+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡаҙанды яулаған беҙҙең Лидиә

Ҡасандыр мәктәп уҡыусы­һы булған беҙҙең йәш хәбәрселәребеҙ хәҙер, белем алып, эшкә урынлашып, яңы үрҙәр яулай.

Ҡаҙанды яулаған беҙҙең Лидиә
Ҡаҙанды яулаған беҙҙең Лидиә

Был юлы “Беҙҙең йәш хә­бәр­селәребеҙ” рубрикаһы сиктәрендә һеҙҙең иғтибарға Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Ул заманында “Йәшлек” гәзите ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыу­сылар конкурсы лауреаты (2017), Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-­ара олимпиада призеры (3-сө урын, 2018) һәм 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған осорҙа Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2018) була.
Әле генә үҙ ҡулым менән уға журналыбыҙҙың йәш хәбәрсеһе танытмаһын тапшырған кеүек инем, ә хәҙер инде Лидиә — юғары белемле йәш белгес.
– Лидиә һылыу, һин ҡайһы яҡта тыуып-­үҫкән­һең? Ҡайһы мәктәптә белем алдың?
– Учалы районының Ураҙ ауылы ҡыҙымын. 7-се синыфҡа тиклем Ураҙ лицейында белем алдым һәм 2014 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға индем.
– “Аманат” журналы менән дуҫлығың ҡасан башланды? Нисәнсе йылда йәш хәбәрсе булдың?
– “Аманат” журналы менән дуҫлығым мәктәп йылдарында башланды. Иң тәүҙә шиғырҙар ижад иттем, һуңынан күпләп мәҡәләләр яҙа башланым. Йәш хәбәрсе исемен 2016 йылда 10-сы синыфта, БРГИ-ла алдым.
Был көндө әле лә яҡшы иҫләйем. Беренсенән, көтөлмәгән хәл булһа, икенсе яҡтан, хеҙмәтемдең беренсе ҙур емеше итеп ҡабул иттем.
Рәхмәт һүҙҙәремде ошо редакцияла эшләгән барлыҡ ағай-апайҙарға еткергем килә! Һеҙ үткәргән төрлө конкурстар мине үҫтерҙе, ҡанатландырҙы, ижади офоҡтарымды киңәйтте.
– Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға индең?
– Гимназияны тамамлағас та Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Тик ике йыл уҡығандан һуң Башҡорт дәүләт университетына күстем, сөнки миңә журналистика өлкәһе яҡынырак ине.
2022 йылда ҡулыма бака­лавр дипломы алғас, магистратурала уҡыу өсөн доку­менттарымды Ҡаҙан федераль университетына тапшырып ҡарарға булдым, сөнки тап шунда, журналистика бүлегендә уҡыуымды дауам итеү, ошо һөнәр эйәһенең дипломын алыу минең бала саҡ хыялым ине.
Уҡырға инеп, Ҡаҙанға юлланырға әҙерләнеп йөрөгәндә ғаиләбеҙ ауыр юғалтыу кисерҙе... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йылдың 31 авгусында бер туған Ленар ағайым Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Шул арҡала университетта уҡыуы менән ике айға кисектереп торорға тура килде.
Ни тиклем дә ауыр булмаһын, үҙемде ҡулға алып, ноябрь айында Татарстанға килдем һәм студент тормошона сумдым. Уҡыу менән бер рәттән Учалы телерадиостудияһында эшләнем, һөнәрем буйынса тәжрибә тупланым.
Ҡаҙан федераль университеты миңә күп мөмкинлектәр асты. Барлыҡ уҡытыусыларыма, яҡын дуҫтарыма һәм, әлбиттә, ата-әсәйемә йылы һүҙҙәре, ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен!
– Ижадыңды китап итеп сығарырға ниәт бармы?
– Һуңғы арала шиғырҙар, төрлө иҫтәлектәр, мәҡәләләр яҙам, тик гәзит-журналдарҙа баҫтыр­ғаным юҡ. Уларҙың барыһы ла ғәзиз кешем – ағайыма бағышланған...
Китап сығарырға уйым бар, әлбиттә. Уны мин, һис шикһеҙ, ағайыма бағышлап, иҫтәлектәр форматында сығарырға ниәтләйем.
– Журнал уҡыусыларына теләктәрең?
– Журнал уҡыусыларына теләгем бер: «Кеше» тигән бөйөк исемгә бер ваҡытта ла тап төшөрмәгеҙ!
– Ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Лидиә һылыу! Артабан да үҙеңә, башҡорт журналистикаһы күгендә яҡты йондоҙ төҫлө балҡырға яҙһын, Иншә Аллаһ!


Зарина БАҒЫШАЕВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: