+24 °С
Ямғыр
Дөйөм мәҡәләләр
5 Август 2025, 04:25

Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!

Учалы районының Сораман ауылында Троицк ҡалаһы мәҙрәсәһендә белем алған шәкерттәр Зиннур менән Зөбәйҙә Ҡәләмовтар, Раушания Ишморатова һәм Рәмилә Ямалова инициативаһы менән балалар һабантуйы үткәрелде.

Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!
Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!

Ауыл халҡы был сараны бик ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте, төрлө яҡлап ярҙам күрһәттеләр.
Уйындарға бай, йөк­мәткеле сарала уҡ атыу буйынса ярыш та булды. Малайҙар араһында Динислам Ямалов иң яҡшы уғатар булып танылды.
Ҡыҙҙар араһында беренселекте Камилә Ҡотоева яуланы. Уларға ярты йыллыҡҡа "Аманат" журналына яҙылыу бүләк ителде.
Байрам табынын Диңгеҙ йыйылышы тарафынан асылған Рәсәйҙәге беренсе флот мәсетендә — "Тиләү" тип аталған Аллаһ йортонда ойошторҙолар. Унда балалар үҙҙәре белгән сүрәләрҙе лә ятлап күрһәтте.
— Физик яҡтан сыныҡҡан бала рухы менән дә көслө була. Шуға күрә, халҡыбыҙҙың традицияларына таянып, боронғо уйындар аша балаларға динде һеңдереү әһәмиәтле тип уйлайым, — тине пенсияға сыҡҡанға тиклем Сораман мәктәбендә физик сынығыу дәрестәрен алып барған Раушания Ишморатова.

Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас