“Аҡбуҙат” майҙансығы иң кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтеү һәм уҡытыу мәсьәләләренә арналды.
“Гөлөстан” майҙансығында хәҙерге башҡорт теле мәсьәләләре тикшерелде.
“Һомай” бүлегендә белгестәр һәм уҡытыусылар интерактив башҡорт теле тураһында фекер алышты.
“Иҙел”дә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең педагогик перспективаһы мәсьәләләре ҡаралды.
“Урал батыр” майҙансығында Ватанға һөйөүҙең туған телде белеүҙән башланыуы темаһы асылды.
“Шүлгән” майҙансығында республикабыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылары тураһында һүҙ барҙы.
“Аҫылташ”та ҡатнашыусылар полилингваль һәм билингваль белем биреү мәсьәләләрен тикшерҙе.
“Йәншишмә”лә дәүләт тел сәйәсәте тураһында етди һөйләшеү үтте.
Ә “Самрау” майҙансығында балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү барҙы һәм, әлбиттә, ул мөнәсәбәтте яҡшыртыу юлдары эҙләнде.
*
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана залында үткән “Самрау” майҙансығын Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов алып барҙы. Майҙансыҡ эшендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китаханасылар, филология һәм педагогия ғалимдары ҡатнашты.
Милли китапхана директоры, педагогия фәндәре кандидаты Айгөл Әминева башҡорт телендәге балалар әҙәбиәтенең үҫеш күрһәткесе булараҡ Милли китапхананың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, ҡыҙыҡлы һандар килтерҙе һәм уҡытыусыларға файҙаһы тейерлек мәғлүмәттәр бирҙе.
Китапхананың сайтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡулланырлыҡ материал бик күп. Тел һәм әҙәбиәт буйынса үткән быуат башынан бирле нәшер ителгән хеҙмәттәр, һүҙлектәр, әлифбалар, дәреслектәр бар. “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналының архивтары һаҡлана. Порталда Рәми Ғарипов сайты эшләй. Виртуаль күргәҙмәләр үтеп тора. “Уңышҡа старт”, “Башҡортостандың портреты” проекттары ла ҡыҙыҡлы. “Башҡортостандың әҙәби картаһы” бүлегендә республика яҙыусылары, шағирҙары тураһында мәғлүмәттәр уларҙың туған райондары буйынса бирелә.
Ғөмүмән, Милли китапхана порталы – ул ысын мәғәнәһендә рухи хазина һандығы, компьютер алдында ултырып йә телефон аша ғына шул хазиналар менән файҙаланырға була.
Шамонин ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ибраһим Тайсиндың сығышы – “Һоробай” тигән әкиәтте һөйләүе – бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ибраһим ярайһы уҡ оҙон әкиәтте бик килештереп һөйләне. Әммә бигерәк тә оҡшағаны уның һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүе, асыҡ дикцияһы, баҫымдарҙы дөрөҫ ҡуйыуы булғандыр. Артабанғы сығыштарҙа нәҡ ошо мәсьәлә күтәрелде: балалар ғына түгел, уҡытыусылар ҙә башҡортса телмәрҙә етешһеҙлектәргә юл ҡуя бит әле.
Педагог-ғалим Әхәт Вилданов та шул уҡ мәсьәләгә туҡталды. Балаларҙы башҡортса дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү – тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының бурысы ул, тине ғалим. Һүҙҙәрҙә баҫымдарҙы дөрөҫ ҡуймау, айырым һүҙҙәрҙе боҙоп әйтеү, мәҫәлән, “тәьмин”, “Ҡөрьән”, “тәьҫир” кеүек һүҙҙәрҙе “тәмин”, “Ҡөрән”, “тәҫир” йә “тәҫьир” тип әйтеү йыш осрай.
Әҙәбиәт ғалимы Ғиниәт Ҡунафин баланы “башҡортса һөйләшергә кем өйрәтергә тейеш – мәктәпме, ғаиләме?” тигән көнүҙәк һорауға үҙ яуабын бирҙе. “Ике ҡулыбыҙ бар, уңына эш күберәк төшә, мәктәп – уң ҡул, ғаилә – һул ҡул”, – тип бик тә образлы итеп аңлатты ул уҡытыусыларға йөкмәтелгән яуаплылыҡты.
Башҡортостандың элекке мәғариф министры Миндебай Юлмөхәмәтов яҙыусылар өсөн райондарға, ауылдарға йышыраҡ сығыу кәрәклеген телгә алды. Тере яҙыусы менән осрашыу балала уның әҫәрҙәрен уҡыу теләген тыуҙырмай ҡалмай, тине ул.
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының китапханасы-уҡытыусыһы Илзирә Ғарифуллина балаларҙы башҡорт әҙәбиәтенә ылыҡтырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Яҙыусыларҙы осрашыуға саҡырыу киң таралған сара һанала. Тик уны уҡыусыла яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ итеп үткәреү кәрәк. 102-се гимназияла саҡырылған яҙыусының берәй әҫәрен йә өҙөктө сәхнәләштерәләр. Йәнә уҡыусыларға һорауҙар уйлап килергә тәҡдим ителә. Яҙыусы менән йәнле диалог балаларҙың күңеленә һуҡмаҡ табырға ярҙам итә.
“Аҡбуҙат” журналының яуаплы секретары Миңлегөл Тайсина ваҡытлы матбуғаттың баланы башҡорт теленә өйрәтеүҙәге мөһим урыны тураһында һөйләне.
“Самрау” майҙансығында сығыш яһаусылар байтаҡ булды, тәҡдимдәр, фекерҙәр, теләктәр ҙә әйтелде. Балаларҙы туған телен, туған әҙәбиәтен яратырға өйрәтеү кеүек ҙур миссия йөкмәгән педагогтар эшмәкәрлегенә иғтибар, моғайын, тағы ла артыр, уларға һәр яҡтан яңы мөмкинлектәр ярҙамға килер.