

Ғафури районында бейергә әүәҫ балалар бик күп. Ә Красноусол ауылының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында республикабыҙға билдәле балалар эшләп килә. Ошо ансамблдең солисткаһы, 6-сы синыфта уҡыған ейәнсәрем Алтынай Вәлишина тураһында һүҙем.
Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫте ул. Әле лә бар нәмәне үҙе эшләп ҡарарға ынтылып тора. Мәрйендән күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө биҙәүестәр эшләһенме, һүрәт төшөрһөнмө, сигеүгә тотонһонмо – барыһын да, еренә еткереп, башҡарып ҡуя. Һоҡланғыс ҡул эштәре булдыра.
Пазлдан картиналар төҙөргә ярата. Ҡурайҙа ла моңло итеп уйнай. Шахмат уйнарға ла мәктәпкә уҡырға барғансы уҡ өйрәнде. Шахмат буйынса район, республика кимәлендә еңеүҙәр яулап, бихисап дипломдарға, Маҡтау билдәләренә лайыҡ булды. Быйыл, сәмләнеп, катокта шыуырға өйрәнде.
Ағаларын, әсәһен, олатаһы менән өләсәһен, үҙе бешергән тәмле ҡоймаҡтары, печеньелары менән һыйларға ярата.
Бында хеҙмәт уҡытыусыһы Рәмзилә Әнүәр ҡыҙының йоғонтоһо ҙур. Хеҙмәт дәресендә ул ҡыҙҙарҙы бешеренергә өйрәтә. Тегеү машинаһында алъяпҡыстар, ҡурсаҡтарға милли күлдәктәр тегәләр.
Алтынай ҡыҙымдың иң яратҡан шөғөлө – бейеү һәм волейбол! Райондың һәм дә Красноусол Башҡорт гимназия-интернатының данлыҡлы бейеү ансамбленең етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова нисәмә йылдар инде районыбыҙҙың балаларын бейеүгә һөйөү тәрбиәләй. Ансамбль Башҡортостандың төрлө ҡалаларында сығыш яһай. Төрлө конкурстарҙа тик беренсе урындарҙы ғына яулай.
Алтынай ҡыҙыбыҙ уҡыуҙа ла һынатмай. Байрамдарҙа тасуири итеп шиғыр һөйләргә ярата. Вокал ансамблендә лә яратып шөғөлләнә, тауышы моңло, матур.
2024 йыл ул Өфөлә Башҡортостан Башлығының шыршы байрамында ҡатнашһа, 2025 йылда, Мәскәү ҡалаһына сәфәр ҡылып, Еңеү Шыршыһы байрамында һәм Музейында булып ҡайтты.
Махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң "Батырлыҡ" һәм Шайморатов ордендары менән наградланған батыр яугир атаһы Земфир Ғилметдин улы Вәлишин иҫән сағында үҙенең көтөп алған ҡыҙын, яратып, “Алтыным”, тип кенә йөрөтөр ине. Һәр ваҡыт уҡыуы, дәрестә алған билдәләре менән ҡыҙыҡһына, башҡа ата-әсәләр менән берлектә балалар өсөн экскурсиялар, походтар ойоштора, синыф бүлмәләрен ремонтлауҙа ҡатнаша торғайны.
Алтынайҙың спортты, сәнғәтте яратыуы ла атаһына килә. Атаһының яҡты иҫтәлеге ҡыҙыбыҙға, уның ике ағаһына киләсәктә яҡты маяҡ булыр тип ышанам. Батырыбыҙҙы һағыныуыбыҙ сикһеҙ. Онотмайбыҙ.
Әсәһе Әлфиә Салауат ҡыҙы, ағалары Азамат менән Айгиз дә — оҫта бейеүселәр. Азамат медицина университетының 4-се курсында уҡый, буласаҡ хирург. Айгиз быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай. Нефть техник университетында белем алырға әҙерләнә.
Ә Алтынайҙың киләсәккә хыялдары тағы ла ҙурыраҡ: уның берсә бейеүсе, берсә әсәһе, өләсәһе кеүек педагог, йә апалары, еҙнәләре кеүек врач, косметолог булып, кешеләргә матурлыҡ өләшәһе, йә банкир булып, уларҙың тормошон бай һәм күркәм итәһе килә.
Матурлыҡты күрә белгән, изге күңелле наҙлыҡай ҡыҙ балама тыныс күк йөҙө һәм бәхетле киләсәк теләйем!
Рәмзиә Монасипова,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.