-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июнь , 19:10

Балаларға оло байрам ойошторҙолар

Учалы районы Сораман ауылында  Троицк ҡалаһында белем алған шәкерттәр – Зиннур Шөғәйеп улы, Раушания Ғәзизйән ҡыҙы, Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы, Рәмилә Кәүсәр ҡыҙы, бөгөн үҙҙәренең практик эштәрен  балалар өсөн һабантуй байрамы ойоштороуға йүнәлтте. Ауыл халҡы был сараны бик ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Төрлө яҡтан ярҙам күрһәтеп, балалар өсөн Һабантуй ойошторҙолар.

Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар

Төрлө  уйындарға бай йөкмәткеле сарала уҡ атыу буйынса ярыш  булды. Малайҙар араһында Динислам Ямалов  иң яҡшы  уғатар булып сыҡты.

Ҡыҙҙар араһында беренселекте  Камилә Ҡотоева яуланы. Уларға ярты йыллыҡҡа “Аманат” журналына яҙылыу бүләк ителде. Байрам ашын  Диңгеҙ Йыйылышы тарафынан Сораман ауылында асылған “Тиләү”  Беренсе диңгеҙ мәсетендә ойошторҙолар. Һуңынан балалар үҙҙәре белгән сүрәләрҙе ятлап күрһәтте.

Пенсияға тиклем Сораман мәктәбендә физик сынығыу дәрестәрен алып барған Раушания Ғәзизйән ҡыҙы үҙенең фекерен белдерҙе:

– Балаларҙы дингә ылыҡтырыу уйындар һәм аралашыу аша  алып барылыуы әһәмиәтле тип уйлайым, сөнки балаларыбыҙ тиҫтерҙәре менән уйын аша уртаҡ тел таба, йәмғиәттә үҙбилдәләнешен  хәрәкәт менән күрһәтә. Физик яҡтан сыныҡҡан бала рухы менән дә көслө була. Шуға күрә мин мәсеткә йөрөгән уҡыусыларҙы, үҙебеҙҙең йәшәгән еребеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына таянып, боронғо уйындар менән ҡыҙыҡһындырам.

 

#АманатЖурналынаЯҙыл

#АманатУчалыРайоны

Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Балаларға оло байрам ойошторҙолар
Автор: Зиля Галлямова
Читайте нас