-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Үҫмерҙең хәтер дәфтәренә

Имтихандарға әҙерләнгәндә өмөтһөҙлөккә, күңелһеҙ тойғоларға бирелә башлаһаң, ошо кәңәштәрҙе үтә, ярҙам итә, ти белгестәр:

Үҫмерҙең хәтер дәфтәренә
Үҫмерҙең хәтер дәфтәренә

1. Барыһын да аңлаған, тойғоларыңды уртаҡлашырҙай дуҫыңа хәлеңде һөйлә;
2. Магазиндар буйлап йөрөп кил, үҙеңдең күңелеңә ятышлы ваҡ-төйәк нәмә һатып ал;
3. Йоҡо туйҙыр;
4. Спорт менән шөғөлләнеп ал (ысын спортсылар физик яҡтан ғына түгел, ә психик сәләмәтлеккә лә эйә);
5. Кер, һауыт-һаба йыу;
6. Яратҡан йырҙарыңды тыңла;
7. Талғын йәки дәртле көйгә бейе;
8. Урман буйлап йөрөп кил, йылға ағымын, тәбиғәт тауышын тыңла, еҫен еҫкә;
9. Яратҡан этеңде, бесәйеңде һыйпа;
10. Эҫеле-һыуыҡлы душ йәки тәмле үләндәр төнәтелгән хуш еҫле мунсала йыуынып ал;
11. 10 тапҡырға яҡын тәрән итеп тын ал;
12. Маятниктағы ритмик хәрәкәтте күҙәт. Ауыр мәлдә былар барыһы ла күңел тыныслығы табырға ярҙам итә.


Хәтереңдә тот: иң мөһиме ҡурҡыуҙы һәм көсөргәнеш­те кәметергә һәм дәрес әҙерләү өсөн үҙеңә уңайлы шарттар булдырыр­ға кәрәк, ә имтихан алдынан рәхәтләнеп ял итергә, йоҡо туйғансы йоҡларға кәрәк. Әммә күп итеп ашау ҙа аҡыл эшмәкәрлеген тотҡарлай, ти, ғалимдар.
Түбәндәге техника күҙ алдына килтереү мөмкинлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән. Әйҙәгеҙ, әлеге техника менән эш итеп ҡарайыҡ:
1. Һинең эмоциональ көсөргәнеш — тығыҙ итеп тултырылған ҙур шар икән, ти. Ул шул тиклем ҙур, хатта эсеңә һыймай. Хәҙер инде күҙ алдына килтер ҙә был шарҙы энә менән тиш. Ул шартлай. Шар менән бергә һинең көсөргәнешлек тә шартланы;
2. Күҙ алдына килтер: бар булған күңелһеҙ хәлдәрҙе тоҡҡа тултыраһың да поезд юлына алып барып һалаһың икән, ти. Поезд үҙе менән бергә һинең барлыҡ проблемаларҙы алып китә.
3. Бәхетле булған мәлеңде иҫкә төшөрөп ал. Әлеге мәлдә үҙеңде шунда икән тип күҙ алдына килтер.
4. Үҙеңде уңышлы, тыныс, имтиханға әҙер, барыһын да белгән һәм хәтерләгән уҡыусы тип күҙ алдына килтер.


Үҙ-үҙеңде ышандырыу техникаһы:
Үҙ-үҙеңде ышандырыу позитив, оптимизм менән һуғарылған, эшлекле булырға тейеш. Насар уйҙар уйламаҫҡа. Ябай, аныҡ һәм аңлайышлы һөйләмдәрҙе (мин теләйем, мин алам һ. б.) күп тапҡыр ҡабатларға: “Барыһы ла яҡшы булыр!”, “Мин үҙемде яҡшы тоям!”, “Һис шикһеҙ мин барыһын да еңеп сығасаҡмын!”
БДИ, контроль эш йәки эш планын үтәү булһынмы, уның аша бер һин генә түгел, барыһы ла үтә. Һәр хәлдә, был һынауҙы һиңә һәйбәт итеп, еңеп сығырға өйрәнеү бурысы тора.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас