– Һаумы, Наҙгөл һылыу! Һин ҡайһы яҡ ҡыҙы булаһың? Ҡайһы мәктәптә белем алдың?
– Хәйерле сәғәттә! Мин Баймаҡ районының Билал ауылында тыуып үҫтем. Ауыл мәктәбендә 8-се синыфты бөткәнсе белем алып, артабан үҙ теләгем менән, тырышып-тырмашып, Баймаҡ лицей-интернатына күстем. Һәм һуңғы өс йыл дауамында ошо белем усағында үҫештем.
– “Аманат” журналы менән ҡасандан дуҫһың?
– “Аманат” журналын әсәйем 2012 йылдар тирәһендә миңә алып ҡайтып бирҙе, уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып бара башланым һәм үҙем дә бер конкурсында ҡатнаштым, яңылышмаһам, “Осҡор” тип атала ине. 2013 йылдың февраль һанында еңеүселәр исемлеге араһында үҙемде күреп ҡалғас, бик шатландым һәм артабан да күп ярыштарында ҡатнаша башланым.
Исемем тәүге тапҡыр баҫылған журналдың шул һаны әле лә иҫемдә: тәүгеләрҙең тәүгеһе булғаны өсөндөр, күрәһең. Ғөмүмән, үҙемдең исем осраған һәр бер журналды мин әлегәсә ҡәҙерләп, айырым ғына кәштәлә һаҡлап тотам.
– Нисәнсе йылда йәш хәбәрсе булдың? Йәш хәбәрсе исемен алғас, ниндәй тәьҫораттар кисерҙең?
– "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе исемен алыуы һис тә еңелдән булманы, сөнки ул ваҡытта яҙышыусы тиҫтерҙәрем дә бихисап ине. Был юғары исемде мин 2016 йылдың аҙағында алыуға өлгәштем.
Журналда мәҡәләләр һәм шиғырҙарымды баҫтырыу менән бер юлы мин төрлө мауыҡтырғыс конкурстарҙа ҡатнашырға ярата торғайным. Мәҫәлән, әллә нисә йылдар буйы “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсына бик күп фотоһүрәттәр ебәрҙем; тағы ла “Ай, һылыу!” бәйгеһендә бер нисә йыл дауамында көсөмдө һынай торғас, 2019 йылда еңеүсе булып, тышлыҡта фотом баҫылып сығыуын күрергә насип булды, Аллаға шөкөр!
“Аманат”тың тышлығында сығыу минең өсөн буй етмәҫлек хыял ине, конкурста еңгәнемде белеп ҡалғас, атҡа менгәндәй шатландым.
Шулай итеп, журналды мин төрлө яҡлы конкурстары өсөн үҙ иттем, йыш ҡына бүләктәр ҙә алып ҡыуандым.
Һәр саҡ ай аҙағы етһә, ниндәй көндә килерен үк белмәһәм дә, урам тышына сығып, почтальон апайҙы дүрт күҙ менән көтә торғайным, әллә нисә тапҡыр тышҡа сыға ла инә, сыға ла инә инем. “Аманат” килһә, ә бигерәк тә унда берәй әҫәрем сыҡһа, үрле-ҡырлы һикереп йөрөгәнем һаман да иҫтә.
Шулай итеп, йәш хәбәрсе исемен алыу, әлбиттә, минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Үрҙә әйткәнемсә, был маҡсатыма ирешер өсөн күп көс һалырға тура килде. “Аманат” — ҡуя ҡанат!” тигән һүҙҙәр, ысынлап та, бик дөрөҫ: журналдағы ағай-апайҙарға һаман да рәхмәтем сикһеҙ!
– Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға индең һәм ни өсөн?
– Мәктәптән һуң яҙмыш минең юлымды Өфө дәүләт нефть техник университетына борҙо. Ҡайһы бер һирәк аралашҡан таныштарым ошо көнгәсә мине, берәй юғары уҡыу йортонда филология буйынса уҡый, тип уйлай. Ә мин кейем конструкторы һәм модельер-дизайнер һөнәрен алдым. Был эш ижади булыуы менән күңелемә бик яҡын, әле шул йүнәлеш буйынса Өфөлә эшләп йөрөйөм.
– Һайлаған һөнәреңдең нескәлектәре тураһында ла һөйләп китһәң ине.
– Университетта араһында бер башҡорт та булмаған төркөмдә уҡып сығып, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙемдең өлөшөмдө индерә алдым, тип иҫәпләйем. Диплом эшендә, яңы орнаменттар ҡулланып, заманса зауыҡлы башҡорт костюмдары уйлап сығарҙым: тәүге һүрәт-эскиздарҙан башлап, әҙер кейемдәр килеп сығыуына тиклем барыһын да үҙем эшләнем. Салауат Юлаев һәйкәле янында фотосессия үткәргән саҡта, күп кенә кешеләр, ҡыҙыҡһынып, моделдәр менән фотоға төшөп, костюмдарҙы төшөрөп, күп маҡтау һүҙҙәре әйтеп китте, үҙем дә бындайҙы көтмәгән инем, сикһеҙ ҡыуандым.
– Әлеге ваҡытта ижад эше нисек? Ҡәләмең онотолманымы?
– Университетта 1-се курста уҡығанда заказға шиғырҙар яҙыу буйынса үҙемдең бәләкәй генә “бизнес”ымды асып ебәргән инем: туйға, байрамдарға барыусылар өсөн шиғыр шәлкемдәре әҙерләү менән шөғөлләнеп ҡараным. Тик тейешенсә үҫтерә белмәгәнлектән, ул кәсебемде ҡалдырып торҙом. Әлеге мәлдә шиғырҙар бик үк яҙғаным юҡ, ә бына “Бәйләнештә” селтәрендә ҙур булмаған постар яҙыу менән үҙемдең эсемдәге “ижад ен”емде йыш ҡына тынысландырып торам. Йәғни яҙышырға яратыуымды хәҙерге заманаға ярашлы ҡулланырға форсатын таптым, тиергә мөмкин.
– Журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
– Ҡәҙерле балалар, иң беренсе үҙегеҙҙе рухи яҡтан үҫтереү өҫтөндә эшләгеҙ, сөнки ул ваҡытта һеҙҙең алдығыҙҙа киңлектәр-юлдар асылырға ғына торасаҡ. Күберәк позитив һәм күтәренке энергияла, һәр бер тыуған көнгә ҡыуанып йәшәүегеҙҙе теләп ҡалам!
Һәм, әлбиттә, “Аманат” журналы менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгеҙ, үҙегеҙҙең ҡәләмегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, уға яҙылығыҙ, һеҙҙең өсөн ул бала саҡтың иң яҡты хәтирәләренең береһе булып күңелегеҙҙә һаҡланыр, тип ышанам!
– Изге теләктәрең һәм матур әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Наҙгөл һылыу! Аллаһ бойорһа, башҡорт милли кейемен донъяуи кимәлдә танытыр үрҙәргә етеүеңде теләп ҡалабыҙ!
Зарина БАҒЫШАЕВА әңгәмәләште.