-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кем булырға?

Бөгөн Башҡортостанда 15 926 кеше 11-се синыфты, 50 815 кеше 9-сы синыфты тамамланы. Хәҙер уҡыуын 10-сы синыфта дауам итергә йыйыныусыларҙан башҡалар алдында киләсәккә юл һайлау бурысы тора.

Кем булырға?
Кем булырға?

Башҡортостанға йәш белгестәр бик кәрәк. Улар өсөн юғары эш хаҡы, уңайлы эш шарттары, йәш белгестәргә ярҙам программалары булдырыла. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, былар мәктәп тамамлаусылар үҙебеҙҙең колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына инһен, республикабыҙға, илебеҙгә файҙалы кешеләр булһын өсөн эшләнә.

Китеүсе һәм килеүсе йәштәр араһында нисбәт беҙҙең яҡҡа боролдо, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Кем булырға? Мәктәп тамамлаусылар ниндәй юл һайлай?

Динара Солтанова, Өфөнөң Республика инженер лицей-интернаты

Мәктәпте бик яҡшы билдәләргә тамамлайым. Уҡығанда һөҙөмтәләре юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү хоҡуғын бирә торған олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Ныҡышмаллыҡ һәм тырышлыҡ ҡына оло ҡаҙаныштарға килтерә алыуына ышанам, хәҙер хыялыма табан ышаныслы атлайым. Юридик факультетҡа уҡырға инеп, юрист булырға уйлайым. Мин тәү сиратта Өфө вуздарын ҡарайым. Амбициоз хыялдарҙан тыш, яҡшы кеше булып ҡалыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлайым. Белемемде, оҫталығымды шәхси маҡсаттарға өлгәшеү өсөн генә түгел, ә башҡаларға ярҙам итеү өсөн дә ҡуллана алырмын, тип ышанғы килә.

Тәлғәт Уразбахтин, Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейы

Мәктәптә уҡығанда уҡ математика, физика фәндәрен етди өйрәндем. Физика буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы призеры булараҡ Мәскәү физик-техника институтына имтихандарһыҙ ҡабул ителдем дә инде. Бында мине Ғәмәли математика һәм информатика физик-техник мәктәбендәге тәбиғәт һәм компьютер фәндәре йүнәлеше ҡыҙыҡһындыра. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, башҡа берәй илдә магистратураға уҡырға инеп, унда нисек уҡытҡандарын үҙем күреп-кисереп, Рәсәйгә яңы белемле үҙенсәлекле белгес булып ҡайтырға теләйем. Эш урынына килгәндә – тыуған республикамда яҡшы тәҡдим булһа, әлбиттә, Башҡортостанға ҡайтам.

Әҙилә Таһирова, Өфө районы Авдон мәктәбе

8 йәштән дзюдо менән шөғөлләнәм, минең өсөн был бик етди мауығыу. Хәҙер мин спорт мастерлығына кандидат, артабан да был һуғыш сәнғәте  менән шөғөлләнергә ниәтләйем, киләсәктә балаларҙы өйрәтермен. Был спорт төрө миндә көс, сыҙамлыҡ тәрбиәләй. Был сифаттарҙы үҙем теләгән һөнәрҙә ҡулланырға уйлайым. Мин тәфтишсе булырға ҡарар иттем, шуға берәй махсус уҡыу йортона имтихан тотормон. Был йүнәлештә көслө яҡтарымды – яуаплылыҡ, тәүәккәллек кеүек һыҙаттарымды – күрһәтергә теләйем.

Миләүшә Харрасова, Өфөнөң 39-сы гимназияһы

Мин бизнес-аналитик булырға теләйем – был киләсәкле һәм яҡшы түләнә торған һөнәр. Ул бер юлы бер нисә йүнәлеште берләштерә, тимәк, киләсәктә үҫеш һәм тотороҡлолоҡ өсөн күберәк мөмкинлектәр бирә. Тормошта үҙемде ышаныслы тойорлоҡ аҡса эшләргә хыялланам.

Искәндәр Ҡотдосов, Өфөнөң 96-сы лицейы

Имтихандарҙы уңышлы тапшырырмын, тип ышанам. Атайым кеүек нефть сығарыу йүнәлешендә эшләгем килә. Шуға ла үҙебеҙҙең нефть университетына инергә уйлайым. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, юғары эш хаҡы түләнгән һәйбәт эшкә урынлашҡым килә.

Эльвина Хафизова, Өфөнөң 38-се мәктәбе

Һайлаған йүнәлешемдә ныҡлы торам – Башҡортостандағы юғары уҡыу йортонда ҡытай телен тәрән өйрәнеү менән халыҡ-ара бизнесҡа уҡыясаҡмын. Киләсәктә үҙемде ҙур халыҡ-ара компанияла кәрәкле белгес итеп күрәм.

Анастасия Цветкова, Өфөнөң 21-се лицейы

Мәктәп йылдарында төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып, ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләндем. Юридик институтҡа уҡырға инергә ниәтләйем. Буласаҡ һөнәрем социаль йәки идара итеү эшмәкәрлегенә бәйле булыр, тип уйлайым. Кешеләргә ярҙам итеп, донъяны бер аҙ яҡшыртырға хыялланам. Һәр ваҡыт уҡығым, үҫешкем килә. Яратҡан цитатамда әйтелгәнсә, “донъяны үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла!” Ҙур ҡалалар – Мәскәү, Санкт-Петербург – перспективалары менән ымһындыра, әммә минең гүзәл республикабыҙ Башҡортостанда йәшәгем килә.

Кем булырға?
Кем булырға?
Кем булырға?
Кем булырға?
Кем булырға?
Кем булырға?
Кем булырға?
Кем булырға?
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас