-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Февраль , 12:48

Атам теле, әсәм теле, сәсән теле - Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле!

Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың бы­йылғы еңеүселәре тәбрикләнде. Быйыл 39-сы тапҡыр ойошторолған сарала республика район-­ҡалаларынан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстандан 316 уҡыусы ҡатнашты. Еңеүселәргә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә аҡсалата премиялар тапшырылды.

Атам теле, әсәм теле, сәсән теле - Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле!
Атам теле, әсәм теле, сәсән теле - Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле!

Олимпиада еңеү­се­ләре араһынан Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов сарала өсөнсөгә ҡатнашып, быйыл уңышҡа өлгәшкән.
— Әлбиттә, минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә был олимпиада, сөнки тыуған телемде белеү, тарихымды өйрәнеү минең өсөн бик мөһим, — ти егет.
Быйылғы олимпиадала финалға үткән, 316 уҡыусы, викторина, тест һорауҙарына яуап биреп, тәҡдим ителгән текст менән лексика, граматика буйынса эш башҡара.
Әйтергә кәрәк, был олимпиадаға уҡыусылар ентекле әҙерләнгән. Еңеүсе булмаһаң да бындай сарала ҡатнашыу ғына ла үҙе оло мәртәбә, шулай бит, дуҫтар? Әлбиттә, кемдәр нығыраҡ тырышҡан, улар еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Уларға Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә аҡсалата премия ла тапшырылды.
Шулай уҡ был еңеүҙәре киләсәктә ул уҡыусыларға республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә бал да бирә.

Әлфиә Ғәлиева, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары:
— Олимпиада йыл һайын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ла үтә торғайны, әммә быйыл унда һыйманыҡ, шуға Ҡала мәҙәниәт һарайына йыйылдыҡ.
Йылды башлап ебәргән ошо матур сараға илһөйәр, телһөйәр уҡыу­сыларыбыҙҙы йыйып бүләкләү, уҡытыу­сыларға баһа биреү башҡорт теленең баһа­һын күтәреүсе бер йолаға әйләнде тиһәм дә хаталанмаҫмын.
Абруйлы олимпиада биш йыл рәттән инде федераль теҙмәгә кереп килә һәм шул айҡанлы ул үҙенең төбәк-­ара статуста булыуын күрһәтә. Призерҙар һәм еңеүсе уҡыусылар беҙҙең Өфө ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорттарына өҫтәмә балдар менән уҡырға керә ала.
Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла ошо бәйгелә еңгән һәм БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға ингән студенттарға ай һайын өҫтәмә 10 мең һум стипендия түләйәсәк.
Әйтелгән фекерҙәрҙе йомғаҡлап, олимпиадаға уҡыусылар әҙерләгән барлыҡ уҡытыусыларға ла рәхмәт һүҙен еткерге килә.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз туған телебеҙҙе һаҡла­йыҡ, яҡлайыҡ, уның нәфислеге, сафлығы өсөн көрәшәйек, уҡыусыларыбыҙҙы ла шуға өйрәтә­йек!

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас