Йәш сағымда миңә лә баш мөхәррире Шәриф Бикҡол булған «Пионер» журналы редакцияһында йөҙөп эшләргә насип булғайны. Ҡыңғыраулы бала саҡтың берҙән-бер журналы «Пионер»ҙың (хәҙерге «Аманат»тың) һәр ай һайын үҙ ваҡытында донъяға сығыуы, унда баҫылған материалдарҙың сифатлы булыуы, тиражының артыуы өсөн бөтөн коллектив ифрат та күп көс сарыф итте, әлбиттә. Ә Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡолов баш мөхәррирлек вазифаһын да башҡарҙы, редакция арбаһын да төпкә егегелеп тартты. Килеп тыуған һәр етди мәсьәләне ул аҡылына һәм йөрәгенә таянып хәл итте.
Журнал тирәһенә Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Мостай Кәрим, Әнүәр Бикчәнтәев, Фәрит Иҫәнғолов, Рәйес Ғабдрахманов, Рәйес Низамов, Динис Бүләков кеүек балалар яҙыусыларын ылыҡтырыуҙа ла уның роле ҙур булды.
Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
("Яҙылмаған китап"тан).