+13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель , 20:44

Динә инәйҙең “Матур донъя”һы

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында Динә Молҡаманова-Өмөтбаева тигән шағирә инәй йәшәй. Күптән түгел уның “Матур донъя” тигән китабы сыҡҡан.

Динә инәйҙең “Матур донъя”һы
Динә инәйҙең “Матур донъя”һы

Шағирәгә 79 йәш. Бала саҡтан шиғырҙар яҙа, әммә әле саҡ китап итеп сығарған. Китап тураһындағы хыялын тормошҡа ашырырға уға билдәле әҙибә Фирүзә Абдуллина ярҙам иткән.

Динә инәй – мәшһүр мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ейәнсәре, шиғыр яҙыуға ынтылышы ла юҡтан ғына хасил булмағандыр инде.

Динә Ғәббәс ҡыҙының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Мәктәптән һуң колхозда эш башлаған. Сөгөлдөрҙә, фермала эшләгән. Артабан ауыл магазинында һтыусы булған, фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнгән.

Үҙе дәртле, йырға маһир булған. Художестволы һәүәҫкәрлек концерттарында сығыш яһаған, үҙе яҙған йырҙарҙы йырлаған. Тормош иптәше менән дүрт бала үҫтергәндәр.

Тик 62 йәшендә шәкәр ауырыуы менән глаукома арҡаһында күҙҙән яҙған. Операцияның  ярҙамы теймәгән. 20 йыл элек ирен юғалтҡан, унан балаларының ике өлкәне мәрхүм булған. Ҡартайғас, күҙһеҙ йәшәргә өйрәнеү еңел булмаған инде.

Шиғыр юлдары Динә инәйгә таңда килә икән. Онотмаҫ өсөн уларҙы ҡат-ҡат ҡабатлаған. Шунан шиғырҙарына көйҙәр сығарған.  Көйҙәрҙе хәтеренә бикләр  өсөн 70 йәшендә гармунда уйнарға өйрәнгән.

Динә инәйҙең ижады кешеләрҙе шатландыра. Шиғыр ғына түгел, хикәйәләр, пьесалар ҙа яҙа. Уның йырҙарын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Яҡшығолов башҡара.

Тормош ебәргән был һынауҙарға нисек бөгөлөп төшмәгәненә Динә инәй үҙе лә аптырап ҡуя. Балалары, ауылдаштары уны ярҙамынан ташламаған. Әле инәйҙе кинйә улы ҡарай. Ләкин иң мөһиме – үҙенең йәшәргә ынтылышы. Үҙенең ихтыяр көсө. Ул бер ваҡытта ла ғәйеплеләрҙе эҙләмәй, яҙмышҡа һуҡранмай, төшөнкөлөккә бирелмәй. Бешеренә, өй йыйыштыра, үҙ кейемен үҙе йыуа.

Бына шундай яҡты кеше йәшәй Бишауыл-Уңғарҙа.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: