0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡорт гимназияһы - Нефтекама ҡалаһының йөҙөк ҡашы

Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы 2010 йылдан алып «Берҙәм белем биреү мөхитен тыуҙырыу» проектын бо­йом­ға ашырыусы инновацион белем биреү учреждениеһы сифатында эшләй. Беҙҙә барлығы 1405 бала белем ала, 54 уҡытыусының етеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Башҡорт гимназияһы - Нефтекама ҡалаһының йөҙөк ҡашы
Башҡорт гимназияһы - Нефтекама ҡалаһының йөҙөк ҡашы

Һәр яҡлап үҫешкән уңышлы шәхес формалаштырыуға йүнәлтелгән маҡсатыбыҙ профилле белем биреү, социаль практикалар (үҙидарала ҡатнашыу, башланғыс синыфтарҙа тьюторлыҡ), ресурс үҙәге, дистанцион белем биреү кеүек моделдәр аша тормошҡа ашырыла.
Өфө Фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалы менән берлектә башҡарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тәрәндән өйрәнеү буйынса проект, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә төҙөлгән «Туған тел һәм туған әҙәбиәт буйынса белем алыуҙың сифатын күтәреү сараһы булараҡ лингво-тыу­ған яҡты өйрәнеү проект эшмәкәрлеге» тип аталған инновацион майҙансыҡ берҙәм белем биреү мөхитен тыуҙыра. Инновацион майҙансыҡтың нигеҙендә уҡыусыларҙы проектлау технологияларын әүҙем ҡулланыу өсөн төрлө кимәлдәге эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү ята. Маҡсаты: туған тел һәм туған әҙәбиәт предметтары буйынса уҡыу сифатын күтәреү.
Башҡортостан Республикаһының төнь­яҡ-­көнбайыш төбәгенә хас булған көнүҙәк мәсьәлә – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, һәр балала халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа бихисап проблемалар – бөтөн эшмәкәрлегебеҙ менән бәйле алып барыла.
Ошо юҫыҡта туған телебеҙ ҡиммәттәрен һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында бер нисә йыл рәттән бойомға ашырылған «Тел яҙмышы – милләт яҙмышы» проектының төп маҡсаты яңыртылған федераль белем биреү стандарттары талаптарына яуап бирә: ул, беренсе сиратта, тәрбиә бирә.
Шулай итеп, башҡорт гимназияһында туған башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу яңыртылған федераль белем биреү стандарттарына ярашлы тулы кимәлдә ойош­то­рола. Уҡыусыларҙа туған телгә ҡарата тә­рән ҡыҙыҡһыныу уятыуға, илһөйәрлек, халҡы­быҙ­ҙың йолаларына, мәҙәниәтенә хөрмәт тәр­биәләүгә йүнәлтелгән системалы һәм комплекслы эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
Балаларҙы белем алыуға, тормошта уңышҡа өлгәшеү юлдарын өйрәнеүгә мотивациялау юлдары дәрестәр һәм кластан тыш сараларҙың бихисап моделдәрен ҡулланыу аша алып барыла.
Беҙҙең «Илгиҙәрҙәр» театр студияһы ысын мәғәнәһендә ил гиҙә, сөнки унан, Башҡортостан һәм Рәсәй театр вуздарын тамамлап, уңышлы ғына хеҙмәт итеүсе артистарыбыҙ үҫеп сыҡты. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Бына инде 10 йылдан ашыу башҡорт телендә уйнаған «Балаяндар» КВН командаһы бөгөн республикабыҙҙа мәктәп уҡыусыларының КВН­-ында лидер дәрәжәһенә тиклем күтәрелде.
Ижади, эстетик зауыҡ тәрбиәләүҙә хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле юлдары Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, Нефтекама дәүләт филармонияһы, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, «Урал» халыҡ үҙәге һәм Халыҡтар мәҙәниәте үҙәге кеүек ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә бойомға ашырыла.
Киләсәк быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу­ҙы ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты тип ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә гимназияла милли спорт төрҙәренә ифрат ҙур иғтибар бүленә. «Берҙәмлектә — көс» тигән девиз ҡала спорт мәктәбе, «Ягуар» кеүек ойошмалар менән берлектә дөйөм маҡсатҡа ирешеү юлын асты һәм был хеҙмәттәшлек «Мәргән уҡсы», «Милли көрәш» секцияларының сәскә атыуына килтерҙе. Улар халҡыбыҙҙың тарихи йәшәү рәүешен сағылдырыу, уны балаларыбыҙға еткереү һәм өйрәтеү йәһәтенән республикабыҙҙа киң популярлыҡ алған спорт төрҙәренә ылыҡтырыу маҡсатынан ойошторолдо. Бында малайҙар менән бер юлы ҡыҙҙар ҙа теләп шөғөлләнә.
Мәрйәм Бураҡаеваның республика программаһын бойомға ашыр­ған «Йәйләү» йәйге ял лагерында ла йыл һайын 50-нән ашыу бала ял итә. Лагерҙағы һәр сара халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихи-мәҙәни тормошон заман күҙлегенән өйрәнеүгә йүнәлтелгән.
Гимназистарҙы халҡыбыҙҙың тарихи, мәҙәни үткәне менән тәрбиәләүҙең тағы бер һөҙөмтәле ысулы — ул музей. Беҙ уға бик мәғәнәле атама бирҙек — «Аманат». Тыуған яҡты өйрәнеү балаларҙы фәнни-эҙләнеү эшенә йәлеп итеүҙә төп ролде үтәй, тиһәк, хата булмаҫ. Бының өсөн музейҙа илебеҙ тарихындағы төрлө ваҡиғаларҙың шаһиты булған шәхестәр, һуғыш ветерандары менән осрашыу кисәләре ҙур әһәмиәткә эйә.
Медиаүҙәк – уҡыусыларҙың проекты. Ул — гимназия гәзите, мәктәп телевидениеһы. Мәктәп гәзите – илһөйәрлек, әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләүсе, белем алыуға этәргес биреүсе заманса сара.
Гимназияла илһөйәрлек тәрбиәләү мөһим урын биләй. Был тәңгәлдә Рәсәй именлек хеҙмәте системаһы менән хеҙмәттәшлек булдырылыуға ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Шул арала ике-өс быуын йәш кадеттар әҙерләнде. Бөгөн улар Рәсәй вуздарында белем ала. Республика программаһына ярашлы «Шайморатовсылар» проектын бойомға ашырыу ҙа Нефтекама ҡалаһы хәрбиҙәре менән берлектә алып барыла.
Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы бөгөн – белемлелек, ғилемлелек, күркәмлек, уңайлылыҡ һәм гүзәллек усағы. Башҡорт гимназияһы коллективының ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашлығында мәғарифты, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Гүзәл Ғайсина,
Нефтекама Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: