Китап ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Унда Ҡәҙим Аралбайҙың рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Тәржемәселәр араһында Дим Дәминов, Ғәзим Шафиҡов, Анатолий Майоров һәм башҡалар, шулай уҡ шағирҙың ҡыҙы Ләйлә Аралбаева һәм уның туғанының ҡыҙы Гүзәл Мөкминова бар.
«Күптән көтөлгән китабым, йәш автор кеүек ҡыуанам, — тине яҙыусы. — Был минең рус телендәге икенсе китабым, ә тәүге «Гонец» тәржемәләр йыйынтығы 1983 йылда баҫылып сыҡты. Улар араһында башҡорт телендә бик күп китаптар донъя күрҙе, ә русса китапҡа сират етмәне. Китаптан бер ҡасан да айырылмағыҙ, уҡыған кеше үҙен тормошта ышаныслыраҡ, ҡыйыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ кеше итеп хис итә».