Ут күршебеҙ, участка дауаханаһында мөдир булып эшләгән, киң күңелле, йомарт ҡуллы Татьяна апай, сираттағы отпускыһында ғаиләһе менән бик алыҫтағы, Пенза тип аталған тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнгәйне, шунан миңә бүләккә хәтәр уйынсыҡ осаҡ (самолет), апайыма ҡулсатыр (зонтик) алып ҡайтҡан. Ауыл өҫтөнән көн һайын төш мәлендә осоп үткән “кукурузник” осағын күргән бар, мәгәр, тимерсе Ҡотлоғәфәр олатай әйтмешләй, ул “һауа арбаһы”на, ултырып ҡараған ғына юҡ, ә бына Татьяна апай биҙәгенә аҡ ләлә сәскәләре төшөрөлгән, ебәк туҡымалы асыҡ зәңгәр төҫтәге ҡулсатырҙың еҙ төймәһенән тартып ысҡындырып, йәйеп ебәргәйне, иҫебеҙ китте, был тиклем дә матурлыҡ, был тиклем дә йәм була икән дә баһа Ер йөҙөндә, баш особоҙҙа ҡулға тотоп йөрөмәле Күк ҡабағы асылғандай итте. Бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән нәмәне беҙҙә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың.
Шуны, ҡулыбыҙҙа улай-былай әйләндергеләп, тотоп ҡарап, урындыҡ буйында бер килке мәш килдек, хатта ят яҡтың, кибет еҫе һеңгән ят бүләген еҫкәп ҡарағандай ҙа иттек. Ерле юҡтан айыу бейеткәндәй ҡыланыуыбыҙ әсәйгә оҡшаманы: “Ул бит уйынсыҡ та, ҡурсаҡ та түгел, уны ямғырҙан һаҡланыу өсөн тотоп йөрөйҙәр ҡала ерендә. Беҙҙә тотонорға артыҡлап хәжәте бумаһа ла апайығыҙ һеҙҙе культуралы итеп тәрбиәләргә теләп апҡайтҡан бит. Ипләберәк ҡыланығыҙ, йә абайһыҙҙан нескә сымдарын ҡыйшайтып, көмбәҙен йыртып ҡуйырһығыҙ, уны йүнәтеү, ипкә килтереү – тишек ойоҡто ямау түгел!”
Иҫкәрмәне ишетеү менән, мыжыуҙың шелтәгә олғашыуынан ҡасып, ишек алдына сыҡтыҡ. Тышта салт аяҙ иртә, Күк йөҙөндә семтем болот әҫәре булһасы, аҙашҡан ел дә иҫеп ҡуймай, исмаһам, иҫә ҡалһа ямғыр болотоноң ялан тарафынан урман еренә күсеп килеренә саҡ ҡына булһа ла өмөт ҡалыр ине. Көн йылды туйҙырған ҡыҙыу осор бит, урамдан оҙон арбаларға тейәлгәндәр, ҡулдарына баҡырса-төйөнсөк, эш ҡорамалдарын тотҡан йәйәүлеләр, эйәртенешеп, йәшерәктәре матай, велосипедтарға атланып үтә. Ҡапҡа ауыҙында һерәйгән беҙҙең яҡҡа ҡарамайҙар ҙа, иғтибар ҙа итмәйҙәр, был яуаплы мәлдә һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, үҙ хәстәре. Эшкә ашмаған ялҡауҙай ҡапҡа ауыҙында һерәйгәнбеҙ.
Эргәбеҙҙән генә тауышһыҙ шәүләләй ҡымғырлап, Зәбиха ҡарсыҡ үтеп бара икән. Хужалыҡ мәшәҡәттәрен башҡарыу йәшенән күптән уҙып, йорт-ҡура тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булырға ғына эшкингәнгә, үръяҡта йәшәгән улының ғаиләһендәге бала-сағаны ҡарарға китеп барыуылыр. Беҙҙә һауа торошон һәр өйҙөң стенаһына беркетелгән ҡалпаҡлы радионан тыңламайҙар, ә ғәҙәттә, “пагуҙа” ҡушаматын йөрөткән апа шул Зәбиха инәйгә килеп һорайҙар. Көнөн сәғәтенә тап килтереп, теүәл итеп әйтә, һис ҡасан хаталанмай, яңылышмай. Баш ҡағып иҫәнләшкәс, апайым уны туҡтатты: “Инәй, ошо арала пагуҙа нисек торор икән, һәр кем ҡырҙа, савхуз мал аҙығы әҙерләргә, арышҡа төшкән, халыҡ бесәндә, көндәр боҙолоп ямғырға китмәһә арыу булыр ине".
Күңеле бер нәмәне теләй, теле, шымартып, икенсене һөйләй, күҙгә ҡарап алдаша, юҡты теҙә бит был. Быйыл апайым дүртенсене ослап, бишенсе класҡа бара, кимәле башланғыстан артылғас, белеме лә өҫтәлгән, тимәк, белеменә ҡушылып хәбәр сыбалтҡан хәйләһе лә артҡан.
“Уң яҡ аяғым әлегә һиҙҙермәй, ә бына һулаҡайы, билемә биреп, сәнсеп-сәнсеп алғылай, өс-дүрт көндән урыны-урыны менән яуып алыр ул, ҡолаҡтарым шаулағас, урыны беҙҙә булыр”, — әйткәндәрен раҫлағандай, Зәбиха ҡарсыҡ бил тирәһен ыуҙы, һуҡ бармағын ҡолаҡ тишегенә тығып һелккеләгәндәй ҙә итте. “Быуындарығыҙҙың һыҙлауы, билегеҙҙең тотоуы насар”, — тигән булдым мин дә тик тороуҙы килештермәй.
Ҡыҫыр өмөтөбөҙҙө тамам һүрҙе күршебеҙ, теләгебеҙҙе киренән һапланы, баҡса ултырғысына һағып, асманға төбәлеп, көт инде йылдай оҙон йәйге көндәрҙең үтеүен, өс көн — өс сәғәт түгел! Алыҫтағы офоҡта тимгелләнгән ҡара йәшел урман ҡырластарын, ҡарағусҡыл тау киртләстәрен күҙләп, бошаланып, баҡса ултырғысында эҫелә апаруҡ ҡына ҡаҡланғас, башыбыҙҙы эйеп, кире өйгә индек. Шулай ҙа бүләкте, алмашлап тотоп ҡарап, ҡулыбыҙҙан төшөрмәйбеҙ, ыңғайы бер һауа торошо беҙ теләгән яҡҡа үҙгәрмәҫме, тип, тәҙрә аша тыш яҡҡа ҡарап-ҡарап алабыҙ.
Кискеһен сабынлыҡтан ҡайтым ингән әсәй ҡулсатырҙы алып түрбаштағы сөйгә элеп үк ҡуйҙы: "Ана бит, өҙлөкһөҙ һыйпай торғас, йылтырата, йыша ла башлағанһығыҙ, һеҙҙең ҡулығыҙға яңы әйбер эләкһә, ҡулсыр ҡыланып, боҙорға әҙерһегеҙ, ямғыр яуғансы торһон ошонда!”
Кис түшәккә ятҡас, күҙемә йоҡо төйөлмәгәнлектән, урынымда оҙаҡ ҡына әйләнгеләнем, шулай булмай тағы, ҙур еҙ табаҡтай тулған ай, тәҙрә аша күҙләп, мине ирештергәндәй, теге ҡулсатырҙы яҡтыртҡан, ә ул, терегөмөштәй тылсымлы нурҙарҙа балҡып, тағы ла сағыуыраҡ, тағы ла илаһийыраҡ булып күренә. Күрше-тирәлә генә түгел, мәктәптә, синыфыбыҙҙа киң билдәле шағир булараҡ күңелемдән шиғыр сығарырға тотоноп киттем: “Ямғыр ағай... юҡ, апай, ҡой... ҡой түгел... яу...” Таҡмағыма яңы һүҙҙәр, юлдар өҫтәп, мөңгөрәй-мөңгөрәй, әүелйеп киттем. Тауыҡ төшөнә тары керә, тигәндәй, төшөмә йәнә шул ҡулсатыр инде. Ялан-ҡырҙар, ауылыбыҙ, эргәһенән генә ағып ятҡан Һаҡмар йылғаһы тотош һыйырлыҡ дәү ҡулсатырҙы йәйеп тотҡанмын, ә уның аҫтына аҡ, ҡара, һары тиреле балалар етәкләшеп баҫҡандар, йәнәһе лә, баҫҡан ҙа кемуҙарҙан йырлайҙар, телдәре төрлө булһа ла йырҙары аңлайышлы имеш:
Йырҙарыбыҙ күмеп үтһен
Ауыл һәм ҡалаларҙы.
Берҙәм һәм татыу йәшәйҙәр
Ер шары балалары.
Тыныс тормош талап иткән
Ер шары балалары...
Аҙбар яғында йоҡонан ҡалған, ҡауырыйҙарынан яҙған яланғас ҡарт әтәсебеҙ, күрше-тирәне уятып, һөрән һалыуы булды, йоҡоло күҙҙәремде тырнап асып, тышҡа йүгерҙем дә, секерәйеп ҡарап, көнсығышҡа төбәлдем, ә унда инде иртәнге бала-ҡояш күкһел офоҡ ситенә йылмайып һаҡҡан, баш осондағы болотһоҙ зәңгәр сатыр төбө һайыҡҡан күлдәй күренә. Был хәйерһеҙ, мөстән болоттар ҡайҙа китеп олаҡҡан, әллә уларҙы Ер йотҡанмы? Зәбиха ҡарсыҡ хаҡлы, көндәр яуынға тартырға уйламай ҙа, яңы башланып ҡына торған көн, ялҡында ҡыҙа барған табалай, эҫелек бөркә, шуғалыр, йырлап тибенгән тауыҡтар — аҙбар күләгәһенә, картуф баҡсаһына килеп үк терәлгән урмандағы ҡоштар ағас-ҡыуаҡтар ышығына боҫҡан, кемуҙарҙан ҡытҡылдауҙары, ярышып сутылдауҙары ишетелмәй. Берәйһенең сәүеге өрөп алһа ла күңеллерәк булып ҡалыр ине, әммә эттәр ҙә, оҙон телдәрен һалындырып, баштарын тәпәйҙәренә һалып, күләгәлә йоҡомһорап яталыр. Күрмәгәндең күргеһе килә бит, әлеге мәлдә миңә яңы һауылған һөт тәме бәргән ямғыр еҫе танһыҡ. Яуынһыҙ көнгә үс иткәндәй, тирле түбәмде усым менән ыуып, төндә яртылаш яҙылған таҡмағымды һамаҡлап та ебәрҙем:
Ямғыр апай, яуһаңсы
Һәм күнәктән ҡойһаңсы.
Шул сағында оторбоҙ,
Ҡулсатырҙы тоторбоҙ,
Яҡындарҙы ҡосорбоҙ,
Тамсыларҙан боҫорбоҙ!
Салғыһын ҡураныс яурынына һалып, эргәмдән генә үтеп барған Ҡара Салих ҡарт ризаһыҙ һөйләнде:
— Көн торғанда бесән эшләп ҡалайыҡ, тип, йүгерә һәр кем, ә был йүнһеҙ, яуын саҡырған ҡарсығалай, ямғыр теләй!
Иртәнге сәйҙе ҡабаланып эскән әсәйебеҙ, беҙгә көн барышында ашар аҙыҡ ҡалдырҙы ла, ҡабаланып, сабынлығыбыҙ яғына китте. Был осраҡта тамаҡ ҡайғыһымы инде, бер килке сөйҙәге ҡулсатырға өңөлөп ҡарап ултырҙыҡ, һәм мин, сыҙамһыҙ йән булараҡ, урынлы тәҡдимемде кереттем:
— Бындай нәмәне күргәндәре юҡ бит, әйҙә, күрше-тирәгә күрһәтеп, маҡтанайыҡ, күҙҙәрен шарҙай итәйек!
— Ишеттең, күреп торҙоң бит, әсәй тейергә ҡушманы.
— Ҡушмаһа ни, ул йыш ҡына, ҡушҡанды ғына түгел, ҡушмағанды ла эшләй белегеҙ, ти ҙә баһа!
Кәкре тотҡалы күк таяҡты тотоп, урамға сығып баҫыуыбыҙға беҙҙе күрше-тирәләге тиҫтерҙәребеҙ уратып та алды. Ят та, күркәм дә нәмәбеҙҙе күреп өлгөргән барыһының да күҙҙәре шаҡмаҡланды, барыһы ла, яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән бәрәндәй, беҙҙең тарафҡа һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай. Берәүһе, Миршат апайымдың ҡулындағына ымлап, ҡыйыуһыҙ ғына һорауын ҡатты:
— Бы нимә у?
— Мулла олатайҙың имән таяғына оҡшаған нимәгә сепрәк урап алдығыҙмы әллә? — Һәр саҡ сағыштырыуға хирес Мөҙәрис тә ситтә ҡалманы.
Наҙандар, шуны ла күргәнегеҙ юҡмы ни, ҡулсатыр? – тип эренән һалдырҙым.
Уны кем, ҡайҙан килтергән? – Фазылйән дә ҡыҙыҡһына һалды.
— Ҙурлығы яғынан Мәскәүҙән дә кәм бумаған Пенза тип аталған ҡала бар. Шул ҡаланың хужаһы апайыма бүләккә тип ошо ҡулсатырҙы, миңә көн һайын башыбыҙ осонан осҡан "кукурузниктан" биш артыҡ, ҡанаттары ҡыйғыр ыласындыҡына оҡшаш уйынсыҡ самалют ебәргән. Бөгөн ҡулсатырҙы ғына ҡарағыҙ, иртәгә самалютты күрһәтербеҙ!
Ҡулсатыр, тиһеңме, уны ни эштәтәләр у? – тине Нәйлә.
Ямғыр яуғанда баш осонда тотоп йөрөйҙәр! – Быныһын апайым әйтте.
Таяҡты тотоп йөрөүҙән ни файҙа? – Һәр нәмәнең төбөнә төшөп өйрәнгән Рәшит шулай тип үҙ фекерен белдерҙе.
Таяҡ түгел у, мына ошолайтһаң, — апайым ҡулсатырҙы йәйеп ебәрҙе, — йәшенер ышыҡ барлыҡҡа килә!
— Таптың аптыратыр нәмә! – Ҡыҙығыуҙан күҙҙәре йызлаған Нәсимә, көнләшеүен йәшерергә тырышып, сәрелдәне. – Атайым ямғыр яуҙы ниһә көләпәрәле бризинт плашын кейә лә, итәге аҫтына беҙҙе йәшерә, ямғыр ҙа эләкмәй, өҫтәүенә ботон һығып ҡосаҡлаһаң йылы ла, эрәхәт тә.
— Ә беҙ ямғыр яуҙы ниһә, бишмәт бөркәнеп йөрөйбөҙ, һырманан һыу ҙа үтмәй, ел дә! – тине Юныс.
— Иҫе дөрөҫ әҙәм яуында тышта йөрөмәҫ, өйҙә генә ултырыр! – Әйткәндәрен дөрөҫләргә теләгән Динислам һалам ҡыйыҡлы өйҙәре яғына ымланы.
— Былар менән һөйләштең ни ҙә һөйләшмәнең ни! – Апайымды ҡайтыу яғына ҡарай етәкләнем.
— Тороп тороғоҙ! – Ошоғаса бер яҡ ситтә шымтайып баҫып торған Кәрим, телгә килеп, ҡулын беҙҙең яҡҡа һондо. – Тотоп ҡаратығыҙ әле?
— Бумай, әсәйем теймәҫкә ҡушты, уны ямғыр яуғансы тип сөйгә элеп ҡуйһа ла рөхсәтһеҙ алдыҡ әле, боҙоп, йә бысратып ҡуйһағыҙ шунда булыр бәлә.
— Әйҙә, быны һынап ҡарайыҡ! – Беҙҙән өс өй үръяҡта йәшәгән Юнир шулай тине.
— Ҡайһылай итеп, – ҡыҙыҡһынып киттем, – ҡояш аҫтына ҡуйыпмы, оҙаҡ шулайтһаң, ҡулсатырҙы көн ашаясаҡ!
— Теләһәң, яйын табып була. Кәримде, лейка тоттороп, һеҙҙең һарай башына мендерәбеҙ, ул юғарынан һыу һиптерә, ә беҙ ҡулсатыр аҫтында баҫып торабыҙ.
Һәм шулай иттек тә. Тар булһа ла, теге, төшөмә ингән балалар һымаҡ, барыбыҙ ҙа һыйҙыҡ, беребеҙ ҙә ситтә тороп ҡалманы. Шунан тағы өс көндән һуң көн битендә ҡойоп ямғыр яуғайны, күмәкләп, тауыҡ ҡанаты аҫтына һыйынған себештәрҙәй, ҡулсатыр аҫтына боҫоп, яланаяҡланып, ауылдың бер осонан икенсеһенә үттек. Аяҡтарыбыҙға ҡойо һылашты, уның ҡарауы өҫтөбөҙ ҡоро ине.
Башым осонда ҙур сатырҙай болотһоҙ зәңгәр күк йөҙө. Шуның аҫтына бала саҡ дуҫтарыбыҙ менән һыйынышып баҫып, өҫтөбөҙгә яуған ямандан, насарлыҡтан, бәлә-ҡазанан һаҡланырға ине лә, япа-яңғыҙым тигәндәй тороп ҡалдым, әле исемдәре менән атаған күптәр юҡ шул ямғырлы был донъяла... Йәндәре Йәннәттә булһын, Ин шәә Аллаһ!