-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы

Өфөлә  үткән II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында уҡытыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләне, тәжрибә уртаҡлашты. Съездың икенсе көнөндә, хәбәр итеүебеҙсә, эш туғыҙ майҙансыҡта барҙы.

“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы

Кисә “Самрау” майҙансығының эше тураһында мәғлүмәт бирҙек. Бөгөн тағы бер ҡыҙыҡлы майҙансыҡ – “Һомай”ға ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ. Ул интерактив башҡорт теленә арналды һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусында үтте. Уҡытыусылар, ата-әсәләрҙән вәкилдәр, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре, методистар, белгестәр килгәйне унда.

Йыйылыусыларға РФ Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү дәүләт сәйәсәте һәм мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү департаментының директор урынбаҫары Сергей Васин онлайн тәбрикләү менән мөрәжәғәт итте.

БР Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Вадим Рәхмәтуллин II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының мөһим маҡсаттарын һәм бурыстарын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм һуңғы йылдарҙа бик мөһим сиселештәр ҡабул ителеүен билдәләне; Милли белем биреү буйынса ресурс үҙәге, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы ойошторолоуын, 2019 йылдан башлап Башҡорт теле көнө үткәрелеүен, башҡорт теле буйынса диктанттың халыҡ-ара статус алыуын телгә алды.

“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында тормошҡа ашырылған яңы проекттар тураһында һөйләне, тарихи шәхестәр тураһындағы документаль фильмдарҙы, “Нурбостан” анимациялы сериалын дәрестәрҙә нисек ҡулланып булғанын аңлатты.

БР Башлығы Гранттар фондының генераль директоры Люция Фәйзуллина башҡорт телен популярлаштырыу буйынса алынған гранттарҙың уңышлы проекттары менән таныштырҙы. Ундай проекттар – “Мин башҡортса һөйләшәм”, “Белем”, “Батырҙы цифрлы мөхиттә үҫтерәбеҙ”, “Ат уйнатып” уйыны, “Аулаҡ өй” һ.б.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәре Гүзәлиә Исхаҡова өҫтәл уйындарының башҡорт телен өйрәнеүҙәге әһәмиәте хаҡында һөйләне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре этнограф Сәлимә Усманова милли кейемдең әһәмиәтен аңлатып, экранда уҡытыусылар өсөн кейем өлгөләрен күрһәтте.

Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Айнур Хәйбуллин “Башперевод” платформаһы менән нисек ҡулланырға икәнлеген аңлатты. Ә IT-белгес Айгиз Ҡунафин, “Һомай” аҡыллы колонкаһын эшләүсе, яһалма аңды башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеү мөмкинлеге менән таныштырҙы. Этнодизайнер, блогер Иҙел Хәкимов блог алып барыу серҙәре менән бүлеште.

“Һомай” майҙансығының икенсе өлөшөндә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн практик дәрестәр һәм уйындар ойошторолдо.

Сығанаҡ: Молодежная газета.

“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
“Һомай” майҙансығы яңы технологиялар менән таныштырҙы
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас