Заман үҙгәрә, уның менән бергә белемдәргә, һөнәрҙәргә талаптар ҙа үҙгәрә. Федераль дәүләт мәғариф системаһы талабына ярашлы, мәктәп тамамлаусылар киләсәккә һөнәрен аңлы һайлай белергә тейеш. Ә уларҙы быға нисек өйрәтергә? Баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Йәштәр технопаркының директоры Флүр ШАҺИСОЛТАНОВ менән шул хаҡта әңгәмәләшәбеҙ.
– Флүр Әмир улы, Өфө нефть техник университетының Йәштәр технопаркы заманса белемдәр алыуҙа уҡыусыларға ниндәй ярҙам күрһәтә ала?
– Һәр бала үҙ һәләте менән тыуа. Тик ул һәләтте күреү һәм асыу, үҫтереү шарт. Республикабыҙҙа ошо йүнәлештә эш әүҙемләшә бара. Беҙҙең Йәштәр технопаркын ғына алғанда ла, уның таланттар асыуға индергән өлөшөн күрмәү мөмкин түгел.
Технопарк 2016 йылдан бирле эшләй. Маҡсаты – йәш таланттар табыу, уларҙа фәнни-техник ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, белемдәрен камиллаштырыу. Балалар менән студенттар һәм йәш белгестәр шөғөлләнә – улар бер-береһен тиҙ аңлай. Технопаркҡа балалар 10 йәштән ҡабул ителә, әммә ғәҙәттә 6–7-се синыфтарҙа киләләр, сөнки күптәр нәҡ шул саҡта кем булыры тураһында уйлана башлай, уларҙың өҫтәмә белем алыуға ынтылышы тыуа.
Беҙ балаларға 3D-моделләү һәм 3D-баҫма, Unitv-ла VR уйын эшләнмәләре, мобиль робот техникаһы, Python телендә программа яҙыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә дәрестәр үткәрәбеҙ. Ситтән тороп та, беҙгә йөрөп тә уҡырға була.
Беҙҙә шөғөлләнгән балалар ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Уҡыусыларҙың портфолиолары хасил була. Күптән түгел 5–8-се синыфтар уҡыусылары өсөн программа яҙыу буйынса “Тьюринг машинаһы” II республика олимпиадаһын үткәрҙек. Ҡатнашыу түләүһеҙ булды, призерҙарға бағыусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
9-10-сы синыф уҡыусылары юғарыраҡ кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнаша. Призерҙарға БДИ йомғаҡтарына – 7 балл, еңеүселәргә 10 балл өҫтәлә, йәғни вузға инеү өсөн баланың балдары күбәйә.
Тағы шуныһы: беҙҙең 3D-моделләү һәм 3D-баҫма, Unitv-ла VR уйын эшләнмәләре, мобиль робот техникаһы, Python телендә программа яҙыу түңәрәктәрен үткән балалар ӨДНТУ-ҙың Евразия политехник мәктәбенә еңел инә, артабан еңел уҡый. Йәнә беҙҙең Кибер-ателье бар. Шунда шөғөлләнгән балалар дизайнер специальносына ингәндә ижади имтиханды еңел тапшыра.
Баланың һәләттәре менән ата-әсәнең мөмкинлектәре тап килеп, Йәштәр технопаркы аша үткән балаларға вузға инеү еңелләшә.
– Балалары юғары уҡыу йортона инергә йыйынған ата-әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
– Ата-әсәләргә шуны аңларға кәрәк: хәҙерге осорҙа классик һөнәрҙәр йыш ҡына киләсәкһеҙ булып сыға. Балаға һөнәр һайлашҡанда, уның киләсәген хәл иткәндә белгестәр менән кәңәшләшеү бер ҙә ҡамасауламаҫ, сөнки күп профессиялар юҡҡа сығыу алдында тора. Бәлки, һеҙ һайлаған һөнәр улар араһына инәлер? Кешеләрҙе роботтар, яһалма аң алмаштыра.
Хәҙер баланың нимәгә барымы барлығын асыҡлай торған тестар бар. Беҙҙә тестлау Нефть университетының Профориентация һәм таланттарҙы эҙләү үҙәгендә яһала.
– Нефть университетына уҡырға инеү ауырмы?
– Нефть тармаҡтарына уҡырға инергә теләгәндәргә теүәл фәндәрҙе ныҡлы үҙләштереү мотлаҡ. Тармаҡ специальностарына уҡырға инер өсөн 210-220 балл йыйыу кәрәк. Был бик юғары үр. Өҫтәмә балдарҙы олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, күргәҙмәләрҙә, ирекмәнлектә ҡатнашып, ГТО нормативтары тапшырып йыялар. Йәғни ӨДНТУ-ға инер өсөн уҡыусы кәм тигәндә урта синыфтарҙа уҡ өҫтәмә белемдәр ала башларға, өҫтәмә балл бирә торған сараларҙа ҡатнашып килергә тейеш.
Нефть техник университетының профилле мәктәптәре бар. Уларҙың һаны 60-лап. Ғәҙәттә, университеттың база мәктәбе булырға мәктәптәр үҙҙәре теләк белдерә. Килешеү төҙөлә.
Республика инженер лицей-интернатында, 83-сө инженер лицейында, мәҫәлән, – “Газпром”, ә 62-се лицейҙа “Роснефть” синыфтары бар. Беҙҙең Технопарк та ул синыфтарҙа техник дәрестәр үткәрә. Уҡыусыларын Рәсәй ҡалаларына олимпиадаларға, конференцияларға, күргәҙмәләргә йөрөтәбеҙ. Башҡортостанда ла бергәләп үткәрәбеҙ. Беҙҙең Йәштәр технопаркы белгестәре өҫтәмә белем биреү курстарын ойоштора. Йәштәр технопаркы Профориентация һәм таланттарҙы эҙләү үҙәге менән берлектә төрлө олимпиадалар, конференциялар, конкурстар үткәреүҙә ҡатнаша.
ӨДНТУ-ла уҡыусылар “Башнефть” (“Роснефть”), “Газпром” предприятиеларында практика үтә, шунда уҡ эшкә лә алына. Йәғни был юғары уҡыу йортон тамамлағандар эш эҙләп йөрөмәй, ә уҡыған сағында уҡ эшле була. Нефть университетын тамамлаусыларҙың 96 проценты алған специальносы буйынса эшкә урынлаша – был иҫ киткес юғары күрһәткес.
– Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына ынтылыу кәрәкме?
– Мәскәү, Питер вуздары менән сағыштырһаҡ, беҙҙекеләр бер ҙә ҡайтыш түгел. Хатта беҙҙең нефть университетының өҫтөнөрәк булыуын үҙем күреп беләм. Эш буйынса миңә Мәскәүҙә бер профилле университетта булырға тура килгәйне. Лабораторияларын, йыһазландырылыуҙарын ҡараным, матди-техник базалары менән ҡыҙыҡһындым. Беҙҙекенән күпкә ҡайтыш. Белгестәре лә беҙҙәге ише практик түгел.
Башҡортостан әүәлдән нефть һәм газ сәнәғәте үҫешкән республика һанала, шуға ла беҙҙә тармаҡ вуздарына иғтибар һәр саҡ көслө булды, матди йәһәттән яҡшы тәьмин ителде, уларҙа практиканы ла, теорияны ла һәйбәт үҙләштергән белгестәр, уҡытыусылар эшләй. Үрҙә әйткәнемсә, ӨДНТУ-ны тамамлаусыларҙың 96 проценты специальносы буйынса эшләһә, баяғы профилле вуз тамамлағандарҙың – яртыһы самаһы ғына. Ошо һан үҙе үк күпте һөйләй.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ла илдә иң көслөләр иҫәбендә. Ул матди-техник тәьмин ителеше, йыһазландырылышы, ул коллективы шәп. Көслө, белемле, йәш коллектив эшләй аграр университетыбыҙҙа. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла – юғары кимәлле уҡыу йорто.
Йәнә беҙҙең бөтә вуздарҙа ла ятаҡтар бар, ә башҡа ҡалаларҙа йә юҡ, йә урындары етерлек түгел. Торлаҡ сығымдары студенттарҙың кеҫәһенә ныҡ һуға.
Уҡыуын ташлап ҡайтыусылар араһында аҡса етмәгәнгә ошо аҙымға барыусылар күп. Бигерәк тә Ҡаҙан вуздарынан беренсе курстан һуң уҡ ҡайтып киләләр. Эш шунда: Ҡаҙанда абитуриенттарҙы йәлеп итеү өсөн беренсе курста бөтәһенә лә юғары стипендия түләйҙәр, ә артабан ҡәҙимге стипендия ҡалдырыла.
Бөгөнгө уҡыусыларға, буласаҡ студенттарға шуны әйтер инем: ситкә ынтылмағыҙ, үҙебеҙҙә белем алығыҙ һәм көсөгөҙҙө, белемегеҙҙе, һәләттәрегеҙҙе республика иҡтисадын үҫтереүгә, тыуған төйәгегеҙҙе сәскә аттырыуға һалығыҙ.