-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Июнь , 22:04

Асияның оҫталыҡ дәресе. Еләк бәлеше

Ҡыҙҙар, малайҙар һәм уларҙың әсәләре, өләсәләре! Әле самай еләк бешкән саҡ, тәмле итеп бәлеш бешереп алаһығыҙмы әллә? Ауырғазы районы Сәлих ауылынан быйыл 3-сө синыфты тамамлаған Асия исемле уңған ҡыҙ беҙгә үҙенең оҫталыҡ дәресен тәҡдим итә. Эш барышын Асия роликтарҙа шул тиклем ентекле күрһәтә, быға тиклем бер тапҡыр ҙа булашып ҡарамаған кеше лә был бәлеште бешерер. Ҡыҙҙар, малайҙар, тәүәккәлләйһегеҙме әллә? Бешерһәгеҙ, бәлеш фотоларын беҙгә ебәрегеҙ – беҙ ҙә ашағандай булайыҡ.

Асияның оҫталыҡ дәресе. Еләк бәлеше
Асияның оҫталыҡ дәресе. Еләк бәлеше

АСИЯЫҢ ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ


Ҡамыр:
3-4 г ҡоро дрожжи (сәй ҡалағы осонда ғына)
0,5 стакан һөт
0,5 стакан йылы һыу
5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
1,5 сәй ҡалағы тоҙ
6 аш ҡалағы көнбағыш майы
Он.
Иң тәүҙә дрожжи, йылы һыу, һөт, әҙ генә он һалып, ярты сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ. Күҙләнеп сыҡҡан ҡамыр башына шәкәр ҡомо,тоҙ, тағы ла он һалып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Шунан көнбағыш майы ҡушып, ҡамыр ҡулдан төшкәнсе йәнә баҫабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, өҫтө елләмәһен өсөн ябып, 20 минутҡа ял итергә ҡуябыҙ.

Ҡамыр ҡабарған ваҡытта 1-2 тапҡыр баҫҡылап ҡуйырға кәрәк.
Ҡамыр өлгөргәс, бүлеп алып бәлеш эшләргә була.


Эслек:
2 стакан ер еләге
6 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
5 сәй ҡалағы крахмал.
Бөтәһен бергә яҡшылап бутап, табалағы ҡамыр йәймәһе өҫтөнә һалырға.

Ҡамырҙы табаға йәйгәс, һауаһын сығарыр өсөн вилка менән тишкеләп сығарға кәрәк. Өҫтөн кем нисек теләй шулай биҙәһә лә була. Ә мин биҙәктәрен плунжер менән эшләнем.

180-200 градуста 30-40 минут бешә.

ӘСФӘНДИӘРОВА Асия.

Ауырғазы районы Сәлих ауылы.

Роликтар "ВКонтакте" төркөмөбөҙҙә.

 

Асияның оҫталыҡ дәресе. Еләк бәлеше
Асияның оҫталыҡ дәресе. Еләк бәлеше
Асияның оҫталыҡ дәресе. Еләк бәлеше
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас