+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!

Донъялағы иң яғым­лы, иң матур һүҙ – Әсәй. Һәр бер баланың иң беренсе әсәй тип теле асыла, ауыр саҡта ла, шатлыҡта ла иң тәүҙә әсәй тип йүгерәбеҙ. Әсәй – ул донъяла иң ҡәҙерле кеше! Уның йылмайыуы өй эсен яҡтырта, күңелдәрҙе йылыта, йәшәүгә дәрт, көс бирә яғымлы һүҙе күңелдәрҙе иретә, йомшаҡ ҡулдары ауыртҡан ерҙе баҫа, әйтерһең дә ул — әүлиә.

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!

Ә донъялағы иң ҙур йөрәк – уның йөрәге. Унда барлыҡ серҙәр һыя. Барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстар, бөтә ҡайғы-хәсрәттәр әсә йөрәге аша үтә. Нисек кенә йөрөй икән балам тиеп, көнө-төнө борсола, йоҡлағанда килеп юрғаныңды төҙәтеп яба һәм ипләп кенә баштан һыйпай ул.
Әсә һәм бала! Ул һүҙҙәрҙе ишеткәндә иң беренсе бәләкәс кенә бәпес ҡосаҡлаған әсә күҙ алдына килә. Әсә кеше балаһына, күҙен алмай, текләп ултыра. Һәм шулай бала ҙурайғас та әсә күҙенән, әсә ҡарашынан ситтә ҡалмай, һәр саҡ күҙәтеү аҫтында була.
Әсәй — беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ. Тик ул ғына һинең уңыштарыңа ихлас ҡыуана, көйөнөстәреңдән ҡара яна. Нисә йәштә булһаҡ та, беҙҙең барыбыҙға ла әсәй кәрәк.
“Әсә күңеле балала – бала күңеле далала”, – тигән мәҡәл бар бит халҡымда. Беҙ, балалар, әлбиттә, әсә күңелен аңлап та етмәйбеҙҙер... Әммә үҫә килә, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен нығыраҡ белергә өйрәнәбеҙ. Ә инде, ҡанаттарыбыҙ нығынып, ҡош балаһылай ситкә осоп сығып киткәс, әсәйҙең эҫе ашын, мөләйем ҡарашын, йомшаҡ ҡулдарын нығыраҡ һағынабыҙ.
Дуҫтар, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белеп, яратып йәшәргә кәрәк. Ҡайһы бер балаларҙың, үкенескә күрә, ундай яҡын кешеһе булмай. Башыма ундай уй килеү менән, бик ҡурҡыныс булып китә. Шуға күрә әсәйҙәрегеҙҙе ҡәҙерләп кенә йәшәгеҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙҙе мәртәбәле байрамығыҙ — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Ҡояш кеүек балҡып, оҙон ғүмер кисерегеҙ беҙҙең изге йәнле яҡын кешеләребеҙ!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: