“Россия” медиаүҙәгендә Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севостьянов ҡатнашлығында матубғат конференцияһы булды. Унда шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙы яҡлау бүлеге мөдире Илмир Ғәниев, БР Прокуратураһының бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы закондарҙың үтәлешен күҙәтеү бүлеге прокуроры Динар Шакиров, Башҡортостандың баш балалар травматолог-ортопеды Тимур Псәнчин ҡатнашты.
Матбуғат конференцияһында белдереүҙәренсә, республикала балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары үтә ныҡ күбәйгән. Юҡ, балаларҙың ата-әсә менән бергәләп юлға сыҡҡанда ҡазаға тарыуы тураһында бармай һүҙ. Балаларҙың үҙҙәренең рулгә ултырыуы шаҡ ҡатыра. Улар электр самокаттары менән генә түгел, мопедтар, питбайктар, мотоциклдар, хатта автомобилдәргә ултырып юлдарға сыға.
Водитель таныҡлығы юҡ, юл ҡағиҙәләрен белмәйҙәр, дыуамал баштарҙа ел уйнай. Шул буламы инде шәплек?!
Былтыр балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының һр алтынсыһы уларҙың рулгә ултырыуы менән бәйле булған. 76 осраҡ теркәлеп, уларҙа 75 бала ҡаза күргән, икеһе һәләк булған. 13 бала юл ҡазаһына сәбәпсе булған, 14 бала төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.
Быйыл хәлдәр тағы ла насарыраҡ, ти Владимир Александрович. Йыл башынан алып рулдәге балалар ҡатнашлығындағы юл ваҡиғалары былтырғы шул осор менән сағыштырғанда 16,7 процентҡа артҡан. Балалар ете автоһәләкәт яһаған. Шул балаларҙың икеһе автомобиль менән китеп барған, ә бишеһе мотоциклда. Әле миҙгел башланып ҡына тора.
Сығыш яһаусылар ата-әсәләрҙең балаһына тыуған көнгә, синыфты тамамлауына, башҡа сәбәптәр менән транспорт сараһы бүләк итеүенә ныҡ аптырауын белдерҙе. Улар үҙҙәре уҡ балаларын күрә тора һәләкәткә этәрмәйме ни?
Һәләк булмаған хәлдә лә, ата-әсәләрҙең үҙҙәренә штрафтар, административ, енәйәт яуаплылығы янай. Етмәһә, баланы бындай ғаиләлә ҡалдырмайҙар, тартып алып, дәүләт ҡарамағына тапшыралар. Ниндәй ата-әсәнең балаһын балалар йортона тапшырғыһы килеп тора икән дә ниндәй баланың шунда киткеһе килеп тора икән?
Бына шул сәпәпле иғлан ителгән ул “Не рули, малай!”
Фото: Башинформ.