, ныу (но) – йә, йәки, тик, ләкин, әммә
Нәкәнис (наконец) – ниһайәт
Пажалыста, бажалыста (пожалуйста) – рәхит ит (итегеҙ); зинһар
Поддержать — күтәрмәләү, хуплау
Пайдёт (пойдёт) – бара, ярай
Пока – ярай, хуш булып тор
Просто — әммә, ләкин, иллә-мәгәр, мәгәр
Сәпсим (совсем) – бөтөнләй, һис
Тәк (так) – шулай
Тоес (то есть) – йәғни
Уважайт итәм (уважаю) – хөрмәт итәм, ихтирам итәм.
Ужы (уже) – инде
Хет (хоть) – һа ла, һә лә (бәләкәй булһа ла, яҙа белә; октябрь етһә лә, йылы)
Хотя, хотя бы – һа ла, һә лә (ишетмәһә лә, аңлай; бер ҡат булһа ла уҡы)
Әбизәтелнә (обязательно) – мотлаҡ
Әпәт (опять) – тағы, йәнә
Әтеү (а то) — шулай шул.

Әлиә Нухова.

Автор:
Читайте нас: