-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Апрель , 09:20

ҺӨЙӨН!

 🌺Бәхет ул - Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәлә биргән донъя ниғмәттәренән тәм таба белеүҙә, бар булғанға Аллаһҡа шөкөр ҡылып йәшәүҙә.  Һөйөнөр өсөн мең сәбәп:

ҺӨЙӨН!
ҺӨЙӨН!

🌺Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан атлап киттеңме?

🌺Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…

 🌺Тәҙрәнән донъяның матурлығын: аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы, сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?

🌺Тағын һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күреүҙән мәхрүм күпме һуҡырҙар бар.

🌺Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?

🌺Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй… 🌺Һөйләшә алаһыңмы?

🌺Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!

🌺Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?

 🌺Табынға ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы? Аллаһҡа шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп!

🌺Беҙгә бик ябай ғына тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туя алмаған илдәр, халыҡтар күпме?

 🌺Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы?

 🌺Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәгәндәр ҙә бик күп!

🌺Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!

 Хәйерле иртә, дуҫтар, апайҙар, ағайҙар, туғандар,  дин ҡәрҙәштәр!

Фото: Людмила Камнева 

ҺӨЙӨН!
ҺӨЙӨН!
ҺӨЙӨН!
ҺӨЙӨН!
ҺӨЙӨН!
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас