-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр һәм үҫмерҙәрҙең ниңә Надежда Кадышева тип иҫе китә?

Эстрада йырсыһы Надежда Кадышеваның популярлығы күҙ эйәрмәҫ тиҙлектәрҙә арта. Иң юғары гонорарҙар, иң ҙур залдар хәҙер Кадышеваныҡы. Был миҙгелдә ул стадиондарға сығырға йыйына. Уның концерттарына билеттар ике айҙа һатылып бөтә. Популяр йырсылар стадионға билетты ғәҙәттә йыл буйы һата тиҙәр. 65 йәшлек Кадышеваның фанаттары – зумерҙар. 1997–2010 йылдарҙа тыуғандарҙы зумер тибеҙ бит инде. Цифрлы донъя менән вәс-вәс булған быуын ул.  Өләсәләренең тиңдәше Надежда Кадышева менән уның “Золотое кольцо” тигән ғаилә ансамбле  ижадында йәштәр, үҫмерҙәр нимә таба һуң?

Йәштәр һәм үҫмерҙәрҙең ниңә Надежда Кадышева тип иҫе китә?
Йәштәр һәм үҫмерҙәрҙең ниңә Надежда Кадышева тип иҫе китә?

Был феномендың серен эҙләүселәр күп. 2024 йылғы VK Fest фестивалендә улы менән йырлаған “Плывет веночек” йырының селтәрҙә вируслашып китеүе, тик-токты баҫып алыуы, ошо йыр менән мемлы видеолар яһалыуы, йәш быуында халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүе менән аңлатып ҡарайҙар.

Тәрәнерәк фекер йөрөтөүселәр йәштәрҙең ялған ҡиммәттәрҙән туйыуы, инглиз телле бер төрлө йырҙарҙан ялҡыуы, ихласлыҡҡа, халыҡсанлыҡҡа тартылыуы, глобализация осоронда Кадышеваны тыңлап үҙенең кемлеген билдәләргә тырышыуы, үҙ тамырҙарына ҡайтыуы менән аңлата.

Өлкән быуындар Кадышеваның сағыу кейемен, ялтырауыҡ биҙәүестәрен зауыҡһыҙлыҡ, провинциаллек тип тапһа, зумреҙар быны арт-объект тип күрә. Еңелсә ирония аша хөрмәт менән ҡарай. 90-сы йылдарҙы романтиклаштырыуҙың да (әле шул тенденция күҙәтелә) йоғонтоһо барҙыр тиҙәр. Ғөмүмән, бөтә илдәрҙә лә ретро модала.

Стримингтарҙа Кадышева йырҙарын тыңлау 7 тапҡырға артҡан. Бына һиңә кәрәк булһа пенсионерҙар йырсыһы! Утыҙ йыл элекке йәштәр Кадышева ижадын һанға һуҡмағанды бөгөнгөләр уға иҫе китә. Йәштәргә Кадышеваның ире баянсы һәм йырҙар авторы Александр Григорьевич Костюк та оҡшай – концерттарҙа ике сәғәт буйы дәртле итеп баянда уйнауына иҫтәре китә. Әсәһе кейем алмаштырған арала тамашасыны үҙенә ҡаратып тотҡан  улдары 40 йәшлек Григорийҙың сығышы ла һуштарын ала. “Алтын ҡулса”ның музыканты, балалайкала бик оҫта итеп уйнаған 42 йәшлек Дмитрий Ивановты Мэттью Макконахиға оҡшаталар.

Күпмегә һуҙылыр был феномен, билдәһеҙ, әммә әлегә “Алтын ҡулса” популярлығынан файҙаланып ҡалырға ашыға, бик әүҙем ил буйлап гастролдәрҙә йөрөй, бик ҡиммәткә туйҙарға, шәхси тантаналарға йырларға бара.

А. АМАНОВА.

Фото: ТВ-ла “Россия.1” каналының 2024 йылды ҡаршылау “Зәңгәр ут”ынан скриншот.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас