Беҙҙән район үҙәгенә юл Ҡарлыман ауылы аша үтә. Тәү тапҡыр районға инәйемә эйәреп барҙым. Ҡарлыман ауылында зәп-зәңгәр сирень ҡаплаған йортҡа иғтибарым йүнәлде. Йортона түгел, сирененә, әлбиттә. Өйө башҡаларҙан һис тә айырылмай, бына сирендәре!..
— Был йортта шағир тыуған, — тине инәйем, минең мөкиббән китеп уҡталғанымды шәйләп, — Шәриф Бикҡол тигән шағир ул.
Беҙ бала саҡта, беҙҙең бәхеткә күрә, «Пионер» журналы сыға башланы. Уның баш мөхәррире — Шәриф Бикҡол. Ул ваҡытта ауыл китапханаһындағы бөтә шиғыр китаптарын да (урыҫса ла, татарса ла) уҡып сыҡҡан, «шиғыр» ене ҡағылып, хыялый булып йөрөгән мин — үҫмер, үҙемдең дә яҙмаларымды шул журналға ебәрмәксе булдым. Тиҙҙән яуап хаты ла килеп төштө. Ҡултамғаһы «Муса Ғәли» тип ҡуйылған. Артабан да яҙышып тор, тигәндәр бит, яҙышам, аллы-артлы «шиғырҙар» ебәрәм. Шулай «атакалай» торғас, бер шиғырымды баҫып сығарҙылар.
Көндәрҙең береһендә, йәйге каникул ваҡытында, яҙмаларым менән тулы ҡалын ғына дәфтәремде тотоп, киттем Өфөгә. «Пионер» журналы урынлашҡан йортто эҙләп таптым, ул Ленин урамында ине, бөтә ҡыйыулығымды йыйып, барып индем. Иркен, яҡты бүлмәлә ике генә кеше ултыра.. һәр хәлдә, миңә иркен дә, яҡты ла кеүек тойолдо был бүлмә.
Бик һомғол, мөләйем ағай, әйҙүкләп, өҫтәле янына ултыртты. Был — Муса Ғәли ағай ине. Минең менән ҡыҙыҡһынып, һорашып ултырған мәлдә, бүлмәнең уң яғынан ишек асылып китте. Унан йөҙөндә йылмайыу сағылған ағай күренде. Мин уның шунда уҡ зәңгәр күҙҙәренә, иғтибар иттем, ҡылт итеп зәңгәр сирендәр хәтергә килде. Үҙе бит был — Шәриф Бикҡол ағай! Мин уның гәзит-журналдарҙа бер нисә фотоһүрәтен күргәнем булғайны инде.
— һаумы, ҡустым! — тип килеп күреште ул, оло башымды кесе итәм тип уйламағандыр ҙа, күрәһең.
— Беҙҙең автор бит — Борис, — тип таныштырҙы Муса Ғәли ағай.
— Яҡташым икәнһең дә, әйҙәле минең бүлмәгә.
Шулай итеп, мин Шәриф Бикҡолдоң эш бүлмәһенә аяҡ баҫтым. Ағай минең дәфтәремде бик диҡҡәт менән уҡып, үҙенең кәңәштәрен әйтә барҙы. Ул бер нисә шиғырға тамға ла һуҡты.
— Быларын беҙҙә ҡалдыр, ошоларын «Ленинсы» гәзитенә тәҡдим ит, — тип, мине ҡанатландырып ебәрҙе.
Ҡалдырған шиғырҙарым донъя күрҙе, «Ленинсы» гәзитендә лә баҫылды. Ошонан алып, минең гәзит-журналдар менән бәйләнешем тағы ла нығый төштө.
Унынсы класты тамамлағас, төҙөлөшкә эшкә сығып киттем, шунан армияға алындым. Был ваҡыт арауығында ла «Пионер» журналы менән бәйләнеш өҙөлмәне. Шиғырҙар ғына түгел, бер хикәйә лә баҫылып сыҡты.
Армиянан май айы баштарына ҡайтып төштөм. Уҡырға инергә ниәтләнеп, имтихандарға әҙерләнеп ятам. Яҡын-тирә ауылдарҙан мәҡәләләр яҙам. Ҡайһы берҙәрен үҙем үк Өфөгә илтәм. һаман һалдат кейемендәмен. Инәйемдең өҫ-башҡа алырлыҡ хәле юҡ.
Бер килгәндә Шәриф ағай хәлдәремде һорашып ултырҙы.
— Һалдат кейеме ялыҡтырманымы әле? — тип ҡуйҙы ҡапылдан. — Мин дә, һуғыштан ҡайтҡас, байтаҡ ҡына һалдат кейемендә йөрөгәйнем...
Унан, уйлана биреп ултырҙы ла, сәйер генә һорау ташланы.
— Бер көн, бер төн эсендә хикәйә яҙа алаһыңмы?
— Әлләсе...
— Яҙһаң, иртәгә һуңға килтереп еткер.
Мин, хикәйә уйлап баш вата-вата, ауылға ашыҡтым. Уйлана торғас, ҡыҙыҡ ҡына сюжет та төҫмөрләнде. Ултырҙым яҙырға, таң атҡансы арыу ғына яҙма барлыҡҡа килде. Киттем быны күтәреп Өфөгә. Шәриф ағай, Ихсан Әхтәмйәновты саҡырып, бергәләп уҡып сыҡтылар.
— Нисауа ғына булған бит! — тип хупланы мөхәррир.
— Тотоп ала белгән, — тип йөпләне Ихсан ағай.
— Бынау ерҙәрен ошолайыраҡ итеп төҙәтеп, машинкала баҫтыра һалығыҙ. Корректура менән бергә тапшырырға өлгөртөгөҙ.
Күп тә үтмәй, «Ҡыңғыраулы гармун» тигән хикәйәм, ялтлап, журнал битендә килеп тә сыҡты. Шәриф ағай йәнә бүлмәһенә саҡырҙы.
— Гонорарыңды барып ал да миңә күрен әле.
Мин мул ғына аҡса тотоп, ағайға күрендем.
— Әйҙә, хәҙер универмагка барып киләйек.
Киттек Карл Маркс урамындағы универмагка. Шәриф ағай мине костюмдар эленеп торған бүлеккә алып килде.
— һайла, ҡайһыһы оҡшай.
Мин ни эшләргә белмәйем, ике күҙем дүрт булған, тегеһенә тотонам, быныһын кейеп ҡарайым. Шулай, һайлана-һайлана, бик ҡупшы бер костюмға туҡталдым. Бер ыңғайҙан күлдәк ҡараныҡ. Аяҡ кейеме лә алып, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙым. Аҡса бөтәһенә лә етте, артып та ҡалды хатта.
Редакцияға килеп, кейенеп алғас, зәңгәр күҙҙәрен балҡытып йылмайҙы Шәриф ағай.
— Бына хәҙер егеттең аҫылына әйләндең дә ҡуйҙың. Юғиһә, һалдат кейемендә, үҙең дә һиҙмәҫтән, офицерҙар осраһа, честь биреп китә инең.
Ҡарале, шуныһына саҡлы күҙәтеп йөрөгән икән дә!..
Барый Ноғоманов,
яҙыусы.
("Яҙылмаған китап"тан ҡыҫҡартып алынды).