

Йыл һайын уҙғарылған "Бөтөн синыф менән - "Аманат"ҡа!" акцияһында был мәктәптән бер нисә синыф мотлаҡ ҡатнаша һәм "Аманат"тың Маҡтау билдәһе һәм Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ була килә. 2025 йылдың 1-се яртыһына ла өс синыф уҡыусылары барыһы ла тулыһынса яратҡан журналына яҙылды. Ә араларынан Камилла Рамодина (һүрәттә) иһә, журналдың бик күп йылдар дауамында үткәрелеп килгән "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләккә лә эйә булды.
Буранайҙа Ишҡол мәктәбендә бик күңелле осрашыу үтте, сөнки журналды уҡыған кешеләр менән аралашыуы һәр саҡ күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Сарала лайыҡлы бүләктәрен һәр ҡайһыһына үҙ ҡулым менән тапшырыу насип булыуына ла, уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандыра алыуым ла һөйөнәм, Аллаға шөкөр!
"Аманат"ҡа һәр ваҡыт тоғро ҡалған, күмәртәләп яҙылыу ойошторған данлы Ишҡол мәктәбенең алмаштырғыһыҙ директоры Азат Мәхийәнов, уның ҡулы аҫтында эшләгән, "Аманат"лы синыфтарҙың етәкселәренә, уҡытыусыларға, айырыуса балаларына яратҡан журналдарын яҙҙырырға форсат тапҡан ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Шулай уҡ һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың бөтөн халҡын, балалары "Аманат"ҡа дәррәү яҙылған Әбйәлил районының Ишҡол ауылы, Бөрйән районының Әбделмәмбәт, Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей ауылдарынан үрнәк алып, балаларығыҙҙы "Аманат"лы — ҡуш ҡанатлы, рухлы итеп үҫтерергә саҡырам.
Әлеге ваҡытта 2025 йылдың 2-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. "Аманат"ҡа яҙылығыҙ, уның "Синыф менән — "Аманат"ҡа!" акцияһында, "Яҙыл да бүләк от!" уйынында, бихисап конкурстарында ҡатнашып, бүләкле булығыҙ.
Ғөмүмән, рухлы-аңлы башҡорттарға "Аманат" — үҙе бүләк! Сүбхән Аллаһ!!!